Төрлөһөнән19.06.2018
Пластик тауҙар...

ТөрлөһөнәнПластмасса ҙур аҙымдар менән бөтә донъяны яулай – сәнәғәттең күпселек тармаҡтарында конкуренттарын ҡыҫырыҡлай. Хәҙер ул күләме буйынса бары металдан, цементтан һәм кирбестән генә ҡалыша.


Дөрөҫ, пластиктың өҫтөнлөгө бихисап. Ул еңел, һығылмалы, ныҡлы, әммә миҙал ике яҡлы булған кеүек, кире сифаттары ла бар. Бөгөн файҙа­ланылған полимерҙарҙың береһе лә серемәй. Шуға ла ер йөҙөндә пластик тауҙар хасил була, океандарҙа пластмасса ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән гигант утрауҙар йөҙөп йөрөй.
Был юҫыҡта ғалимдар күптән саң ҡаға, әммә уларҙы ишетеүсе генә аҙ. Экологтарҙың халыҡ-ара төркөмө, ҡулдарына һандар тотоп, пластикка ҡаршы һөжүмгә сыҡты. Бының үҙ ғилләһе бар. Мәҫәлән, донъяла 8,3 миллиард тонна пластик етештерелгән, шуның теүәл яртыһы һуңғы ун йылда барлыҡҡа килгән. Ташлап ҡуйылған барлыҡ пластмассаның туғыҙ проценты ғына ҡабаттан эшкәртелгән, 12 проценты яндырылған, ҡалған 79 проценты сүп-сар өйөмдәренә оҙатылған. Хәҙер был ҡалдыҡтан Аргентина кеүек ҙур бер илде ҡаплап ҡуйырға мөмкин.
Европала бөгөн пластик ҡалдыҡтарҙың – 30, Ҡытайҙа – 25, ә АҠШ-та туғыҙ проценты эшкәртелә. Үкенескә ҡаршы, әле фән һәм сәнәғәт пластиктан ҡотолоуҙың һөҙөмтәле һәм арзан ысулын тапмаған. Технологиялар күп түгел. Уны пиролиз процесында термик алым менән йәки яндырып ҡына юҡ итергә мөмкин. Әлбиттә, һуңғыһы тирә-яҡ мөхит, кеше организмы өсөн зарарлы.
Белгестәр фекеренсә, пластмасса һауыттар артабан эшкәртеү иҫәбе менән етештерелһә, уларҙы бер нисә тапҡыр файҙаланырға мөмкин булыр ине. Мәҫәлән, пластик шешәне 20 тапҡыр эшкәртергә була. Был үҙ сиратында ҡалдыҡты ярайһы кәметеүгә булышлыҡ итер ине. Әлегә материалдың сифатына бәйле бындай мөмкинлек сикләнгән. Ошо юҫыҡта янып-көйөп тикшереү эштәре алып барған авторҙарҙың береһе Роланд Гейер материалды мөмкин тиклем күберәк ҡабаттан эшкәртеү ысулы барлығын белдерә: “Әммә бөгөн пластмассаның 90 проценты ғына бер тапҡыр эшкәртелә. Иҫәпләүҙәр күрһәтеүенсә, киләсәктә лә ошолай дауам итһә, ул сағында 2050 йылға планетала 12 миллиард тонна пластик етештереләсәк. Мәсьәләне нисек хәл итергә һуң? Был проблеманы киләсәк быуынға ҡалдырыуыбыҙ ҡыҙғаныс”.

Платинамы, алтынмы?

Һуңғы ваҡытта платина төркөмөндәге металдарҙы етештереү алтынға ҡарағанда йылдамыраҡ үҫә.


Ғинуар – апрель айҙарында Рәсәй уларҙы сығарыуҙы 5,4 процентҡа арттырҙы. Көмөш иһә тағы ла күберәк – 18,3 процент. Платина төркөмө металдарына алты элемент ҡарай: рутений, родий, палладий, осмий, иридий һәм платина. Хаҡы юғары булыу сәбәпле, был металдар, алтын кеүек үк, “ҡағыҙҙан киҫелгән” сит ил валютаһын алмаштыра ала. Тап шуға ла Рәсәйгә Көнбайыш санкциялары шарттарында был металдарҙы сығарыуҙы арттырыу мөһим.
Әлегә эштәр насар түгел – уларҙы етештереү алтынға ҡарағанда һиҙелерлек юғары. Тәүге дүрт айҙа алтын табыу ни бары ике процентҡа артты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был да яҡшы һөҙөмтә. Донъяның иң ҡыйбатлы металын етештереүҙе күбәйтеү иҫәбенә беҙҙең илдә алтын запасы ике мең тоннаға етте тиерлек. Әйткәндәй, былтыр ул 224 тоннаға күберәк сығарылды. Хәҙер был йәһәттән үҫеш темпы әллә ни юғары булмаһа ла, тағы дүрт йылдан алтын запасы өс мең тоннаға етеүе ихтимал.

Тоҡомло һыйыр малы кәрәк

ТөрлөһөнәнРәсәйҙә ит өсөн махсус аҫралған тоҡомло һыйыр малы биш процентҡа артҡан.


Быйыл тәүге кварталда ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡта­рында, шәхси эшҡыуарҙарҙа бындай төр һыйыр 977 мең баш тәшкил иткән. Был былтырғы ошо осорҙан 5,6 процентҡа күберәк. Бөгөн Рәсәйҙең 69 төбәгендә ит өсөн тоҡомло һыйыр үрсетеү менән шөғөлләнәләр. Иң күбе – Көньяҡ федераль округында (287 мең баш),Үҙәк федераль округта – 240 мең, Волга буйы федераль округында – 167 мең, Себер федераль округында – 120 мең баш.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республика Ауыл хужалығы министрлығында ит өсөн мал үрсетеү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” үтте. Башҡортосан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, төбәктә ошо йәһәттән 2030 йылға тиклем оҙайлы сроклы программа эшләнелә. Бөгөн беҙҙә 78 мең баш ит өсөн һәм ҡатнаш тоҡом бар. Был дөйөм малдың ни бары ете процентын тәшкил итә. Һыйыр ите етештереү башлыса һөт һәм ҡатнаш тоҡомдар иҫәбенә тәьмин ителә. Европала һәм АҠШ-та ит малының сағыштырма ауырлығы 70 – 75 процентҡа етә. Беҙҙә малдарҙы һимертеү өсөн юғары технологиялы майҙансыҡтар етешмәүе үҙен ныҡ һиҙҙертә. Дөрөҫ, был юҫыҡта эш бара, һуңғы йылдарҙа 12,5 мең баш өсөн тәғәйенләнгән ҙур булмаған һимертеү урындары төҙөлһә лә, был етерлек түгел.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар тармаҡтың үҫеш перспективалары хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның эшендә ғалимдар, етәкселәр ҡатнашты.

Һуңғы иҫкәртеү

“Россельхознадзор” Аргентинанан килгән һыйыр итендә антибиотиктар күләменең кинәт артыуына хәүефләнеүен белдерә.


Хәл киҫкен тора, шул сәбәпле Рәсәйгә иң күп ит оҙатҡан илдән импорт индереүҙе тыйыуҙары ла ихтимал, тип белдерә белгестәр. Ике илдең вәкиле – “Россельхознадзор”ҙың етәксеһе урынбаҫары Константин Савенков менән Аргентинаның хайуандар һаулығын яҡлау буйынса департаменты директоры Рикардо Маресканың сираттағы һөйләшеүе тап ошо хаҡта булды. “Артабан да хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәһә, беҙ ҡатыраҡ саралар ҡулланырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Хатта ит индереүҙе тыясаҡбыҙ”, – тине Рәсәй вәкиле.
Был продукцияның хаҡында сағылыш табырмы? Аргентина Рәсәйгә ит һатыу буйынса иң тәүге өсәү иҫәбенә инә торғайны, әммә хәл үҙгәрҙе. Беренсенән, Рәсәй етәкселәре итте экспортлауҙы сикләне. Хәҙер Аргентинанан ит һатып алыу күп тапҡырға кәмене. Былтыр, мәҫәлән, был илдән килгән ит һәм ит ризыҡтары ни бары 46 мең тонна тирәһе тәшкил итте. Күптән түгел 200 мең тонна ине. “Бөгөн баҙар үҙгәрештәргә ярайһы тиҙ ҡулайлаша, тап шуға ла бының хаҡҡа тәьҫире булмаясаҡ”, – ти белгестәр.

Кәзә һөтөн дә яратып эсәбеҙ

Һөт етештереүселәр милли берләшмәһе мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа кәзә һөтө һәм унан бүтән аҙыҡтар етештереү үҫеш алған. Уларҙы ҡулланыу йылына тиҫтәләгән процентҡа арта.


– Санкциялар файҙаға булды һәм кәзә һөтөнән әҙерләнгән импорт продукцияһының, айырыуса сырҙың, беҙгә индерелгән күләме 10 тапҡырға кәмене. Был илдә ошо тармаҡтың үҫешенә һиҙелерлек булышлыҡ итте, – тип белдерҙе ойошманың башҡарма директоры Артем Белов.
Дөрөҫ, әлегә Рәсәйҙә эшкәртелгән кәзә һөтөнөң өлөшө түбән булып ҡала – йылына 40 мең тонна тирәһе. Был дөйөм етештереүҙең 20 процентынан артмай. Тап эшкәртеүҙең тармаҡтың артабанғы үҫеше өсөн әһәмиәте ҙур тигән ҡарашта эксперт. Белов кәзә һөтө күләмен яҡынса өс миллиард һум тирәһе тип баһалай. Уның өстән бер өлөшө балалар аҙыҡтарына ҡушыла. Бөгөн был баҙарҙы 100 процентҡа импорт тәшкил итә.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Рәсәйҙә 2,1 миллион баш тирәһе кәзә бар. Былтыр уның ни бары 175 меңе ауыл хужалығы предприятиеларында аҫралған, 316 меңе – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында. Илдә йылына 243 мең тонна кәзә һөтө етештерелә, йәғни һәр кәзәгә йылына 312 литр тура килә.


Кәмейбеҙ бит

ТөрлөһөнәнИлебеҙ халҡы кәмей. 2090 йылға Рәсәйҙә йәшәгәндәр һаны 14 миллионға ҡыҫҡарасаҡ. Бөгөн илдә 147 миллион тирәһе халыҡ ғүмер итһә, теүәл 30 йылдан был һандың 132,7 миллионға төшөүе ихтимал.


Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаменты сығышында ошо хаҡта әйтелә. Әйткәндәй, башлыса ауыл халҡының кәмеүе көтөлә. Бөгөн ауыл ерендә 36,8 миллион кеше йәшәй, өс тиҫтә йылдан 22,1 миллионға тиклем ҡалыуы бар. Ә ҡаланыҡылар, киреһенсә, өс миллионға артасаҡ — 110,6 миллионға етәсәк тип күҙаллана.
Әлбиттә, был фекер менән килешмәгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, Рәсәй балалар фондының Балалыҡ институты баш ғилми хеҙмәткәре Ирина Медведева бына нимә ти:
— Бала табыу йорттарын, мәктәптәрҙе ябыуҙы туҡтатһалар, БМО-ның күҙаллауы тормошҡа ашмауы ла ихтимал. Ул сағында ауылдарҙа тормош гөрләйәсәк әле.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, ил халҡы, нигеҙҙә, тыуым кәмеү иҫәбенә аҙая. Былтыр, 2016 йылға ҡарағанда, сабыйҙар 203 меңгә аҙыраҡ тыуған.


Вернуться назад