С.М. Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы быйыл 2500 гектар майҙанға көнбағыш сәсергә ҡарар иткән. Предприятие эре емеш биргән һәм кондитер изделиелары әҙерләгәндә ҡулланыуға тәғәйенләнгән “Лакомка” сортына өҫтөнлөк бирә.Дөйөм алғанда, райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе иҫәпләнгән предприятиеның 16700 гектар һөрөнтө ере бар. Быйыл уның 11335 гектарында сәсеү эштәре атҡарғандар. Көнбағыштан тыш, тағы ла 6800 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәптән 200 гектар борсаҡ сәскәндәр. Шулай уҡ юғары маржиналь культураларҙан етенде үҫтерәләр.
Әйткәндәй, былтыр хужалыҡ 100 тонна элиталы “Ватан” сортлы бойҙай сәсеп, үҙҙәрен юғары етештереүсәнле орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин иткән. Тағы ла кукуруздың “Принцесса Белогорья”, “РОСС-199” кеүек гибрид сорттарын алып, 1200 гектар майҙанға сәскәндәр.
Хужалыҡтың ҡеүәтле техника паркы ҙур баҫыуҙарҙы ваҡытында эшкәртеү һәм сәсеү өсөн шарттар тыуҙыра. Шуға ла сәсеүҙе мәлендә сифатлы итеп атҡарып сығыуға өлгәшәләр ҙә инде.
Малсылыҡ та бында үҫешкән. Предприятиела 2150 эре мал булһа, шуның 860-ы – һауын һыйыры. Өс айҙа бер һыйырҙан уртаса 1062 килограмм һөт һауалар. Дөйөм күрһәткестәр буйынса, ошо ваҡытҡа хужалыҡ 6160 центнер һөт етештереүгә өлгәшкән. Малдан да яҡшы артым алалар.
Кооперативтың бай тарихы бар, ул 1950 йылда барлыҡҡа килгән. Әле 173 кеше эшләгән хужалыҡҡа Рәмил Ғиләж улы Туҡаев етәкселек итә.
Көйөргәҙе районы.