Быҙау, һарыҡ, кәзә бәрәстәре таҙа-һау булып үҫһен өсөн витаминлы ризыҡтар кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә дарыу үләндәре лә йыйылһа, мал өсөн кәрәкле “йәшел дарыухана” әҙерләнһә, хужаның да күңеле тыныс булыр. Бының өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәгән һымаҡ. Уның ҡарауы, дарыу гелән ҡул аҫтында, кеҫәгә лә һуҡмай. Мал өсөн иң киң таралған дарыу үләндәренән ат ҡуҙғалағын, андыҙ, әрем, меңъяпраҡты, емештәрҙән муйыл, ҡара ҡарағатты билдәләргә кәрәк.
Йәш малдың эсе ауыртҡанда ат ҡуҙғалағының тамырын, япраҡтарын, орлоғон файҙаланалар. Ҡоро тамырҙарҙы ике-өс йыл буйы һаҡларға мөмкин. Ҡалған ерен йылдан ашыу тотмайҙар. Бер ҡайнатма өсөн 100 грамм орлоҡ, кипкән япраҡ йәки 50 грамм ваҡланған тамырҙы 10-15 минут ҡайнаталар.
Ҡара ҡарағаттың япраҡтарын йыйып, күләгәлә киптерәләр. Бер литр һыуға 20-30 грамм япраҡ һалып 10 минут ҡайнаталар. Быҙауға ауырығандың тәүге көнөнә 200-250 миллилитр һалып, һөт бирер алдынан бер сәғәт элек эсерәләр.
Муйылдың емешенән дә, ҡайырыһынан да йәш малдың эсе киткәндә ҡайнатма ҡайнаталар. Бер литр һыуға 100 грамм иҙелгән емеш алына ла 10-15 минут ҡайнатыла. Уны 300 миллилитрлап йылы килеш эсерәләр. Һөткә тиклем ярты сәғәт элек бирәләр.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙарына ҡаршы ябай кесерткәндән дә яҡшыһы юҡтыр. Ҡайнатма өсөн йәшел кесерткәндең япрағын урайҙар ҙа ҡайнатылған һыу ҡоялар. Мәҫәлән, быҙауҙы дауалау өсөн тәүге көндә һәр өс-дүрт сәғәт һайын ошо ҡайнатманы ғына бирәләр (500 миллилитр). Икенсе көнөнә һөт эсерерҙән 30 минут алда бирәләр. Ҡайнатма әҙерләү өсөн бер литр һыуға 50 грамм ваҡланған кесерткән һалалар ҙа 5-10 минут ҡайнаталар.
Ирәүәндең йәш быҙауҙарға ла, һыйырға ла файҙаһы, дауаһы шулай уҡ баһалап бөткөһөҙ. Уның кипкән тамырҙарынан ҡайнатма әҙерләйҙәр. Бының өсөн ваҡланған тамырға ҡайнап торған һыу ҡоялар (1:5-10) һәм бер сәғәткә ҡаплап ҡуялар. Ҡайнатманы көнөнә ике-өс тапҡыр эсерәләр. Ваҡланған тамыр өлөштәрен һуңынан ҡатнаш аҙыҡҡа ҡушһаң да ярай. Малдың аҙыҡ һеңдереүен яҡшыртыу өсөн һыйырҙарға 20-40 грамм, быҙауҙарға 2-10 грамм иҫәбенән ваҡланған тамыр бирәләр.