Берләшеп эшләү кәрәк06.07.2018
“Кооперация хәрәкәтен йәнләндереү – көнүҙәк мәсьәлә. Бары шул саҡта ғына ауыл халҡы, ер кешеһе үҙенең ауыр хеҙмәтенең хаҡын аласаҡ. Был – үҙ сиратында ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙың бер ысулы. Әлбиттә, бының өсөн сығым да, һөҙөмтәле эшләгән закон да кәрәк”, – ти белгестәр.

Бөгөн республикала 120 ауыл хужалығы кооперативы теркәлгән. Былтыр 39 яңы берләшмә барлыҡҡа килгән. Быйыл уларға тағы 100 кооператив өҫтәлер тип көтөлә.
Был йүнәлештә беҙ илдә ун икенсе урынды биләй­беҙ. Ауыл хужалығы кооперациялары үҫешенә арналған ултырышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта һөйләп: “Эшебеҙ йылдам бара. Киләсәктә ошо юҫыҡта иң яҡшы ун төбәк исемлегенә инәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе.
Ысынлап та, бөгөн ҡыуа­нып һөйләрлек уңыш­тар бар. Мәҫәлән, күптән түгел республикала тәүге орлоҡ­со­лоҡ кооперативы – “Баш­ҡортостандың элиталы орлоҡтары” ойошторолдо. Кушнаренко, Ауырғазы, Мәсетле, Борай, Благовар һәм Шишмә райондары хужалыҡтары – орлоҡсолоҡ буйынса ауыл хужалығы ҡулланыусылары – уның ағзалары булды. Белгестәр билдәләүенсә, бындай кооператив селекция ҡаҙа­ныш­тарын күмәк етеште­реүгә сығарыуға ярҙам итәсәк. Хужалыҡтарҙың килемлелеген продукция сифатын яҡшыртыу иҫәбенә арттырыу күҙаллана.
Былтыр Шишмә райо­ны­ның Тәпәреш ауылында фермерлыҡ хужалығы база­һында “Экопродукт” ауыл хужалығы кооперативы төҙөлгән. Ойошма йыл­ҡы, һыйыр, ҡош ите етештереү һәм уларҙан төрлө аҙыҡтар әҙерләүгә махсуслашҡан. Күгәрсен районындағы бер нисә хужалыҡ, шәхси эшҡыуар­ҙар “Тәүәкән-ит” кооперативына берләшкән. “Етеш­тер­гән продукцияны кооператив аша һатыу сығым­ды 20 – 25 процентҡа кәме­тергә, ә табышты күбәйтер­гә мөмкинлек бирҙе”, – ти ауыл хужалығы эшсәндәре.
Күптән түгел республика Хөкүмәтендә табышты көйләгән проекттарҙы тор­мошҡа ашырыу өсөн грант биреү тәртибен раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, быйыл төбәге­беҙҙә ауыл эшсәндәренә артыҡ бойҙайын, һөтөн, итен, емеш-еләген эшкәр­тергә мөмкинлек биргән предприятиелар төҙөлә башлаясаҡ. Бының өсөн өс миллион һум күләмендә гранттар биреү ҡаралған. Тағы итте, емеш-еләкте, йә­шелсәне туңдырып, ҡап­тарға төрөү буйынса бәлә­кәй цехтар асылыр тип көтөлә.


Вернуться назад