Ел-ямғырҙан һаҡлап, хоҡуҡтарын яҡлап...26.06.2018
Һуңғы өс йылда Башҡортостан инвестиция климатының торошо буйынса милли рейтингта байтаҡҡа өҫкә күтәрелде һәм, былтырғы йомғаҡтар буйынса, 13-сө урынды алды. Ә дәүләттең хосуси өлкә менән хеҙмәттәшлеге буйынса беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе урынға сыҡты.
Эшҡыуарлыҡ йәмғиәте дәүләт власының административ кәртәләрҙе түбәнәйтеү, үҙ эшеңде асыу һәм алып барыу буйынса шарттарҙы яҡшыртырға тырышыуын баһаланы, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы. Мәҫәлән, эшҡыуарҙың төп процедуралар буйынса йөрөүгә киткән ваҡыты күпкә ҡыҫҡарған. Башҡа ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ла алға китеш һиҙелерлек.
Министрлыҡ белгестәре раҫлауынса, яҡшы яҡҡа үҙгәреш бигерәк тә банк иҫәбен асҡанда күренә. Хәҙер бының өсөн элеккесә биш көн түгел, ә биш-алты сәғәт кенә талап ителә. Кадастр иҫәбенә ҡуйыуға элегерәк ун көн талап ителһә, әле быны дүрт-биш көндә башҡара алалар, ер биләмәһенең урынлашыу схемаһының раҫланғанын 30 көн көтһәләр, хәҙер 18 көндән ҡулға алалар, электр селтәрҙәренә тоташыу өсөн быға саҡлы 89 көн ҡаралһа, хәҙер 42 көн уҙа.
Бынан тыш, Башҡортостан иҡтисади тәүәккәллектең иң аҙ булыуы буйынса – дүртенсе, “Эксперт РА” агентлығының иң аҙ финанс тәүәккәллеге исемлегендә һигеҙенсе урында тора.
Бәләкәй һәм урта предприятиелар хужалары үҙҙәре өсөн тәғәйенләнгән дәртләндереү инструменттарын әүҙемерәк файҙалана башланы. Ундай саралар иҫәбенә түбәндәгеләр инә: эшҡыуарлыҡтың тәүге осоро өсөн ҡаралған субсидиялар, кредит алғанда Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау фондының һәм хеҙмәттәш банктарҙың ҡурсалауы, етештереүҙәге инновацияға йүнәлеш тотҡан эшҡыуарҙарға адреслы ярҙам, төбәктәге лизинг компанияларының махсус ярҙамы.
Ярҙам инфраструктураһына 30 ойошма индерелгән. Улар нимә менән ярҙам итә ала һәм мөнәсәбәттәрҙе нисек ҡорорға – был хаҡта “бәләкәстәр”гә түләүһеҙ семинарҙарҙа аңлаталар. Эшҡыуарлыҡты асыу һәм алып барыу буйынса бөтә мәғлүмәттәр менән ике махсуслашҡан сайтта – СМП bizrb.ru мәғлүмәт порталында һәм invtst.bashkortostan.ru инвестиция порталында – танышырға мөмкин. Бизнес асҡан һәм алып барырға теләгәндәр менән тәғәйен эш итеү өсөн Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы булдырылған. Ул республиканың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу вәкәләттәре бирелгән ойошма булып тора һәм бер юлы инвестор өсөн “төбәккә индереүсе ишек” рәүешендә хеҙмәт итә. Бөгөн ошо Корпорация 94 инвестиция проектын бойомға ашырырға ярҙам итә.
Ярҙамдың йоғонтоһо ысынлап бармы? Бөгөн эшҡыуарлыҡ ниндәй хәлдә? Быны власть йүнселдәр менән туранан-тура бәйләнештә генә тоя ала, шуға күрә лә Проект офисының күсмә ултырыштарын предприятиеларҙа үткәреү хәҙер көндәлек күренешкә әүерелде.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы “Бизнес-проба” тигән тапшырыуға күптәр иғтибар итмәй ҡалмағандыр, ул республика ҡалалары һәм райондарының инвестиция йәһәтенән нисек йәлеп итерлек булыуын тикшереүҙе маҡсат итеп алған. Ул ыңғай яҡтарға ғына иғтибар йүнәлтеүсе реклама каналы түгел, ә проблемаларҙы яҡтыртыусы “прожектор”. Һәм, әйтергә кәрәк, төп мәсьәлә эшҡыуарҙар менән урындағы власть араһындағы һөйләшеп-аңлашыуҙың түбән кимәлдә булыуына ҡайтып ҡала.
Инвестиция буйынса ҡануниәт ыңғай яҡҡа үҙгәрә барһа ла, уны камиллаштырыу зарурлығы көнүҙәк әле, шуға күрә ошо эш былтыр ҙа, быйыл да дауам иткән. Бының һөҙөмтәһе булараҡ, өҫтөнлөклө үҫеш биләмәләре, дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлегендә ҡатнашыусылар, экологик проекттар өсөн һалым ташламалары билдәләнгән, ҡайһы бер тармаҡтар һәм предприятиелар өсөн был ташлама осоро оҙайтылған, өҫтөнлөклө проекттарҙы ҡарау һәм ярҙам билдәләү тәртибе ябайлаштырылған. Быйыл махсус инвестиция проекттарында ҡатнашҡандар өсөн дә һалым ташламалары билдәләнгән.
Яҡынса иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, бөтә был механизмдарҙы тормошҡа ашырыу яҡынса 200 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итә аласаҡ.
Дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлегендә былтыр 35 миллиард һумлыҡ алты концессия килешеүе төҙөлгән. Шуларҙың өсәүһе республика кимәлендәге проект булһа, өсөһө – муниципаль кимәлдә. Был аҡсаның иң ҙур өлөшөн – 34 миллиард һумын – Өфөнән көнсығышҡа сығыу юлын төҙөүгә тотонасаҡтар, ҡалған миллиард һумы Салауат ҡалаһында – бала табыу йорто, Мишкә районының Ирсай ауылында ололар һәм инвалидтар өсөн пансионат, Октябрьский ҡалаһында йылылыҡ һәм һыу үткәргестәрҙе реконструкциялауға китәсәк.
Шулай уҡ ошондай төр хеҙмәттәшлек идараһына тапшырыу өсөн 280 объекттан торған исемлек төҙөлгән. Эшҡыуарлыҡты йәлеп итеү маҡсатында мөлкәткә һалымды нуль процент тип билдәләгән норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән.
Эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыуҙы ябайлаштырыу моделдәре
Инвестиция өсөн ҡануниәт
Бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлау
Тура элемтә каналдары
Инвесторҙар менән эш итеүсе ойошма
Кадастр иҫәбе
Инвестиция порталы
Контроль-күҙәтеү эше
Һыу-йылылыҡ селтәренә тоташтырыу
Электр селтәренә тоташтырыу
Газ селтәренә тоташтырыу
Төҙөргә рөхсәт
Хоҡуҡтарҙы теркәү