“Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра”, ти халыҡ. Ысынлап та, малды оҙон ҡыш буйы туҡ аҫрау һәм мулыраҡ продукция алыу өсөн йәйҙең бер көнө генә түгел, бәлки, бер сәғәте лә ҡәҙерле мәл бөгөн. Тап шуға ла был көндәрҙә болондарҙа хеҙмәт сәме гөрләй.Әлшәй районы хужалыҡтарында ла бындай минуттарҙың ҡәҙерен белергә тырышалар. Йәй мул ямғырҙары менән үтә ҡыуандырмаһа ла, ер эшсәндәренең кәйефе көр. Барлыҡ мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға ынтыла район уңғандары. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш зоотехнигы Флүр Солтанов төбәктә һыйыр малы, йылҡыларҙың артыуы хаҡында ҡыуанып һөйләй. Хатта 500 баш бейә тотоп, яҡын-тирәләге ҡалаларҙы, шифаханаларҙы ҡымыҙ менән тәьмин иткән шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар.
Күп төбәктәрҙә шифалы эсемлекте йәй миҙгелендә генә етештерһәләр, бында йыл әйләнәһенә бейә һауалар икән. Әлбиттә, үҫтергән малыңдың һөҙөмтәһен, табышын күрергә теләһәң, ваҡытында сифатлы мал аҙығы хәстәрләүгә лә етди ҡарарға кәрәк. “Һыйырҙың һөтө телендә”, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Беҙ барғанда, “Раевка” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Иҫке Аҡҡолай ауылы янында силос әҙерләү ҡыҙыу бара ине. Ете “КамАЗ” машинаһы соҡорға үлән ташый, ә ике “К-701” тракторы уларҙы тығыҙлай. Бер нисә егет ара-тирә силос өҫтөнә тоҙ һибеп ала.
— Әҙерләнгән аҙыҡ туңмаһын өсөн шулай эшләйҙәр, – тип аңлата бының серен Флүр Солтанов. – Силос һөт өсөн дә, ит өсөн дә файҙалы, бесәндән ҡалышмай, унда протеин күп.
Хужалыҡтың зоотехнигы Инна Рожова егеттәрҙең эшенән ҡәнәғәт. Водителдәр үҙ вазифаһына намыҫлы ҡарай.
Йәмғиәттең 20 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеүлек ере бар. Быйыл төп көс бесән әҙерләүгә йүнәлтелә. Етерлек күләмдә донник, люцерна, кәзә үләне, эспарцет кеүек үлән культуралары биләй. 900 гектар майҙанды кукуруз тәшкил итә. 2500 баш һыйыр малының 900-ө — һауын һыйыры. Район төрлө яҡтан ҡалаларға яҡын урынлашҡанлыҡтан, һөттө тапшырыу проблемаһы юҡ. Тик бына аҡҡа хаҡтың төшөүе генә кәйефте ҡыра.
Әлшәй районы.