Ябылалар, ябылалар...10.07.2018
Сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡарата былтырғы һәм быйылғы иҡтисади санкциялары айырыуса сәнәғәт тармағының бәкәленә һуға. Нефткә хаҡтың төшөүе һумдың осһоҙланыуына килтерә, һөҙөмтәлә инфляция үҫә, уныһы халыҡтың һатып алыу һәләтенә йоғонто яһай.


Иҡтисад баҙарында иң тәүҙә бәләкәй һәм шәхси предприятиеларҙың хәле көрсөккә терәлә. “Росстат” мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, илебеҙҙә 1993-тән алып быйылғы йыл башынаса барлығы 600 мең предприятие ябылған. Шул уҡ ваҡытта яңылары ла асылып тора. Әммә нисбәт һуңғылары файҙаһына түгел. Мәҫәлән, 2017-2018 йылдарҙа ете мең тирәһе шәхси предприятие эш башлаһа, туғыҙ меңдән ашыуы эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әйткәндәй, бының сәбәптәрен аңлатҡанда, эшҡыуарҙарҙың 30 проценты үҙенең бөлгөнлөккә тарыуын атай.
Әлбиттә, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары өлөшөнә эске тулайым продукттың 20 процент тирәһе генә тура килә. Сәнәғәт гиганттары менән сағыш­тырғанда, был бик аҙ. Шулай ҙа бындай юғалтыуҙар ҙа иҡтисади хәл-торошто ныҡ ҡаҡшата, сөнки ил халҡының мул, етеш йәшәүен тап шулар билдәләй.
Шәхси предприятиеларҙың күпләп ябылыуында хоҡуҡи фактор ҙа бар. Тотороҡһоҙ иҡтисади һәм еренә еткереп яйланмаған закон сығарыу шарттарында ҡанундарға йыш һәм күп кенә үҙгәрештәр керетелә, ваҡыт-ваҡыт алдағыһын юҡҡа сығарған норматив акттар һәм ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инә.
Юридик белеме булмаған йәки штатта хоҡуҡ белгесен тотмаған эшҡыуар бөтә был яңылыҡтарҙы белеп бөтмәй. Етмәһә, төбәк норматив акттары федераль кимәлдәгеләренә ҡаршы килгән осраҡтар ҙа бар. Әммә законды белмәү яуаплылыҡтан азат итмәй. Һөҙөмтәлә йүнсел ниндәйҙер ҡағиҙәне боҙоп, штраф, пеня һәм башҡа язаға дусар ителә. Ә айырыуса ҙур штраф күләме шәхси эшҡыуарҙы бөлгөнлөккә лә төшөрөргә мөмкин.
Ошондай хәлдә шәхси предприя­тиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Алдынғы, үҫешкән илдәрҙә эске тулайым продукттың 40 – 50 проценты бәләкәй бизнесҡа тура килә. Беҙҙең ил етәкселеге лә был хаҡта етди уйлана һәм төрлө дәртләндереү сараларын тормошҡа ашыра.


Вернуться назад