Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенә 100 йыл тулыу уңайынан төрлө объекттар дәррәү ҡалҡа башланы. Исемлектә киләсәктә тирә-яҡты йәмләп ултыраһы биналар араһында балалар баҡсаларының булыуы айырыуса шатлыҡлы. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында өр-яңы балалар баҡсаһы һалына. Төҙөлөш ҡаланың Горохов урамында спорт-һауыҡтырыу комплексы янында бара. Майҙаны – 1 740 квадрат метр, бер ҡыйыҡ аҫтында ашхана, медпункт, спорт һәм тамаша залдары һәм алты төркөм өсөн бүлмәләр буласаҡ. Балалар баҡсаһы бөтәһе 150 урынға иҫәпләнгән. Белем биреү усағы киләһе йыл кескәйҙәрҙе ҡабул итәсәк.
Горохов урамында йәшәгән биш бала әсәһе Алевтина Николаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡыҙын һәм улын йорто эргәһендә генә балалар баҡсаһына йөрөтә башлаясаҡ. Юғиһә иртәнсәк ғәзиздәрен оҙатып ҡуйыуға күп ваҡыт талап ителгән. “Яҡын булыуы – үҙе бәхет, етмәһә, ул заманса йыһазландырыласаҡ”, – тип өҫтәне ул.
Республика етәкселеге балалар мәнфәғәтендә оло маҡсат-пландарҙы тормошҡа ашыра.