Әгәр ҙә кеше хаҡлы ялға китмәй эшләп йөрөһә, был уның артабанғы пенсияһына йоғонто яһаймы? Был мәсьәләне асыҡлау һәм килемде аҙға ғына булһа ла арттырыу маҡсатҡа ярашлымы? Бының өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк? Күп пенсионерҙар хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Күпселек осраҡта балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә матди ярҙам итеү теләге менән аңлатыла был күренеш. Ошондай хәлдә улар хеҙмәт иткән ойошма мотлаҡ Пенсия фондына улар өсөн дә даими иғәнә түләп бара. Пенсияны ҡабат иҫәпләгәндә, ошо иғәнә күләме иҫәпкә алына ла инде.
Ғаризаһыҙ иҫәпләтеү
Страховка пенсияһын ҡабат иҫәпләгәндә һәр кемдең шәхси пенсия коэффициентын ҙурайталар. Ул әле лә эшләп йөрөгән пенсионер өсөн ойошма даими күсереп торған иғәнә 2015 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә алынмағанда башҡарыла:
– ҡартлыҡ буйынса страховкалау пенсияһы билдәләнгәндә;
– аҫраусыны юғалтыу сәбәпле страховка пенсияһын тәғәйенләгәндә;
– инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы бирергә ҡарар ителгәндә;
– страховка пенсияһының бер төрөнән икенсеһенә (ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ арҡаһында) күсергәндә;
– бынан алда иҫәпләгәндә яңы үҙгәрештәр инмәй ҡалғанда.
Бөтә был осраҡтарҙа Рәсәйҙең Пенсия фонды барлыҡ иҫәп-хисапты һәр йылдың 1 авгусынан үҙе яһай һәм ғариза биреүҙең кәрәге юҡ. Шуныһы мөһим: аҫраусыны юғалтыу буйынса пенсия уны ала башлаясаҡ кешенең түгел, ә мәрхүмдең страховка иғәнәләренә ҡарап түләнә, шуға күрә уға шулай уҡ һәр йылдың 1 авгусынан төҙәтмә индерәләр.
Ҡануниәттә пенсияны ғаризаһыҙ ҙа ҡабат иҫәпләү барышында шәхси коэффициенттың иң ҙур күләме билдәләнгән. Был иһә пенсионерҙың пенсия тупланмаһы нисек яһалыуына бәйле:
3 – ағымдағы йылда пенсия тупланмаһы барлыҡҡа килмәгәндәр өсөн коэффициент;
1,875 – ағымдағы йылда пенсия тупланмаһы йыйылған кешеләр өсөн коэффициент.
Ғариза мотлаҡ булған осраҡтар
Страховка пенсияһына өҫтәмә күләмен ҡабат иҫәпләтеү түбәндәге осраҡтарҙа фәҡәт ғариза бирелгәс кенә башҡарыла:
– ғаиләнең хеҙмәткә яраҡһыҙ булған ағзалары артһа. Был осраҡта ҡартлыҡ буйынса һәм инвалидлыҡ пенсияһына тотороҡло өҫтәмә лә ҙурая (ләкин ғаиләләге бындай ағзалар өсәүҙән дә артыҡ иҫәпкә алынмай);
– Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә йәшәргә тура килһә. Өҫтәмә ошо яҡтарҙағы район коэффициенты кимәленә саҡлы арттырыла һәм был сумма кеше шул төбәктә йәшәгән осорҙа ғәмәлдә була;
– Алыҫ Төньяҡта һәм уға тиңләштерелгән төбәктәрҙә эшләп, ҡануниәттә был төбәктәр өсөн ҡаралған хеҙмәт стажы тулһа;
– Аҫраусыны юғалтыу сәбәпле страховка пенсияһы алыусыларҙың категорияһы үҙгәрһә. Мәҫәлән, аҫраусыһын – атаһын йәки әсәһен – юғалтыу арҡаһында страховка пенсияһын алған бала ата-әсәнең икеһенән дә мәхрүм ҡалһа, уға ошо тотороҡло өҫтәмә күләме арттырыла.
Иғәнә түләнмәгән осор нисек иҫәпкә алына?
Эшләгән кеше өсөн уның ойошмаһы Пенсия фондына иғәнә күсереп барған йылдарҙың страховка осоро тип аталыуы билдәле, ләкин граждандың бер ҡайҙа ла эшләмәгән сағы йәки рәсми теркәлмәй хеҙмәт иткән дәүере лә була. Был ике осорҙа ла уның өсөн фондҡа иғәнә күсерелмәй, әммә страховка пенсияһына хоҡуғы һаҡлана. Бындай йылдарға уның, мәҫәлән, баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән, инвалидты йәки оло йәштәгеләрҙе ҡараған, армияла хеҙмәт иткән ваҡыттары инә. Ошо осорҙар стажға индерелә һәм пенсия буйынса балл өҫтәлә бара.
“Страховкаһыҙ стаж” тип аталған бындай осор байтаҡ кешегә хас һәм, нигеҙҙә, ул совет осоронда эшләгәндәргә ҡағыла. Мәҫәлән, балалары күп булыу сәбәпле эш дәүере бик аҙ йылдар тәшкил итеүе, ире хәрби хеҙмәттә булғанда ҡатынына гарнизонда хеҙмәт урыны булмауы һәм башҡа хәлдәр быға сәбәпсе була ала.
Пенсияны ҡабаттан иҫәпләтеү мөмкинлеге хаҡлы ялға 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем сыҡҡан кешеләргә генә ҡағыла. Был датанан һуң пенсия йәшенә еткәндәрҙең килеме яңы формула буйынса иҫәпләнә, һәм унда әле әйтелгән үҙенсәлектәрҙең барыһы ла сағылыш тапҡан, ғариза менән Пенсия фондына барыуҙың кәрәге юҡ.