Иң шифалы ҡымыҙ — Баймаҡта!10.07.2018
Район йылҡысылыҡ буйынса республикала беренсе урында тора

Иң шифалы ҡымыҙ — Баймаҡта!Халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе, һыуһынды ҡандыра алыуы менән ата-бабаларыбыҙҙың яратҡан эсемлегенә әүерелгән. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән ҡаршылар булғандар. Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана.


Табыш сере

Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ғына түгел, ауыл ерендә йәшәүселәр ҙә ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта.
— Беҙҙең район республикала йылҡысылыҡ буйынса беренсе урында тора, — тип һүҙ башланы район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов. – Бөгөн районда 12 меңдән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Баймаҡ районы — башҡорт тоҡомло аттың төп генофондын һаҡлаған берҙән-бер төбәк. Башҡорт тоҡомло йылҡыны үрсетеү буйынса өс тоҡомсолоҡ репродукторы эшләй. Ҡуянтау ауылы янында “Аҡъял” ипподромы бар, унда йыл һайын республика, төбәк-ара ат спорты ярыштары ойошторола. Шулай уҡ районда “Башҡорт аты” этнофестивале үтә, был сара матур йолаға әйләнде. Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса төбәктә уңайлы шарттар бар, бөгөн күп сығым талап итмәгән тармаҡ табышлы булыуы менән дә күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Райондың 15 хужалығы, йәнә 40-тан ашыу шәхси эшҡыуар ҡымыҙ етештерә. Баймаҡ ҡымыҙы тәмле һәм татлы булыуы менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора, сөнки ҡымыҙҙың тәме бейә һөтөнөң ҡуйылығында. Ә ҡуйылыҡ уның ниндәй үлән ашауынан килә, беҙҙең төбәктә үҫкән ҡылған ҡымыҙға тәм бирә лә инде. Икенсенән, күптәр ҡымыҙ етештереүҙә төрлө технологиялар ҡулланып, уның ысын асылын юҡҡа сығара, йәғни бейә һөтөнән яһалған эсемлеккә әйләндерә. Баймаҡ ҡымыҙ етештереүселәре, халыҡ традицияларына ярашлы алымдарҙы ҡулланып, уның нескәлектәрен һаҡлап бешә, шуға күрә иң тәмле ҡымыҙ — Баймаҡтыҡы!
Әйткәндәй, 2015 йылда Әлшәй районында үткән 10-сы республика ҡымыҙсылар конкурсында Баймаҡ районы ҡымыҙы иң шәбе тип табыла. Ошо төбәктән ҡымыҙ етештереү оҫтаһы Әҡлимә Әфләтунова конкурстың еңеүсеһе тип таныла. Ә инде 2016 йылда Ҡымыҙ байрамы бәрәкәтле Баймаҡ төбәгендә үтә.

Фәйзулла йәйләүендә

Иң шифалы ҡымыҙ — Баймаҡта!Тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан Фәйзулла йәйләүе үҙе бер ожмах утрауын хәтерләтә. Бер-бер артлы теҙелеп киткән матур, ыҡсым йорттар, алыҫтан уҡ өйөр-өйөр йылҡының уртлауы, айғырҙарҙың кешнәүе, тай-ҡолонсаҡтарҙың уйнауы күҙгә ташлана. Эргәнән генә сылтырап Шүрәле йылғаһы аға. Ә бирерәк Манһыр ауылы күренә, халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәттең тыуған ере. Күрәһең, был ергә олатай үҙ фатихаһын биреп тә яталыр...
Нисек кенә булмаһын, хозур ерҙә урынлашҡан йәйләүҙә эштең ҡайнаған сағы. Бәхеткә күрә, беҙ ҙә бейәләрҙе һауған саҡҡа тура килдек. Һаҡмар ауылында йәшәгән Алһыу Баймөхәмәтованың тилбер бармаҡтары бер-бер артлы сүмескә гөбөрләтә-гөбөрләтә һөт һауа. Әле көнөнә 30 бейә уның ҡулы аша “үтә”, барыһы ла йәш бейәләр, шуға күрә эш бер аҙ мәшәҡәтлерәк. “Йәш бейәләрҙе өйрәтеүе ауырға тура килгәндер?” тигән һорауыма тәжрибәле һауынсы: “Төрлөсә булды инде, тибеп тә ебәрәләр, һөтөн бирмәй ыҙалатып алалар, әммә бирешкән юҡ”, — тип яуапланы.
Махсус ҡулайлаштырылған кәртәнең ҡапҡаларын асыу менән бейәләр бер-бер артлы инеп теҙелешә. Уларҙың һәр береһенә наҙлы һүҙҙәр өндәшеп, яурындарынан һөйөп, йомшаҡ елендәренә һаҡ ҡына ҡағылып һауа ул. Шунһыҙ мөмкин түгел: бейә малы бик һиҙгер, саҡ ҡына яңылыш ҡағылдыңмы, биҙрәңде генә түгел, үҙеңде лә тибеп осороуын көт тә тор. Алһыу Марат ҡыҙы малҡайҙарға исем дә ҡушып өлгөргән: “Һаҡмар”, “Ерәнсә”, “Сәскә”, “Наҙлыҡай”, “Ҡашҡа”, “Бүләк” тип кенә өндәшә уларға, һәр һауындан һуң бейәләрҙе наҙлап, матур һүҙҙәр менән оҙатып ҡуя.
Көнөнә өс тапҡыр һауындан яҡынса 80 литр һөт һауыла. Әлегә йәш ҡолондар ныҡ йонсоп китмәһен өсөн төнгөлөккә әсәләренә ҡушыла. Үлән йомшаҡ, ҡолонсаҡтар бер аҙ һоло ашай башларға өйрәнһә, улар әсәләренән айырыласаҡ, ул саҡта һөттөң артыуы көтөлә. Аҙнаһына бер тапҡыр бейәләр ялға ебәрелә, йәғни һауылмай. Йылҡыларҙы бригадир Рөстәм Юлдашбаев етәкселегендә Илдар Абдуллин, Рафиҡ Әхмәҙуллин һәм Ильяс Бегулин алмашлап көтә.
Хужалыҡ етәксеһе Марат Сәлихов әйтеүенсә, барлығы 200-ҙән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә. Хужалыҡ бейә етештереү менән бер рәттән итләтә һатыуҙы ла ойошторған. Әммә һуңғы ваҡыттағы мал һуйыуҙағы яңы регламентҡа ярашлы, мал салыу урыны булмауы күп мәшәҡәттәр тыуҙыра. Шуға күрә киләсәктә был йүнәлештә үҙҙәрендә мал һуйыу цехын асыу күҙ уңында тотола. Ҡыш көнө аттар Татлыбай фермаһына ҡайтарыла, күпселеге тибенлектә йөрөй. Көн һайын етештерелгән ҡымыҙ райондың бер нисә һатыу нөктәһенә ҡуйыла, йәйләүҙән дә килеп алыусылар бар. Тәүге һауымдың яртыһы яңыраҡ асылған бейә һөтөн киптереү цехына оҙатыла.
Артабан ҡымыҙ етештереү бүлмәһенә юлландыҡ. Ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Алһыу апай ҡымыҙ бешә ине. Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән эш өсөн дә беләк ныҡлығы һәм күңел сабырлығы талап ителә.
— Ҡымыҙҙы бешкәндә көбөнө ыҫлап алам, әлегә бер ниндәй үләндәр өҫтәмәйем. Кемдер һөткә сейә япрағы йәки ҡарағат сыбығы ҡуша, ундай ҡымыҙҙы һораусылар һирәк. Беҙ таҙа һәм шифалы батырҙар эсемлеге яһайбыҙ, — тип йылмайҙы ул.

Ҡымыҙҙан порошок?!

Һүҙ юҡ, йылҡысылыҡты үҫтереүгә республика һәм район етәкселеге тарафынан иғтибар ҙур, әммә хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Сөнки ҡымыҙ етештереү шөғөлө – миҙгелле кәсеп, икенсенән, милли ризыҡ күпләп етештерелә һәм уны һатып өлгөрөп тә булмай. Шуға күрә йылҡысылыҡ менән шөғөллә­неүселәр араһында күптән инде ҡымыҙҙы ҡыш буйына рәхәтләнеп эсер өсөн уны киптереү сараһын күреү мәсьәләһе күтәрелә килде, сөнки юл буйында тороп йәки ҡымыҙ тултырылған һауыттар күтәреп кенә милли ризыҡты һәр кем һатып алырлыҡ, уны үҙ бренды итерлек кимәлгә сығарыу мөмкин түгел. Баһадирҙар эсемлеген ысын мәғәнә­һендә бар донъяға танытыу маҡсатында Бай­маҡта, ниһайәт, бейә һөтөн киптереү цехы үҙ эшен башланы. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа, инвесторҙар йәлеп итеүҙә район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовтың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Инвестор Рим Хафизов белдереүенсә, улар етештергән продукт, йәғни сублимацияланған ҡымыҙ, халыҡта ҙур һорау менән файҙаланасаҡ, шулай уҡ спортсылар һәм космонавтар өсөн ҡулланыу ҡарала. Әйткәндәй, был цехтың эше менән Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғы-2018” иҡтисади форумы көндәрендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов яҡындан танышты.
Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булған был инвестиция проекты төбәктә күпләп етештерелгән бейә һөтөн киптереү һәм унан яҡшы табыш алыу мөмкинлеген биреп кенә ҡалмаясаҡ, ә милли ризыҡ — ҡымыҙҙы донъя кимәленә сығарыуға ҙур аҙым буласаҡ. 52,4 миллион һумлыҡ инвестиция һалынған цехта әлегә туғыҙ кеше эшләй, ул тулы ҡеүәттә эш башлаһа, эшселәр һаны ла артасаҡ.
Богачевка ауылы ҡыҙы Венера Йәнбирҙина, Троицк ветеринария академияһын тамамлап, хеҙмәт юлын Сибай һөт-консерва комбинатында башлай. Әле ул цехта инженер-технолог булып эшләй.
— Иртәнге унға тиклем һауылған бейә һөтөн генә ҡабул итәбеҙ, сөнки артабанғы һөттөң әселеге арта. Эш барышы бик теүәл режимда, аныҡ талаптар һаҡланып башҡарыла, шунһыҙ заманса ҡоролмалар продуктты ҡабул итмәй. Саҡ ҡына яңылыштыңмы, эш юҡҡа сыға тигән һүҙ. Ҡоролмалар үҙебеҙҙә һәм Кореяла етештерелгән, бар эш автоматлаштырылған. Әле беҙ әҙер продукцияға, ҡымыҙҙан порошок алыуға сертификат юллайбыҙ, ул ошо көндәрҙә киләсәк. Сертификат булһа, үҙебеҙ етештергән сублимацияланған продуктты теләгән һәр кем тәмләй аласаҡ, ул ҡымыҙҙан бер ни яғы менән дә айырылмаясаҡ.
Әйткәндәй, әленән үк етештереләсәк продуктҡа сит илдәрҙән һорау ҙур. Баймаҡ ҡымыҙын Сәғүд Ғәрәбстаны, Европа илдәренән һатып алырға теләк белдергәндәр. Цех әлегә районда 15 хужалыҡты үҙ эсенә алған “Маяҡ” кооперативы етештергән ҡымыҙҙы ғына ҡабул итә. Тәүге һынауҙы үтеп, эш яйға һалынғас, төбәктә тейешле талап­тарға яуап биргән ҡымыҙ етештереүселәрҙең дә эсемлегенә һорау буласаҡ, ти етәкселәр. Тимәк, ошоғаса Баймаҡ ҡымыҙы үҙенең тәмлелеге һәм һыуһынды ҡандырыуы менән бар республикала билдәле булһа, тиҙҙән киптерелгән ҡымыҙы менән донъяға таныласаҡ.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад