Ҡортлокүл ауылы биләмәһенә килеп инеү менән малдарҙың сым менән уратып алынған иркен көтөүлектә йөрөүе күҙгә ташланды. Булдыра бит заман уңғандары! Күренеп тора: был алым харап уңайлы. Ғәҙәттә, көтөүсе хайуанҡайҙар таралып китмәһен, баҫыуға төшөп ҡуймаһын, тип шөбһәләнеп, уларҙы һәр яҡтан ҡамап йөрөтә. Ә былай, ана, хөрриәт! Нисек ирәүәнләп, таралып китеп йомшаҡ үлән уртлап йөрөйҙәр. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, “Хәйлатипов” шәхси предприятиеһының идарасыһы Фәнғәт Дәүләтшин:
– Харап ҡулайлы ул, – тип һүҙ башланы. – “Электр көтөүсе”гә киткән сығым тәүге йылда уҡ хаҡын ҡайтара. Тәүлек әйләнәһенә малдар иркен тәбиғәттә йөрөй, ауыл трасса буйында урынлашҡас, һәүкәштәр машинаға тапалып ҡуймаһын тип тә хафаланаһы түгел. Сәсеүлектәр ҙә ошо тирәлә бит, мал-тыуарҙың баҫыуҙағы ашлыҡты тәләфләүенә юл ҡуйылмай.
Баҡһаң, заман көтөүсеһе барлыҡ районда таралған икән. Хәҙер бында шаҡтай биләмәләр тимер сым менән уратып алынған. Ауыл халҡы ла “электр көтөүсе”һен ҡулайлы күрә.
Предприятиеның директоры Сәфелварис Хәйлатиповтың үҙен күреп булманы. Өфөгә эш менән киткәйне. Шуға ла Фәнғәт Сәғмән улы менән һөйләштек.
– Предприятие 2009 йылда ойошторолдо, – тине ул. – Йылҡы, һыйыр малдары үрсетәбеҙ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәбеҙ. Аллаға шөкөр, эшебеҙ ырамлы бара, район етәкселәренең һәр яҡлап ярҙамын тоябыҙ, техника алыуға булышлыҡ итәләр.
Ә 2015 йылда Фәнғәт Сәғмән улы үҙенең “Дәүләтшин” крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторһа ла, улар бергәләшеп, бер маҡсат менән тир түгәләр. Киләсәктә бер кооперативҡа берләшеп эш итергә хыялдары. Уларҙың уй-ниәте аңлашыла: бергәләшеп эшләгәндә ҡаршылыҡтарҙы йырып сығыуы ла еңелерәк, эштең һөҙөмтәлелеге хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Һәр кемгә үҙ шөғөлөн үҙе аңлаған, үҙе белгән йүнәлештә башлау отошлолор, моғайын. Һөнәре буйынса механизатор Фәнғәт ағай ваҡытында хужалыҡта төрлө вазифа башҡара, бөгөн ул – директорҙың уң ҡулы. Хужалыҡта даими һигеҙ-туғыҙ кеше эшләһә, яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу мәлендә коллектив ишәйә. Күптән түгел район агрономдары конференцияһының тап ошо “Хәйлатипов” предприятиеһы базаһында үткәрелеүе тиккә түгел. Хеҙмәт емеше, уңыштары менән һәр йәһәттән бүтәндәргә өлгө булып тора хужалыҡ.
Техника етәрлек, грантҡа бирелгән аҡсаға “Беларусь” тракторы, тағылма инвентарҙар алғандар. Барлыҡ ер эшендә заман технологиялары ҡулланыла. Мәҫәлән, тракторҙар ГЛОНАСС системаһына көйләнгән. Быйыл хужалыҡта бөтәһе 400 гектар майҙанда бойҙай, 160 гектар ҡышҡы бойҙай, 140 гектар арыш, 200 гектар ҡарабойҙай, арпа, һоло сәскәндәр. Бөтмөр егеттәр заман талаптарын да онотмай, юғары табыш бирә торған культураларға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Бөтәһе бергә 1680 гектар сәсеүлек майҙаны бар.
– Сәсеүлектәргә ашлама индереүгә етди иғтибар бирәбеҙ, – тип һүҙен дауам итә Фәнғәт Сәғмән улы. – Шуға ла былтыр тос уңыш йыйып алдыҡ. Әммә, әлеге лә баяғы, игенгә хаҡтың төшөүе бәкәлгә һуға. Бына әле келәттә 100 тонна арпа, 240 тонналап бойҙай ята. Шуға ла быйыл районда беренсе булып тәүге тапҡыр 165 гектарҙа рапс сәстек. Был культураға хаҡ та, һорау ҙа бар. Сифатлы ашлыҡтың килограмы 22 һумға етә.
Хужалыҡта тәжрибәле механизаторҙар эшләй. Мәҫәлән, шундай уңғандарҙың береһе Фәнғәт Миңлеғәлиев Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Ришат Сөләймәнов, Илшат Гәрәев, Нәфис Муллинды маҡтап телгә алды етәксе. Эш хаҡы ваҡытында түләнеп барғас, егеттәрҙең кәйефе шәп. Уларҙы ашнаҡсы Рәзимә Наретдинова тәмле аш-һыу менән һыйлай.