Борондан халҡыбыҙ йылҡы һәм ҡуй үрсетеп көн күргән. Быға беҙҙең тәбиғәт шарттары ҡулай. Совет осоронда ла колхоз-совхоздар һарыҡ тотто. Әммә 90-сы йылдарҙан һуң илдә етештереүсе предприятиелар тарҡалғас, һарыҡ йөнөнә, тиреһенә ихтыяж бөттө. Шуға ла был тармаҡтың рентабеллелеген юғалтыуы сәбәпле, хужалыҡтар ҙа унан баш тартты. Халыҡ хәҙер һарыҡты ит һәм йөн өсөн генә аҫрай.Ейәнсура районының “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иһә ҡуй үрсетергә йөрьәт иткән. Ул һарыҡ үрсетеү буйынса төбәктә иң ҙур хужалыҡ иҫәпләнә. Предприятиеның 10 меңдән ашыу ҡуйы бар: Аҡҡондоҙҙа – 4008, Башҡорт Самаҙыһында – 1760, Таҙларҙа – 3719, Кинйәбулатта – 611 баш. Киләсәктә ҡуйҙы 60 мең башҡа еткереү маҡсаты менән йәшәй “Маяҡ”тар.
– “Төбәк Фонды” акционерҙар йәмғиәте менән һарыҡты артабан үрсетеү өсөн 40 миллион һум күләмендә ташламалы кредит алыу тураһында килешеү төҙөлдө. Инвестиция проектының финанс моделе һәм бизнес-планы әҙерләнде. Быйыл аҡсаның алты процентын 3060 баш инә һарыҡ алыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Ҡуйҙың артыуы йыл һайын яңы аҙбар төҙөүҙе талап итә, иҫкеләрен дә реконструкциялайбыҙ. Әле хужалыҡҡа һәр береһенең майҙаны 930 квадрат метр тәшкил иткән дүрт бина кәрәк, шулай уҡ 5575 квадрат метр дәүмәлендәге дүрт һарай реконструкциялауға мохтаж. Шуға ла тиҙ эшләнә торған өс ангар төҙөү өсөн 10 миллион 500 мең һум йүнәлтеләсәк. Мал аҙығы әҙерләү өсөн өҫтәмә техника алыуға 7 миллион һум талап ителә. Йөндө һәм итте эшкәртеү өсөн ҡоролмалар ҙа алырға кәрәк, – ти “Маяҡ” хужалығының директоры Дәмин Юланов.
Проект буйынса, 2023 йылға тиклем һарыҡты 25 мең башҡа еткерергә ниәтләнәләр. Хужалар ҡуй үрсетеү эшмәкәрлегенән алынған килемдең 63 процентын – ит, 26 процентын – тоҡом үрсетеү өсөн тереләй килеш һатыуҙан, 9 процентын – йөн, 2 процентын тире етештереүҙән алырға йыйына.
Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. 15298 гектар ере бар. Майҙандың 4837 гектарын – һөрөнтө, 1794 гектарын – бесәнлек, 8667 гектарын көтөүлек яландары биләй. Баҫыуҙарҙың 200 гектарында ужым үҫә. Яҙғы сәсеү мәлендә һөрөнтө ерҙең 2742 гектарына – яҙғы, 502 гектарына – техник культуралар, 402 гектарына көнбағыш ултыртҡандар. Һарыҡтарҙы сифатлы туҡландырыу өсөн мал аҙығына ла иғтибар ҙур. Әле 116 гектарҙа – кукуруз, 125 гектарҙа – бер йыллыҡ, 528 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән үҫтерәләр.
Ейәнсура районы.