Ейәнсура районында ауыл хужалығы яңырыу кисерә, тип әйтһәк, һис хата булмаҫ. Крәҫтиән эшенә бөтөнләй икенсе ҡарашта булған, сит илдәрҙәге хужалыҡтар өлгөһөндә эште ойоштороу маҡсатын ҡуйған яңы хужа килгән.
“А7 Агро РБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Комаровскихтың хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарыу теләге ҙур. Уны бойомға ашырыу өсөн ул көсөн дә, инвестицияларҙы ла йәлләмәй.
Предприятие эште техниканы, базаны яңыртыуҙан башлаған. Сәсеү, урып-йыйыу эштәрен уңышлы алып барыу өсөн 14 миллион һумға ике РСМ-142 “AKROS-142“ комбайндары, 10,9 миллионға “VERSATILE“ тракторы алғандар. Шулай уҡ “Башсельхоз” предприятиеһында йыйылған “Беларусь” тракторҙары менән дә техника паркын тулыландырғандар.
Беҙ барғанда баҫыу гөрләй ине. Яңы, ҡеүәтле техникала механизаторҙар сәсеү эштәрен ихлас алып бара. Ниңә эшләмәҫкә? Техника яңы, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә.
“А7 Агро РБ” агросәнәғәт холдингы 8735 гектар майҙанда сәсеү эштәре ойошторған. Баҫыуҙарҙың 4647 гектарына иген культуралары сәскәндәр, шул иҫәптән 1500 гектарҙа – арыш, 3147 гектарҙа – ҡуҙаҡлылар. Көнбағыш 1568 гектар майҙанды биләй. Мал аҙығы культураларын 1410 гектар ерҙә сәскәндәр: кукуруз – 490, бер йыллыҡ үләндәр – 810, күп йыллыҡ үләндәр 110 гектар тәшкил итә.
Йылына өс тапҡырға тиклем уңыш алыу маҡсатында 250 гектар баҫыуға һыу үткәрәләр. Унда сенаж өсөн люцерна, кукуруз сәсергә уйлайҙар.
– Һыу ҡойоу мал аҙығының үҙҡиммәтен өс тапҡырға төшөрөүгә лә булышлыҡ итәсәк. Бындай ысул менән үҫтергәндә, күпме уңыш алыуҙы алдан уҡ күҙаллап буласаҡ. Беҙҙә иң һуңғы технологияларҙы файҙаланған хужалыҡ төҙөләсәк. Әле заман технологияларын индереү өсөн предприятиеға 550 миллион һум аҡса һалдыҡ. Яңы фермала 20-гә яҡын кеше эшләйәсәк, – ти Алексей Витальевич.
Ҡужабәк һөтсөлөк фермаһын ремонтлап, 170 баш ҡара-сыбар тоҡомло тыусалар алғандар. Бер һыйырҙың ауырлығы уртаса 576 килограмм тәшкил итә. Ул йылына уртаса 9 мең килограмға тиклем һөт бирә. Беҙ барғанда, был тоҡомло һыйырҙарҙың 160 башы быҙаулағайны. Ә, дөйөм алғанда, хужалыҡ көн һайын 4,1 тонна һөт етештерә, бер һыйырға уртаса һауым 25-әр килограмм тура килә.
“А7 Агро РБ” предприятиеһының пландары ҙур. Йыл аҙағына тиклем һыйыр малын 800 башҡа еткерергә иҫәп тоталар, ә киләһе йылда – 1200 башҡа тиклем. Шулай уҡ предприятие киләсәктә сеймал һатыуҙан китеп, һөт, ит ризыҡтарын тулыһынса эшкәртеп, магазин кәштәләренә әҙер ризыҡ рәүешендә сығарыуҙы күҙ уңында тота. Маҡсаттар тормошҡа ашырлыҡ, сөнки бының өсөн инвесторҙың матди мөмкинлектәре лә, эшләргә теләге лә бар.
Ейәнсура районы.