Етенгә тотонабыҙмы?19.06.2018
Етенгә тотонабыҙмы?Һуңғы осорҙа ауыл хужалығында борсаҡ, бойҙай, бәрәңге кеүек күнегелгән культураларҙан тыш рапс, люпин, киндер, етен кеүек үҫентеләргә лә иғтибар биреү кәрәклеге хаҡында йыш һүҙ ҡуҙғатыла. Был аңлашыла: барыһы ла үҙебеҙҙең илдә генә түгел, донъя баҙарында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Йыш ҡына иген уңып, шунса уңыш алдыҡ тип ҡыуанһаҡ та, уның хаҡы төшөп, әллә ни табыш ала алмай ауыл эшсәне. Ә был культураларҙы үҫтереү файҙалы ла, ҡулайлы ла.


Күптән түгел Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында етен культураһы үҫеше буйынса йөҙҙән артыҡ белгес ҡатнашҡан кәңәшмәлә ошо хаҡта етди һөйләшеү булды.
Баҙарҙа сифатлы етенгә ихтыяждың ҙурлығы, шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәр иҡтисады өсөн ошо культураны комплекслы етештереү стратегик әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында фекер әңгәмә алышыуҙар уҙҙы.
Етенгә тотонабыҙмы?Әйткәндәй, етен Рәсәйҙә борондан ауыл хужалығы культураһы булараҡ билдәле. Ул халыҡты кейендерҙе, ашатты, эш урындары барлыҡҡа килтерҙе. Өлкәндәрҙең: “Етен үҫтерҙек, етен ифрат уңғайны”, – тигән һүҙҙәре лә ошо хаҡта һөйләй. Ҡыҫҡаһы, илдең күп төбәктәрендә етен халыҡтың тормош рәүешенә әүерелгәйне. Әлбиттә, тәү ҡарауға ябай ғына күренгән был культураның ҡатнашлығынан тыш бөгөн дә армияны, флотты, атом һәм йыһан сәнәғәтен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Пушкаларҙы етендән әҙерләнгән материал менән таҙарталар. Диңгеҙселәрҙең, нефтселәрҙең, янғын һүндереүселәрҙең, металлургтарҙың кейеме лә етендән етештерелә. Франция армияһы бөгөнгә ҡәҙәр етендән кейенә, ә американдар унан бәйләнгән носкиҙы өҫтөн күрә. Шулай булмаҫлыҡ та түгел, сөнки ныҡлығы, йылылығы, төрлө шарттарҙа ла бирешеп бармауы менән етенгә тиңләшкән туҡыма юҡ. Унан тегелгән махсус кейемдә радиация зонаһында 40 минутҡа тиклем булырға мөмкин, ә башҡа составлыла – иң оҙағы 15 минут. Тап шуның өсөн дә төрлө хәүефле һәм үтә яуаплы һөнәр эйәләренә тап етен ҡушылып тегелгән кейемде һайлайҙар. Бынан тыш, йорттар төҙөү, карап таҡталары диңгеҙ һыуына бирешмәһен, төньяҡ төбәктәрҙәге биналарҙы йылытыу өсөн етен ҡушылған төҙөлөш материалына өҫтөнлөк бирәләр, сөнки синтетик материал һалҡынды үткәрә, йылыны насар һаҡлай.
Айырыуса оҙон сүсле етен целлюлозаһына ҡыҙыҡһыныу ҙур. Ул ағастан шаҡтай арзан, ә унан алынған материалдар металдан ете тапҡырға еңелерәк, шул уҡ ваҡытта ныҡлыраҡ та булыуы менән отошло. Уны экоавтомобилдәр корпусы элементтарына, юғары физик һәм химик күрһәткесле мамыҡ, марля, аҙыҡтарҙы төрөү өсөн серей торған әйберҙәр етештергәндә лә файҙаланалар.
Етенгә ихтыяж бөтә донъяла арта бара. Бары Ҡытай ғына йылына бер миллион тоннанан ашыу сүс етештерә. Тап шуға ла күп илдәрҙә был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Хатта ҡайһы бер дәүләттәрҙең етен етештереү технологияһын өйрәнгән белгестәре үҙҙәренең хеҙмәтен сер итеп һаҡлай. Ә АҠШ менән Польша илдән етен сығарыуҙы сикләгән. Бары ҡайһы бер илдәр, мәҫәлән, Германия, Италия был туҡыманы ситкә һата.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Рәсәй ошо ҡиммәтле культураны шаҡтай юғалтты. Мәҫәлән, аҙаҡҡы 30 йылда етен эшкәрткән туҡыма предприятиеларының өстән ике өлөшө ябылған, ә ҡалғандары тулыһынса сит илдәрҙән импорт сеймал алыуға күскән. 1975 йылға тиклем төҙөлгән 67 етен орлоғо етештереү станцияһының бөгөн ни бары 12-һе генә эшләй, сөнки оҙаҡ йылдар эшкәртеүселәрҙең етенгә ихтыяжы кәмегәндән-кәмене, һөҙөмтәлә ауыл хужалығы эшсәндәре лә үҙ йүнәлешен үҙгәртеп, киңерәк файҙаланылған ҡыҫҡа сүс үҫтереүгә күсте, целлюлоза, медицина бинттары, авиация һәм автомобиль төҙөлөшө өсөн композиция ҡағыҙҙары һәм башҡа әйберҙәр етештерә башланы.
Етенгә тотонабыҙмы?Белгестәр етендең табышлы культура булыуын билдәләй. Етди шөғөлләнгәндә, Рәсәй өсөн ул йәнә экспорт тауары була ала. Мәҫәлән, былтыр Һиндостан баҙарында бер тонна етен 100 мең доллар торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа был юҫыҡта бөтөнләй туғарылдыҡ. Сәсеүлектәр хатта 52 мең гектар майҙан тирәһе генә тороп ҡалғайны. Шул уҡ ваҡытта АҠШ-та етен 160 мең гектар майҙанды биләй.
Һөҙөмтәлә Рәсәй уны ситтән ташыны. Был иһә беҙҙең илдең яуапһыҙлығы, үҙендәге байлыҡты үҙе ҡуллана белмәүе хаҡында һөйләй. Хатта Белоруссияла ла етен Рәсәйҙән дүрт тапҡырға күберәк үҫтерелде. Ә бит был үҫемлеккә батша заманында уҡ ҙур иғтибар бирелгән. 1703 йылда Петр I Рәсәйҙә етен һәм киндер үҫеше хаҡында Указ сығара, һуңынан Екатерина II эште дауам итә. XX быуат башында был тәҡдим Дәүләт Думаһында ҡарала.
– Беҙ баҙарҙағы хәл-торошто тикшерҙек һәм уның үҙгәреүен күрәбеҙ. Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре, шулай уҡ туҡыу предприятиелары етен етештереүгә ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуын билдәләй. Рәсәйҙә етен тармағының ҡабаттан тергеҙелеүе өсөн тулы нигеҙ бар. Беҙ уны аяҡҡа баҫтырыу һәм эҙмә-эҙлекле үҫтереү өсөн һиҙелерлек ярҙам саралары күрҙек, – тип билдәләне кәңәшмәлә ул саҡтағы ауыл хужалығы министры Александр Ткачев.
Мәҫәлән, ҡыҫҡа сроклы һәм инвестиция кредиттары, етен предприятиелары комплексын яңыртыу һәм уға киткән сығымдарҙы тура ҡайтарыу, бер гектар майҙандағы етен һәм киндер сәсеүлектәренә 10 мең һум күләмендә ярҙам, берҙәм субсидия сиктәрендә булышлыҡ итеү. 2018 – 2020 йылдарға етен тармағына дәүләт ярҙамы 22 миллиард һум тәшкил итәсәк. “Был 2020 йылға етен сүсен йыйыуҙы өстән бер өлөшкә арттырып, 52 мең тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирәсәк”, – тине экс-министр.
Бындай күләм туҡыу сәнәғәте ихтыяжын тулыһынса тултырырға һәм баҙарҙа ихтыяж менән файҙаланылған сифатлы сеймалды – оҙон етен сүсен етештереүҙе көйләргә булышлыҡ итәсәк. Туҡыу предприятиелары вәкилдәре лә быға ҡыҙыҡһыныуын раҫланы. Улар түшәк кәрәк-ярағынан алып кейем-һалым, медицина һәм лак, буяу продукцияһы кеүек төрлө тауар етештереү өсөн етен алырға әҙер. Ауыл хужалығы, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары берлектә етенде күпләп үҫтергән төбәктәрҙә был культураны туҡыу комбинаты эргәһендә йәки тәрәнәйтеп эшкәртеү буйынса кластерҙар булдырыуҙы хуплауын белдерҙе. Ә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Джамбулат Хатуов иһә: “Кластерҙың етен сәскән хужалыҡтарҙы сеймалды беренсел эшкәрткән предприятиелар менән берләштереп тороуы һөҙөмтәле буласаҡ. Был етештереүселәр, инвесторҙар һәм төбәк етәкселәре өсөн дә аныҡ проектты тормошҡа ашырыуға бик файҙалы”, – тип билдәләне.
Былтыр Рәсәйҙә етен сәсеүлектәре майҙаны 47,5 мең гектар тәшкил итеп, гектарынан 9,2 центнер уңыш алынған, бөтәһе 39 мең тонна тирәһе етен сүсе етештерелгән. Иң яҡшы һөҙөмтәләргә Омск өлкәһе (6,9 мең тонна), Смоленск өлкәһе (4,5 мең тонна), Алтай крайы (4,1 мең тонна), Тверь өлкәһе (4 мең тонна) өлгәшкән.
“Илдә етен культураһын үҫтереүгә һәм етештереүгә ҡағылышлы көсәйтелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирәсәк”, – тип билдәләне сығыш яһаусылар. Мәҫәлән, Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнән һәм Себергә ҡәҙәр етен сәскән 26 төбәктә кластерҙар төҙөүгә булышлыҡ ителәсәк. Был үҙ нәүбәтендә импортты алмаштырыу сәйәсәтенә, машина, химия, еңел сәнәғәт һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарын нығытыуға ла тәьҫир итәсәк тип көтөлә.


Вернуться назад