СССР сит илгә нимә һатҡан?19.06.2018
Советтар Союзы үҙ заманында донъяның 145 иле менән хеҙмәттәшлек иткән. Мәҫәлән, 1986 йылда дөйөм экспорт күләме 68 миллиард 347 миллион һум тәшкил иткән. Ул саҡта экспортҡа оҙатылған продукция күләме импорттан һиҙелерлек күп булған.

Сит илдәргә оҙатылған тауарҙың күп өлөшө яғыулыҡ һәм гидростанциялар өсөн тәғәйенләнгән энергетик ҡорамалдар иҫәбенә тура килгән. 1980 йылда тышҡы баҙарға совет атом реакторҙары сыҡты. СССР турбина һәи генераторҙар етештереүгә, шулай уҡ электр станцияларына лицензия һатҡан. Машиналар эшләү сәнәғәтенең үҫеше илгә техника һәм ҡорамалдар ғына түгел, хатта тулы заводтар һатырға ла мөмкинлек биргән. Завод проектын һатҡас, ил теге йәки был илгә үҙенең инженерҙарын, белгестәрен, төҙөлөш етәкселәрен командировкаға ебәргән.
Әйтергә кәрәк, бөгөн дөйөм Рәсәй экспортының углеводород өлөшө 75 процентҡа етһә, ул саҡта 15 проценттан артмаған. Ә шул уҡ 1986 йылда, нефткә донъя баҙарында хаҡ төшкәс, көскә ете проценттан үҫкән. Машина, ҡорамалдар, транспорт саралары, энергия ҡорамалдарынан ҡала, ситкә һатыуҙа икенсе урынды биләгән.
Транспорт һәм техника һатыуҙың иң күп өлөшө 1980 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1986 йылда экспортҡа 39 мең трактор, 38 мең йөк, 306 мең еңел автомобиль, өс мең автобус оҙатылған. Сит ил ҡулланыусылары сәғәт, телевизор, фотоаппарат кеүек халыҡ ҡулланыуын һәм сәнәғәт тауарҙарын күпләп алған. Бынан тыш, Советтар Союзы химия сәнәғәте, сауҙа суднолары, порт катерҙары, океанда йөҙөү өсөн йөк судноларын әүҙем һатҡан.


Вернуться назад