Ауыл йәшәйәсәк әле06.06.2018
Ауыл йәшәйәсәк әлеРеспубликала “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект нигеҙендә ҡала һәм райондарҙа төрлө социаль объекттар сафҡа инә, төбәк ысын мәғәнәһендә төҙөлөш майҙанын хәтерләтә.


Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында ла ошо йәһәттән 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашасаҡ ике ҡатлы бина төҙөлә башланы. Әлбиттә, был ваҡиға халыҡ өсөн үтә лә ҡыуаныслы, сөнки һуңғы йылдарҙа ауылда балалар һаны күҙгә күренеп арта. Тупаҡ ауылы үҫә, йәштәр ҙә тыуған төйәгендә ҡалырға тырыша, матур итеп йорттар һала.
— Төҙөлөш эштәре ойошҡан башланып китте. Нигеҙ соҡоро ҡаҙылып, мәктәп урыны хәстәрләнде, балалар баҡсаһы урыны нигеҙен ошо көндәрҙә тамамлайбыҙ, — ти төҙөлөш подрядсыһы — “Прогресс” компаниялар төркөмө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Азат Әминев. — Быйыл бинаның стеналары күтәрелеп, ҡыйығы ябыласаҡ. Шулай уҡ тәҙрә-ишектәре ҡуйылып, йыл аҙағына биҙәкләү эштәрен башлауҙы күҙаллайбыҙ.
Төҙөлөш эштәрен үҙ өҫтөнә алған ойошма етәкселеге мәктәпте киләһе йылдың авгусында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. “Тупаҡ ауылы балалары киләһе яңы уҡыу йылын заманса белем усағында ҡаршылаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ”, — ти төҙөүселәр.
Төҙөлөш бында ойошҡан һәм дәррәү бара. Ауыл егеттәре Венер Ғәлиуллин, Сабит Сафин, Динар Дәминдәров Ринат Сәйетғәлин етәкселегендә төҙөлөш майҙанын профнастил менән уратып алған. Субподрядсы — “Информатика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе — Руслан Шәғәлин) объекттың ер эштәрен алып бара, нигеҙ ҡаҙа. Тәжрибәле механизаторҙар — экскаваторҙа Венер Әхмәров, тейәгестә Данил Ғибәҙәтов һәм бульдозерҙа Риф Мөхәмәтов һәр эште күңел һалып башҡарып, хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Ойошма етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Шәғәлин дә геодезик ҡоролма ярҙамында ерҙең горизонталь тигеҙлеген тикшерә.
— Шөкөр, балалар тиҙҙән өр-яңы мәктәптә белем алыу шатлығын кисерәсәк, республика, район етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдәрова.
Былтыр Тупаҡта 18 сабый донъяға килгән. Быйыл иһә дүрт айҙа йәнә дүрт бала тыуған. Ауыл фельдшеры Әнүзә Хөбитдинова күҙаллауынса, йыл аҙағына тыуым былтырғы кимәлдән кәм булмаясаҡ. Ә тыуым артһа, мәктәп булһа, ауыл йәшәйәсәк әле.
Әйткәндәй, мәктәптә бөгөн 106 уҡыусы белем серҙәренә төшөнә, балалар баҡсаһында туғыҙ төркөм эшләй.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад