Мәҡсүттәрҙең үҙ ҡыяры08.06.2018
Мәҡсүттәрҙең  үҙ ҡыярыБерәүҙәр “эш юҡ” тип зарланғанда, тәүәккәлдәр, егәрлеләр уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Болдыревтар ҡыяр үҫтереүгә тотонған.

Былтыр улар “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса 1 миллион 459 мең һум күләмендә грант алып, үҙ эшен асҡан. Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Виктория Болдырева тормош иптәше Сергей менән ихаталарында 400 квадрат метр майҙанда теплица төҙөп, 1094 төп ҡыяр ултыртҡан, шулай уҡ салат, укроп кеүек йәшелсә сәскән. Ҡыяр үҫтереү серҙәренә Ырымбур өлкәһендәге “Черноречье” хужалығына, Туймазы ҡалаһындағы теплицаларға барып өйрәнгәндәр. Әле “Алексеевка” совхозынан белгес кәңәштәр биреп тора.
Һөҙөмтәлә тәүге йылдан уҡ мул уңыш алалар. Быйыл апрелдән ҡыяр һата башлағандар. Уны ауылдаштары теләп ала, район магазиндарына ла сығаралар.
– Быйыл беренсе йыл шөғөлләнәбеҙ. Ҡыяр үҫтереү оҡшай, көнөнә 100 килограмдан ашыу продукция алабыҙ. Әле теплицаны киңәйтеү мөмкинлегебеҙ юҡ. Әммә киләсәктә тағы ер участкаһы алып, артабан үҫешергә теләйбеҙ. Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары халҡын үҙебеҙҙең йәшелсә менән тәьмин итеү хыялы бар, – ти Виктория Сергеевна.

Күгәрсен районы.


Вернуться назад