Мәғлүм булыуынса, был төбәк элек-электән шәл бәйләү оҫталары менән дан тота. Шөғөлдө лайыҡлы дауам итеүселәр араһында уңған ханым Гөлбаныу Иҙрисова ла бар.Ибрай ауылы ҡыҙы был һөнәргә бала сағынан уҡ өйрәнеп, нескәлектәренә төшөнөп үҫә. Әсәһе Сәхипбаныу заманында иң оҫта шәл бәйләүселәрҙең береһе була, уның ҡул эштәрен хатта сит төбәктәрҙән дә һорап киләләр. Инәй был һөнәргә ҡыҙҙарының алтыһын да өйрәтә. Ярыша-ярыша шәл бәйләгән ғәзиздәренең һәр береһенә айырым иғтибар бүлеп, яңылышлыҡтарын ваҡытында күрһәтеп, аңлатып барырға ла өлгөрә.
Гөлбаныу 1970 йылда ошо уҡ ауылдағы егеткә кейәүгә сыға. Тап йәштәрҙең өйләнешкән көнөндә Ибрайҙа Ильич лампалары ҡабына. Бәхетле йәшәй улар: бынамын итеп донъя көтәләр, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Һатыусы булып эшләгән Гөлбаныу бала саҡтан белгән шөғөлөн бер ҡасан да ташламай.
– Мин бәйләгән шәлдәрҙе бергә ҡушһаң, тотош Башҡортостанды урарға етер ине, – тип йылмая ул. – Яратҡан кәсебем донъя көтөүгә лә, балаларҙы уҡытыуға ла ярҙам итте. Уның бер ниндәй ҡыйынлығы юҡ, киреһенсә, буш саҡта ҡулда бәйләм булмаһа, ниҙер етешмәгән кеүек тойола башлай.
Шәлдәренең матурлығы иһә һушты алмалы. Ниндәй генә биҙәк юҡ уларҙа: “һалма”, “кәкерсәк”, “бесәй табаны”, “сылбыр”, “йәтәс”... Күҙ нурҙарын түгеп, ҡул, күңел йылыһын һалып бәйләгәнгә, ҡул эштәренең һәр береһенән, гүйә, нур, яҡтылыҡ бөркөлә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гөлбаныу Әхмәтдин ҡыҙы яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. “Әхирәттәр менән кис бәйләм тотоп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып ултырып, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала, – ти ул. – Бер кистә генә шәлде байтаҡ ыратып ҡуябыҙ. Ҙурлығына ҡарап, уны дүрт-алты көндә тамамларға мөмкин”.
Гөлбаныу Әхмәтдин ҡыҙы “Башҡорт шәле” конкурстарында даими ҡатнаша, урындар яулай. Күңелгә яҡын шөғөлдөң, алда әйтелгәнсә, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ла өлөшө ҙур. Әсәһенең “Өйрәнгәнең – үҙеңә, бәйләгәнең – һатыуға” тигән һүҙҙәрен онотмаған оҫтабикә әле лә ҡулынан бәйләмен төшөрмәй.
Ейәнсура районы.