Тәбиғәт ауыл эшсәндәрен төрлөсә һынап та, иркәләп тә ала, әммә улар ҡойоп яуған ямғырҙарға ла, ҡарлы бурандарға ла, эҫе көндәргә лә иғтибар итмәй, намыҫ менән хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Әле генә сәсеү эштәрен тамамлап, хәл алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, йәшелләнеп килгән баҫыуҙарҙы химик утау ваҡыты ла еткән. Бөгөн республиканың һәр хужалығы баҫыуҙарында ошо тәңгәлдә эш алып барыла.
Төбәктә генә түгел, Башҡортостан кимәлендә лә абруйлы “Искра” ауыл хужалығы эшсәндәренең кәйефе күтәренке, яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарып, ишле малды йәйләүҙәргә күсергән дә инде.
— Шөкөр, ҡышҡы осорҙан һуң малдар рәхәтләнеп иркен ялан-ҡырҙарҙа шифалы үлән менән туҡлана, һөт алыу күләме лә күпкә артты, — тип ҡаршыланы беҙҙе хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафин. — Ауыл халҡының уңғанлығына таң ҡалырһың, шәхси ихатаһында ла, йәмғиәттә лә тырыша, иң мөһиме, эш һөҙөмтәләре юғары.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡтары икеһе лә бында берҙәй уңышлы алып барыла, хужалыҡтың 27 мең гектар ере бар, шуның 17 мең гектары — һөрөнтө майҙан. Нисә йыл инде ҡоролоҡҡа дусар булған төбәк игенселәре, заманса технологияларға таянып, көнбағыш, гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп, иген культуралары сәсеп, мул уңыш алыуға өлгәшә.
Малсылыҡтағы ҡаҙаныштары менән дә “Искра” күптәргә өлгө булырлыҡ. “500 ферма” маҡсатлы программаһына ярашлы, хужалыҡтың барлыҡ һөтсөлөк фермалары ла заманса төҫ алған. Белгестәргә лә айырым махсус эш бүлмәләре ҡаралған. Әле йәмғиәттең биш меңдән ашыу һыйыр малы бар, 730-ын һауып, көн һайын Бәләбәй һөт заводына 16 тоннанан ашыу аҡ оҙаталар.
Хужалыҡ етәкселеге бер көн менән генә йәшәмәй, киләсәген ҡайғыртып, төрлө төҙөлөш тә алып бара. Көнбағыш һаҡлағыс, иген киптергес төҙөп ултыртҡандар. Техника паркын да йыл һайын ҡеүәтле ауыл хужалығы машиналары, заманса ҡоролмалар менән тулыландыралар.
Бөгөн хужалыҡтың барлыҡ һөтсөлөк фермаларын ҡышҡы осорға әҙерләйҙәр, һәр урында ваҡ ремонт эштәре бара, биналарҙы ағарталар, дезинфекциялайҙар.
12 ауыл халҡы йәмғиәттә эш менән мәшғүл, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар, һөҙөмтәләргә ҡарап, премиялар ҙа бирелә.
— Уңғандарҙы ихтирам итәбеҙ, уларҙың һәр мөрәжәғәтен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, улар беҙгә таяна, — ти хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиниәт улы.
“Искра”ның уңған, тырыш хеҙмәтсәндәре Иҙрис Байғусҡаров, Миңлебикә Аҡсарова, Риф Әхмәтов, Евгений Лапин, Люциә Хәлитова, Мөнир Ғәлимов, Зөлфиә Боҫҡонова, Мираҫ Искәндәров, Салауат Сөләймәнов һәм башҡаларҙың эшенән хужалыҡ етәкселеге ҡәнәғәт булыуын белдереп, “тик ошондай тырыштар менән генә яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешергә була” тип билдәләне.
Көйөргәҙе районы.