Малай кеше, техника осратһа, бөтә донъяһын онота бит. Кескәй Таһир ҙа ҡала урамдарына сыҡһа, бер-бер артлы елдергән троллейбустарға ҡарап һоҡланып туя алмай. “Мөгөҙлө автобустың” рулендә үҙе ултырырға хыялланған мәлдәр ҙә булмай түгел. Иң мөһиме — бала саҡтағы хыял тормошҡа аша: Таһир ОРАЗБЕРДИЕВ хәҙер тиҫтә йылға яҡын Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында водитель булып эшләй.Улай ғына ла түгел, иң уңған, яуаплы һәм оҫта хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ул. Быға уның төрлө конкурстарҙан еңеү менән ҡайтыуы – асыҡ дәлил. Таһир күптән түгел, Ялта ҡалаһында бөтә илдән троллейбус йөрөткән 35 коллегаһы араһында беренселекте яулап, ярты миллион һумлыҡ бүләккә лайыҡ булды. Ә 2015 һәм 2016 йылдарҙа ҡала кимәлендәге оҫталыҡ конкурсында еңеүсе тип табылғайны.
Водитель һөнәренә ул хәрби бурысын атҡарғанда өйрәнә, яйлап тәжрибә туплай. Шулай ҙа музыкантҡа, рәссамға илһам килгән һымаҡ, Хоҙайҙан бирелгән таланттыр был оҫталыҡ. Нисек кенә булмаһын, Таһир һәләтен үҫтерә, эшен яратып башҡара һәм, миңә ҡалһа, уның хеҙмәтенә конкурстар ғына баһа түгел. Әгәр ҙә пассажирҙар сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалып, рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләп төшөп китә икән, тимәк, ул, ысынлап та, иң шәп троллейбус йөрөтөүсе!
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.