Өфөлә иң оҫта ташсыларҙың XII республика конкурсы үтте. Төҙөүсе, ташсы... Уларҙың ҡулдары менән матур йорттар, күркәм мәҙәниәт һәм ял итеү усаҡтары, балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлә. Төҙөүсе – элек-электән маҡтаулы һәм хөрмәткә лайыҡ һөнәр. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йәштәр ташсылар әҙерләгән уҡыу йорттарына атлығып тормай. Ә бит был һөнәр эйәләре бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай, бөгөн бөтә ерҙә төҙөлөш ҡыҙыу бара. Тап шуға ла баш ҡалала ойошторолған конкурстың маҡсаты эшселәрҙең оҫталығын арттырыу, тәжрибә, ошо шөғөлдөң нескәлектәре менән уртаҡлашыу, йәш быуынға һөнәр һайларға йүнәлеш биреү ине.
Бәйгелә республиканың 16 төҙөлөш ойошмаһынан 40 оҫта таһыллыҡҡа көс һынашты. Улар тәүҙә теоретик йәһәттән белемен күрһәтте, хеҙмәт урынында ҡағиҙәләрҙе һаҡлау һәм талап ителгән технологияларҙы үтәү буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңынан оҫталар кирбес һалыу буйынса маһирлығын иҫбатланы. Иҙмәне, кирбесте нисек теҙә, үҙен нисек тота? Талапсан комиссия ағзалары уларҙың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышты.