Беҙҙең төбәкте марал да үҙ итә06.06.2018
Беҙҙең төбәкте марал да үҙ итәОшондай фекергә килдек, Көйөргәҙе районындағы “Аргус” йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышҡас. Хужалыҡта 200-ҙән ашыу марал һәм ала-сыбар болан бар. Улар бейек ҡоймалар менән кәртәләп алынған яланда тотола.

Наталья Александровна Коновалова етәкселегендәге хужалыҡ малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә. 1355 гектар һөрөнтө ерҙәре бар. Быйыл 800 гектарға – иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 450 гектарға – көнбағыш, 150 гектарға – ҡарабойҙай, 105 гектар ба­ҫыуға мал аҙығы сәскәндәр. Бында биш кеше эш урыны тапҡан. Хужалыҡты үҫте­реү өсөн Рәсәй һәм республика бюджетынан 1,4 миллион һум субсидия алғандар.
Яңы Муса ауылы эргәһендә 19 гектар майҙанда марал һәм ала-сыбар боландар көтөү булып йөрөһә, ябыҡ бассейнда һөмбаш, бағыр балығы үрсе­тәләр. Марал тотоу бик отошло икән. Йәш маралдың ҡатып бөтмәгән мөгөҙө бик ҡиммәтле дарыу, шуға ул бик ҙур ихтыяж менән файҙалана. Итенең бер килограмы баҙарҙа 700 һум самаһы тора. Ун йылда бер миллион һум самаһы файҙа алырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Хужалыҡҡа ала-сыбар боландарҙы Алтай өлкәһенән алып килгәндәр.
Беҙҙең төбәкте марал да үҙ итәӘлбиттә, ситтән ҡарап торғанда ғына барыһы ла ал да гөл кеүек күренә. Эш уңышлы барһын өсөн күпме көс, тырыш­лыҡ талап ителгәнен хужалар үҙҙәре генә белә.
– Һөмбаш балығы ағын һыуҙа ғына йәшәй, шуға ла уны насос ярҙамында көйләп торабыҙ. Сит илдән килтерелгән махсус аҙыҡ менән туҡлана. Көнөнә 8-9 килограмм китә. Температураны ла контролдә тотоу мөһим, – ти Наталья Александровнаның тормош иптәше Партев Абрамян.
Премьер-министр урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хужалыҡ эше менән танышҡанда предприятиены артабан үҫтереү өсөн агротуризмды ойоштороуҙың мөһим­леген, туристарҙы фермаға экскурсияға йөрөтөү, һирәк булған ашамлыҡ менән һыйлау отошло булыуын билдәләне.
Маралдар Башҡортостанда элек тә булған, әммә иректә йәшәгәндәренә юғалыу янағас, популяцияны тергеҙеү өсөн 1941 йылда Алтайҙан 39 баш алып килеп, төбәккә ебәргәндәр. Хай­ундар беҙҙең тәбиғәт шарттарына берегеп, үрсеп китә. Әле лә Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, ваҡыты-ваҡыты менән ситтән маралдар килтереп, үҙ биләмәһенә ебәреп тора.
Маралдарҙы махсус хужалыҡтарҙа күпләп үрсетеү урманда, йәғни иректә, йәшәгәндәрен аулауҙы сикләр ине.

Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад