“Искра” заман һынауҙарына бирешмәй06.06.2018
“Искра” заман һынауҙарына бирешмәй90-сы йылдарҙа тотош илдә ауыл хужалығы тарҡалғанда ла, Көйөргәҙе районындағы 1934 йылда барлыҡҡа килгән “Искра” колхозын юҡҡа сығарыуға юл ҡуймайҙар. Әле ул, ауыл хужалығы етештереү кооперативы булараҡ, эшмәкәрлеген дауам итә. Предприятиеға тәжрибәле рәйес Рәмил Ғиниәт улы Мостафин етәкселек итә. Хужалыҡта 275 кеше эшләй.


Районда эре предприятиеларҙан һаналған “Искра” малсылыҡты ла, үҫемлекселекте лә берҙәй үҫтерә. Уның 5303 баш һыйыр малы булһа, 1220-һен һауалар. Былтыр бер һыйырҙан уртаса 5991 килограмм һөт һауып алғандар, артым – 5067 центнер.
Хужалыҡтың 25819 гектар ере бар, яҙғы сәсеү эштәрен 15800 гектар майҙанда алып барғандар. Шулай итеп, быйыл 7160 гектарға иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 4000 гектарға көнбағыш, 400 гектарға бөҙрә етен, 200 гектарға гәрсис, 640 гектарға ужым шипкәне, 3400 гектарға мал аҙығы культуралары сәскәндәр.
Былтыр хужалыҡ федераль һәм урындағы бюджеттан 12,68 миллион һум субсидия алған. Был аҡсаға матди базаларын нығытып, иген киптергес төҙөгәндәр. Хәҙер уны киптереп, оҙайлы ваҡыт һаҡлап, яҡшы хаҡҡа һатыу мөмкин буласаҡ.
Шулай итеп, “Искра” эшсәндәре үткәндәргә тоғро ҡалып, баҙар иҡтисады шарттарында ла юғалып ҡалмайынса, алға ҙур ышаныс менән ҡарай.

Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад