Кейемеңде кемдәр теккән?27.06.2018
Рәсәй баҙарындағы еңел сәнәғәт тауарҙарының өстән бер өлөшө — контрафакт. Сит илдән ялған юл менән килгән импорттан билдәле бренд аҫтында йәшерен етештерелгән аяҡ һәм өҫ кейемдәренән ҡаҙна йөҙәр миллиард һум һалым юғалта. Аң-тоңдо абайламаған халыҡ ялтырауыҡлы, билдәле этикеткала сифатһыҙ тауар алып алдана.

“Роспотребнадзор” сентябрҙән февраль айына ҡәҙәр пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарып, иҫ киткес кәмселектәр асыҡлаған. 200 мең тауар партияһының 81 меңендә ялған һәм контрафакт билдәләре фаш ителгән. Был уларҙың маркировка ҡағиҙәләрендә табылған. Оҙатыу до­ку­менттарында ла күп етешһеҙлектәр бар.
Контрафактҡа башлыса кейем­дәр, күндән тегелгән әйберҙәр, бала­ларҙың аяҡ кейеме эләгә. Инспек­торҙар дәғүә белдергән тауарҙарҙың һәр өсөнсөһө — Ҡытайҙан, 20 проценты — Рәсәйҙән, алты проценты Төркиәнән килгән.
Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй ба­ҙарында еңел сәнәғәт әйберҙәренең дөйөм күләме 1,4 триллион һумдан ашып китә. 50-нән 60 процентҡа тиклеме Рәсәйгә транзит аша Ҡыр­ғыҙ­с­тандан һәм Ҡаҙағстандан килгән “һоро” импортҡа тура килә, сөнки ЕАЭС-тың тышҡы сиктәрендә яһалма тауарҙарҙы етди күҙәтеү урындары юҡ.
Рәсәйҙең тикшереү органдары контрафактты сик буйында түгел (был ЕАЭС килешеүендә тыйылған), ә илдең эре келәттәрендә күмәр­тәләп һатыу базаларында, сортҡа айырыу үҙәктәрендә һөҙөп алырға тырыша. Былтырғы йыл һөҙөм­тәләре буйынса, 500-гә яҡын ошондай күҙәтеү булған. 2016 йылдан, “күләгәле сауҙа”ны фашлау маҡсатында, күн әйберҙәрҙе мотлаҡ тамғалау башланды. Был алымды Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында уңышлы тип һанайҙар. Киләсәктә аяҡ кейемдәренә лә ошондай чиптар ҡуйырға вәғәҙәләйҙәр.
Әйткәндәй, был дәүләт һәм Ватан эшҡыуар­лығына контрафактҡа ҡар­шы көрәштә ыңғай һөҙөмтә бирһә, килеме даими төшә барған халыҡ өсөн яза кеүек ҡабул ителә, сөнки таможня аша түләүһеҙ индерелгән тауар йыш ҡына законға яраҡлы килтерелгәндәренән ҡайтыш түгел. Ә еңел сәнәғәттә арзан продукцияға ихтыяж арта бара, илдәге бөгөнгө иҡтисади тормош шуны талап итә.
Контрафакт юл менән ингән продукцияны нисек айырырға һуң? Әлбиттә, бының өсөн этикеткаларҙы иғтибар менән өйрәнергә кәрәк. Ни генә тимә, ябай күҙ йәки ҡул менән тотоп ҡына бындай тауарҙарҙы билдәләү мөмкин түгел. Таможня берләшмәһенең Техник регламенты, тауарҙың этикеткаһында мотлаҡ был кейем хаҡында мәғлүмәт, ҡайһы илдән килеүе, етештереүсеһе, үлсә­ме, сеймал составы, партия һаны, етештереү ваҡыты, гарантияһы, шулай уҡ Таможня берләшмәләре ағзаларының берҙәм билдәһе хаҡында белешмә булырға тейеш, ти. Әгәр тауарҙың ярлығында ошондай белешмәнең ниндәйҙер элементы юҡ икән, тимәк, һеҙ һайлаған кейем — контрафакт.


Вернуться назад