Сәсеү майҙаны арта19.06.2018
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, быйыл аҙаҡҡы 15 йылда илдә сәсеүлектәр майҙаны 80 миллион гектарҙан артып китте, тип белдерҙе.

Һөрөнтө ерҙәр – илебеҙҙең төп хазинаһы. СССР мәлендә уға үтә етди ҡаранылар – 1938 йылдан алып “Госстат” барлыҡ ауыл хужалығы ерҙәре хаҡында даими ике томдан торған ғилми баҫма сығара барҙы. Ул ваҡытта Рәсәй биләмәһендә 120 миллион гектар майҙанда баҫыу сәселде. Был күрһәткескә беҙ әлегә яҡын да тиңләшмәйбеҙ. 1990 – 2005 йылдарҙа сәсеүлектәр өҙлөкһөҙ ҡыҫҡарҙы, һөҙөмтәлә 2003 йылда ни бары 76 миллион гектар тороп ҡалды. Тап шуға ла эксперттар, беҙҙең илдә кәм тигәндә 40 миллион гектар ер буш ята, тип саң ҡаға.
Бәхеткә күрә, 2008 йылдан хәл яҡшыра башланы, ә былтыр 80 миллион гектарға аҙ ғына етмәй ҡалды. Йәғни 79,86 миллион гектар ерҙә ашлыҡ сәселгән. Быйыл иһә 80,5 миллион гектарға етеүе көтөлә.
Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа иген уңышын мул алһаҡ та, уға хаҡ төшөп, әллә ни файҙа күрә алмайбыҙ. Тап шуға ла был юҫыҡта эш алымын бер аҙ үҙгәртеп, баҙар шарттарында мул табыш бирә торған культуралар майҙанын арттырыу йыш һүҙ ҡуҙғатылды. Ошо йәһәттән көнбағыш, соя, рапс быйылғы миҙгелдең “төп хужалары” тип билдәләнә. Ауыл хужалығы министрлығының стратегик планында уларҙы 12-нән 19 миллион гектарға еткереү күҙаллана. Һөҙөмтәлә уларҙан алынасаҡ дөйөм уңыш икеләтә артыр – бөгөнгө 16,5-тән 35 миллион тоннаға етер тип көтөлә. Программаны экспорттан килгән ҙур табыш иҫәбенә бойомға ашырыу маҡсаты ҡуйыла. Тиҙҙән Рәсәй донъяла көнбағыш майын экспортҡа оҙатыу буйынса беренсе дәүләт булырына ышана белгестәр. Быны һөҙөмтәләр ҙә раҫлай. Һуңғы тапҡыр 5,4 миллион тонна май һатһаҡ, быйыл – 7,3 миллион тонна. Алдағы йылдарҙа 15,7 миллион тоннаға еткерәсәкбеҙ. Хәҙер экспортҡа уңыштың өстән бер өлөшө оҙатылһа, тиҙҙән дүрттән өс өлөшөн йүнәлтәсәкбеҙ.
Хәҙер икенсе иң мөһим мәл – аныҡ ҡына нимә сәсәбеҙ? Традиция буйынса беҙҙең илдә сәсеүлектәрҙең яртыһынан күбеһен иген тәшкил итә. Быйыл ул һөрөнтө ерҙең 58 процентын биләй, мәҫәлән, бәрәңге менән йәшелсәгә ни бары дүрт процент майҙан бүленгән. Тағы 23 проценты малдарға тәғәйен, 15 процентын техник культуралар биләй. Ужым бойҙайы өсөн быйыл – 17,5 миллион, яҙ сәсеү өсөн 31 миллион гектар ер тәғәйенләнгән.
Әлбиттә, бойҙай баҫыуҙарын ҡыҫҡартырға ярамай, әммә малға ашлыҡ үҫтереү өсөн миллионлаған яңы гектар кәрәк. Тимәк, алда сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеүҙең яңы тулҡыны тора. Был осорға тиклем юғалтылған баҫыуҙарҙы йәнә әйләнешкә индерергә кәрәк. Бында 80,5 миллион гектар эштең башы ғына. Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй элек ташлап ҡуйылған 10 миллион гектар ерҙе әллә ни ҙур сығымһыҙ ауылға йәһәт кенә кире ҡайтара ала. Тағы ла алда шундай уҡ майҙанда һөрөнтө ерҙе арттырырға мөмкин, ләкин уны ҡайтанан сәсеүлек баҫыуына әйләндереү өсөн шаҡтай ғына сығым кәрәк. Мәҫәлән, гектарына 30 – 50 мең һум тирәһе аҡса талап ителә. Аҙ түгел. 10 миллионды ошо һанға ҡабатлаһаң, һөҙөмтәлә ярты триллионға барып етә.
Әлбиттә, бының өсөн киткән сығым киләсәктә үҙен аҡлаясаҡ. Белгестәр иҫәпләүенсә, илебеҙ һөрөнтө ерҙәр майҙанын 100 миллион гектарға еткерһә, алынасаҡ уңыш уға киткән сығымды ете – ун йылда ҡаплаясаҡ.


Вернуться назад