“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡошсолок фермаһында бөгөн ҡыҙыу осор, һәр ерҙә йәнлелек һиҙелә. Төрлө тарафтарҙан килгән халыҡ әле генә инкубаторҙан сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләрен һатып алыу өсөн сиратҡа баҫҡан. Ауыл халҡы һуңғы йылдарҙа ҡаҙ аҫрауға ныҡлап тотондо, тик күптәр бәпкә баҫтырып мәшәҡәтләнмәй. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, инкубаторҙа сығарылған әҙер бәпкәләргә өҫтөнлөк бирә. Үҙең үҫтереп ыҙаланғың килмәһә, һатыуҙа бер нисә тәүлеклеген йә ярайһы ғына буй еткергәнен, йә булмаһа әҙер түшкәһен һайлап алырға була.Ҡаҙ аҫрау, бер яҡтан, табышлы ла, сөнки сифатлы, тәмле иткә баҙарҙа ихтыяж һәр саҡ бар. Шуға ла бөгөн уңғандар уларҙы күпләп һатып ала. Әйҙә, йәй буйы тәрбиәлә лә аҙаҡ үҙеңдән артып ҡалғанын сығарып һат, тере аҡса һәр ваҡыт кеҫәңә инеп ята.
Күгәрсен районы халҡына бигерәк тә уңайлы, йыраҡҡа йөрөйһө түгел, “Тәүәкән” йәмғиәте линда тоҡомло ҡаҙ үрсетеү һәм уны һатыуға сығарыу менән шөғөлләнә. Ҡаҙ фермаһында бөгөн ете меңдән ашыу ҡош аҫрала, шуның 1400-ө — йәш ҡаҙҙар. Йомортҡаны үҙҙәрендә етештерәләр, быйыл, мәҫәлән, 100 меңдән ашыу дана алғандар. Бөгөнгә 50 меңдән ашыу себеш һатыуға сығарылған.
— Беҙҙең продукцияға ихтыяж булды, буласаҡ, сөнки һатып алыусылар уның сифатлы икәнен билдәләй. Республика райондарынан тыш, күрше Ҡаҙағстандан, Ырымбурҙан, Силәбенән дә килеп алалар, — ти “Тәүәкән” йәмғиәте директорының малсылыҡ тармағы буйынса урынбаҫары Рәйеф Ҡыуатов. — Был тармаҡты артабан да үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, ә бының өсөн уңайлы шарттар беҙҙә етерлек.
Пар ҡанатлылар йәшеллеккә күмелгән иркен туғайҙа, шунда уҡ урынлашҡан яһалма быуала йөрөй, яңы ғына тәпәй баҫҡан бәпкәләр иһә көс нығыта.
Бер нисә йыл эсендә киң ҡолас алған фермала бөгөн барлығы һигеҙ кеше эш менән мәшғүл. Өс ҡаҙ һарайынан тыш, инкубатор цехы урынлашҡан майҙандың тирә-яғы уратып алынған, һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Ҡошсоларҙың әле тынғыһыҙ мәле, көн һайын тиерлек бәпкәләр морон төртә, уларҙы тәрбиәләргә, ашатырға кәрәк. Ҡошсолар Марат Сыңғыҙов, Фәйзулла Хәсәнов, Рим Нуралин, Миңлегөл Яҡшыбаева, Таңһылыу Әбдрәхимова ферма асылған көндән бирле тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡатмарлы тойолған эштең бар нескәлектәрен күптән инде төшөнгән улар. Ферма мөдире Азат Алсынбаев та ҡоштар телен яҡшы “аңлай”.
— Эш оҡшай, ауырлығын һиҙмәйбеҙ, бәпкәләр йәш бала кеүек инде, һәр яҡлап тәрбиә, наҙ талап итә. Туғайға йәйелеп үлән ашаған бәпкәләр һап-һары келәмде хәтерләтә, — ти ҡошсолар.
Әйткәндәй, ҡошсолар шәхси ихаталарында ла ҡош-ҡорт аҫрап, ғаилә бюджетына ярайһы ғына табыш килтерә икән.
Хужалыҡтың үҙҙәренең ҡатнаш мал аҙығы цехы ла уңышлы эшләй, йәш бәпкәләргә иһә Ырымбурҙан махсус аҙыҡ һатып алалар.
Ҡаҙ фермаһының бөгөн табышлы тармаҡ икәнлеген йәмғиәт етәкселеге яҡшы аңлай, шуға ла уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға аҡсаһын йәлләмәй.