Кемдең ыҙмаһы иң бейеге?26.06.2018
Кемдең ыҙмаһы  иң бейеге?Мостай Кәримдең әҫәре буйынса ҡуйылған “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклендә, хәтерегеҙҙәлер, бер малай ауыл урамында һөйләшеп торғанда тиҫтерҙәренән шулай тип һорай. Кешелек донъяһы элек-электән иң бейек йортҡа эйә булыуҙы ҙур өҫтөнлөктәрҙең береһе тип һанаған. Шуға күрә күп кенә илдәр күккә олғашҡан биналарға күберәк эйә булырға ынтыла, бының менән үҙенең иҡтисады алға китеүен раҫларға тырыша.

Бейек йорттар төҙөү еңел эш түгел, бының өсөн үҙенә башҡа технологиялар ҙа, белгестәр ҙә талап ителә, шуға күрә лә ошо йүнәлештәге мәсьәләләр менән шөғөлләнеү өсөн 1969 йылда АҠШ-та Халыҡ-ара совет булдырыла. Уның тәүге маҡсаты итеп бейек биналарҙы проектлау һәм конструкцияларын яһау билдәләнһә лә, артабан ул киң танылыу ала. Һәм хәҙер донъялағы иң бейек 100 йорт исемлеген төҙөгән ойошма булараҡ билдәле.
Ун йыл самаһы элек Совет планлаштырылған, проектланған һәм төҙөлә башлаған йәки һүтеп алынған бейек йорттар тураһындағы мәғлүмәт базаһы булдырған, ул туҡтауһыҙ яңыртылып тора.


Вернуться назад