Ит ситкә китә19.06.2018
Илдә экспортҡа ит оҙатыу күләме артҡандан-арта. Рәсәй экспорт үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ситкә төрлө төрҙәге 259 мең тонна ит һатылған. Был илгә 352 миллион доллар килем килтергән.

Әйткәндәй, 2013 йылдан бирле бүтән дәүләттәргә ит йүнәлтеү бермә-бер арта. Шулай итеп, былтыр ит экспорты 41 процентҡа үҫкән. Артабан да ошо тиҙлектә эшләһәк, ул сағында тиҙҙән беҙ иттән генә ярты миллиард доллар табыш аласаҡбыҙ.
Беҙҙең ит продукцияһын башлыса элекке СССР илдәре – Украина, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия, Азербайжан, Әрмәнстан һатып ала. Шулай уҡ Вьетнам һәм Гонконгка ла Рәсәй ите күпләп оҙатыла. Бөгөн уларҙың өлөшө 45 процент самаһы тәшкил итә. Әйткәндәй, артабан ошо илдәр аша Ҡытайға ла йүнәлтелә, сөнки Рәсәйҙең күп төбәктәренән бында ит һатыу рөхсәт ителмәгән. Әммә тиҙҙән барыһы ла үҙгәреүе мөмкин. Үҙ-ара санкциялар һөҙөмтәһендә Пекин үҙенең биләмәһенә АҠШ-тан сусҡа итен индереүҙе тыйҙы. Уның урынын беҙҙең “мырҡылдаҡтар” биләүе ихтимал. Шулай уҡ үткән ҡыш Иранға ла Рәсәй ите китә башланы.



Вернуться назад