Ауылда етештереү һәм эшкәртеүҙең иң отошло алымы
Ауылдың бөгөнгө проблемаларын аңлау өсөн ундағы тормошто белергә, крәҫтиәндең хәлен төшөнөргә кәрәк. Рәсәй ни тиклем үҙен цивилизациялы, бөйөк итеп күрһәтергә тырышмаһын, оборона-сәнәғәт комплексында алдынғы технологиялар менән маҡтанмаһын, тотош илдең туҡлығы һәм сәләмәтлеге элеккесә тап крәҫтиәндең именлегенә һәм әүҙемлегенә бәйле. Бөгөн ауылдың социаль-иҡтисади хәле нисек?Иң бай ил
Эйе, әгәр милли байлыҡты халыҡ иҫәбенә бүлһәк, Рәсәй – барлыҡ ресурстар буйынса донъяла иң бай ил. Һәр айырым граждан американдан – ике, немецтан – алты, япондан 22 тапҡырға байыраҡ! Йәшәү өсөн иң уңайлы булған Норвегия менән Финляндия үҙҙәрен бары тик тәбиғи ресурстар иҫәбенә тәьмин итә! Сит ил ғалимдары иҫәпләүенсә, бөгөнгә Рәсәйҙең милли байлығы — 350 – 400 триллион АҠШ доллары күләмендә, шул иҫәптән тәбиғи-ресурс ҡеүәте 85 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы ҡоро ер биләмәһе буйында донъяла беренсе урында (12,9 процент), һөрөнтө ер күләме буйынса – дүртенсе (9,5 процент), ҡара тупраҡтың – 55, эсәр һыуҙың – 50, ылыҫлы ағастарҙың 60 процентына эйә, газ яғыулығының – 25, шыйыҡ (9,5 процент) һәм ҡаты яғыулыҡтың ете процентын етештерә, әммә уның өлөшөнә тулайым эске продукттың 1,12 проценты ғына тура килә! Сағыштырыу өсөн миҫал: Беренсе донъя һуғышы алдынан ил планета майҙанының 17 процентына эйә була, унда Ер шарындағы халыҡтың 10 проценты йәшәй һәм донъялағы тулайым эске продукттың 9,4 проценты етештерелә. Ил Иван Грозный ваҡытынан 400 йыл үҫешә, әммә XXI быуат башында биләмәһенең – 40, халҡының 2,5 процентын юғалта. Шулай итеп, ҙур, бер нәмә менән дә сағыштырып булмаҫтай, шул иҫәптән тәбиғи байлыҡтарға эйә булып, Рәсәй граждандары матди йәһәттән бик күп илдәрҙән артта ҡала. Был, әлбиттә, халыҡтың психологик торошона ла йоғонто яһай.
Рәсәйҙең төп байлығы, илдең иҡтисади үҫеш факторы — ғәмәлдә ер ул. Кешелек эшкәртелгән тупраҡтан уңыш сифатында 88 процент ризыҡ, тағы 10 процентты көтөүлектәрҙә һәм яландарҙа үҫкән малдың ите-майы рәүешендә ала. Йәшәүе һәм эшмәкәрлеге өсөн кеше ошо урында заводтар, фабрикалар, мәктәптәр, дауаханалар төҙөй. Әлегә бары тик ер генә барлыҡ кешелек өсөн сәңгелдәк булып тора. Ҡағиҙә булараҡ, ул төп милли байлыҡ тип баһалана һәм, ысынлап та, ҡануниәт тарафынан ҡәтғи һаҡланған илдәре генә бай, халҡы етеш йәшәй.
Рәсәйҙең 25 йыллыҡ яңы тарихында илдә үткәрелгән реформа һөҙөмтәһендә ергә милек формаһы тамырынан үҙгәрҙе, күсемһеҙ милектең йөҙҙәрсә миллиондан ашыу шәхси хужаһы барлыҡҡа килде, шул иҫәптән уларҙың яртыһы тиерлек аграр секторҙа ғына 150 миллион гектар ергә эйә (Европаның дөйөм һөрөнтө еренән дә күберәк). Тарҡатылған һәм бөлгөнлөккә төшкән колхоз-совхоздар нигеҙендә 300 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолдо. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, нигеҙҙә, һөрөнтө ерҙәрҙә, тиҫтәләрсә миллион Рәсәй кешеһе ер пайы алды. Илдә әйләнештә йөҙҙәрсә миллион гектарҙа тиҫтәләрсә миллион участка булған ер баҙары барлыҡҡа килде.
Әммә ни өсөндөр фермерҙар ҙа, пайсылар ҙа һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙе туйындырыусы була алманы. КФХ-лар, миллиардтарса һум дәүләт ярҙамы алыуға ҡарамаҫтан, илдең ауыл хужалығы продукцияһының ни бары 10 процентын етештерә. Миллионлаған гектар пай ере ташландыҡ хәлдә йәки яңы барлыҡҡа килгән латифундистар тарафынан үҙләштерелгән. Рәсәй кеүек бөйөк илде граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы туйындыра башланы. Әлбиттә, бындай боролошто хәҙерге властар көтмәгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн йәшелсә-емештең, ит-һөттөң, картуфтың 75 – 90 процентын ярҙамсы хужалыҡтар етештерә.
Әле һаман йомғаҡ яһалып бөтмәгән 2016 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу һөҙөмтәләре лә ауыл халҡының дәүләт тарафынан ярҙам күрмәгән ярҙамсы хужалыҡтары көтмәгәндә шул уҡ дәүләттең илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү терәге булып китеүен раҫлар. Шуныһы ҡыҙыҡ: эре холдингтар тиҫтәләрсә миллион тонна игенде сеймал рәүешендә сит илгә оҙатып, Рәсәйҙең нефть, газ ғына түгел, игенде лә үҙендә эшкәртә алмаған сеймал державаһы булыуын тағы бер дәлилләне. Әгәр экспортҡа ярма, макарон, көнбағыш майы, игендән һәм майлы орлоҡтарҙан алынған яңы продукция оҙатылһа, дәүләт ҡаҙнаһына һәм шул уҡ ауыл хужалығы етештереүселәрҙең үҙ бюджетына нисәмә миллиард сит ил валютаһы инер ине икән?!
Шәхси хужалыҡтар – төп етештереүсе
Башҡортостан эре аграр төбәк булды һәм шулай булып ҡала, айырым күрһәткестәр буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Әммә ауыл хужалығы, бигерәк тә ярҙамсы хужалыҡтарҙың һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү кооперацияларының булмауы беҙгә лә хас.
Бигерәк тә был ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланыуҙа асыҡ сағыла. 2015 йылда республикала төбәктең 7 332700 гектарын (51,3 процент) ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәптән 3 667197 гектар (50 процент) һөрөнтө ерҙәр алып тора. Шул ваҡытҡа 2746 ойошма һәм 1 415495 граждан 3 600400 гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртә һәм производство маҡсатында 769500 гектар ерҙе, шул иҫәптән 7 004900 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен алып тора.
Һуңғы ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә Ер фондын ҡулланыусылар структураһы бер ни тиклем үҙгәрҙе. 2000 – 2015 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың дөйөм ер майҙаны 27 процентҡа (6 612900 гектарҙан 5 200400 гектарға тиклем, шул иҫәптән ауыл хужалығы ерҙәре — 5 733000 гектарҙан 4 741200 гектарға тиклем) кәмей. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ерҙәренең дөйөм майҙаны 1,5 тапҡырға арта (1 647800 гектарҙан 2 557800 гектарға тиклем, шул иҫәптән ауыл хужалығы ерҙәре – 1 472200 гектарҙан 2 326900 гектарға тиклем). Әлеге ваҡытта республикала шәхси хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы продукцияһының яртыһы, шул иҫәптән картуфтың – 90, йәшелсә-емештең – 70, ит һәм һөттөң – 70, йомортҡаның 40 проценты етештерелә. Ярҙамсы хужалыҡтар — бөгөн экологик таҙа туҡланыу ризыҡтарын төп етештереүсе.
Бынан ниндәй һығымта яһарға мөмкин: һуңғы 20 йылда республиканың агросәнәғәт комплексы үҫешендә күҙәтелгән күренештәрҙән сығып ҡарағанда, шәхси һәм ярҙамсы хужалыҡ алып барған хужалыҡтар, баҡсасылар, КФХ-лар кеүек үк, йәшәүгә һәм дәүләт ярҙамын алыуға хоҡуҡлы. Был эште төбәк үҙ ҡарамағына һәм күҙәтеүенә алырға тейеш. Финанс мөмкинлектәре булмаған һәм дотацияла ултырған муниципаль берәмектәр, бигерәк тә райондар һәм ауыл биләмәләре, үҙ биләмәләрендә ауыл хужалығын үҫтереүгә тейешле ярҙам күрһәтә алмай, сөнки Рәсәйҙә муниципаль бюджеттарҙы һалым килеме менән тулыландырыу 40 проценттан да түбән. Мәҫәлән, 2014 йылда ул 31 процент ҡына була.
Әгәр дәүләт шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ил бюджетынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына күрһәтелгән күләмдә ярҙам күрһәтһә, был бик дөрөҫ булыр, илде хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ҙә юғары күрһәткестәргә күтәрелер ине. Беҙ күптән Мысыр картуфын, Төркиә помидорын, Үзбәкстан алмаһын ашауҙан туҡтар инек, сөнки был ризыҡтар илдең һәр төбәгендә үҫә. Урынлы һорау тыуа, ә ни өсөн бөгөн Рәсәйҙә миллионлаған гектар пай ерҙәре эшкәртелмәй ята? Ә бит уларҙа, дәүләт ярҙамы булғанда, ябай ауыл кешеһе илгә кәрәкле продукция үҫтерә, илде аҙыҡ-түлек менән күмә ала.
Крәҫтиәнгә ер таратып бирҙеләр, әммә күпселек хатта пай ерҙәренең ҡайҙа икәнлеген дә, һөҙөмтәлә уны нисек файҙаланырға ла, унан нисек файҙа күрергә лә белмәй. Был юлы ла ваучерҙар – хосусилаштырыу чектары менән булған тарих ҡабатланды: халыҡ уны ҡағыҙ фантик итеп күрҙе, ә уларҙы һәр пайсынан һуҡыр тингә һатып алыусылар миллионер булып китте. Хатта пай ерҙәрендә нимәлер етештереп маташҡандар ҙа продукцияһын ни эшкәртә, ни файҙалы хаҡҡа һата алмай. Бының барыһына ла бер сәбәп – ауылда кооперация юҡ!
Беҙҙә тарҡаттылар, сит илдә – киреһенсә
Тәжрибә күрһәтеүенсә, капиталистик илдәрҙә төп милли байлыҡ – ерҙе файҙаланыу буйынса ер ҡануниәте һәм дәүләт күҙәтеүе ни тиклем ҡәтғи, шул тиклем иҡтисад ныҡлы һәм халыҡтың йәшәү кимәле юғары. Парадокс: ерҙең ни тиклем күп өлөшө йәки тотош илдең ер фонды дәүләт милкендә булып, капиталистар уның менән файҙаланһа ғына, ер һөҙөмтәлерәк ҡулланыла һәм яҡшыраҡ һаҡлана. Шуныһы ла аптырата: алдынғы сит илдәр ауылдағы социалистик кооперацияның барлыҡ тәжрибәһен миҫал итеп алып, уны фермер хужалыҡтары араһында үҙ-ара уңайлы шарттарҙа ҡуллана. Ул ғына ла түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында социалистик лагерь тарҡалғандан һуң, Варшава килешеүе буйынса барлыҡ союздаштарыбыҙ, мәҫәлән, Венгрия, Рәсәйҙәге кеүек ауылдарҙы юҡҡа сығарырға тырышманы, ә киреһенсә, ауыл хужалығы кооперативтарын тулыһынса һаҡлап ҡалып, тыныс ҡына капитализм төҙөй башланы һәм шуның менән отто ла.
Рәсәй һәм Советтар Союзы тарихы уйлап эшләнгән ауыл кооперацияһының ыңғай тәжрибәһенә эйә. XX быуаттың 20–30-сы йылдарында беренсе колхоздар, ерҙе эшкәртеү буйынса ойошмалар (ТОЗ), шәхси хужалыҡтар эшкәртеү һәм һатыу кооперативтарына берләшеп, ауылды техника, орлоҡ менән тәьмин итә, ауыл хужалығы продукцияһын һатып алып, эшкәртеп, уңайлы шарттарҙа һата. Бөгөн дә XX быуаттың 80-се йылдарында эшләп килгән, халыҡтан картуф, емеш-еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре һ.б. һатып алған әҙерләү контораларын күптәр иҫләй.
30-сы йылдарҙа репрессияланған бөйөк рус һәм совет аграр иҡтисадсылары А. Чаянов менән Н. Кондратьев крәҫтиән хужалыҡтарын ойоштороуға үҙ ҡарашын булдыра, ер эшкәртеү менән сәнәғәт араһындағы үҙ-ара бәйләнеште раҫлай. Н. Кондратьев 1917 йылғы революция шаһиты ғына булмай, ул Ваҡытлы хөкүмәттең һуңғы составына аҙыҡ-түлек министрының дуҫы булып инә. Ул илдең һынылышлы осорҙарында ер эшкәртеүсе менән сәнәғәт араһындағы кооперацияның ҙур мөмкинлектәрен теоретик яҡтан дәлилләй, әммә Сталин власы уны файҙаланырға теләмәй. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай коммунистары ошоно өйрәнеп, үҙҙәренең ярлы илен аҙыҡ-түлек, кейем-һалым етештереү буйынса донъя лидеры рәтенә сығарҙы һәм XXI быуат башында үҙ тауары менән бөтә донъяны баҫып алды.
Башҡортостан етәкселегенең ауылдарҙа һәр ерҙә кооперативтар булдырыу тәҡдиме — бөгөнгә урындарҙа производство һәм хеҙмәт ҡеүәтен, ауыл хужалығы продукцияһын, бигерәк тә крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештереү һәм эшкәртеүҙе үҫтереүҙе һаҡлап ҡалыуҙың ваҡытлы һәм берҙән-бер ысулы. Был бик ваҡытлы һәм дөрөҫ ҡарар.
Ғарифулла ЯПАРОВ,
ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор,
Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы.