Рапс заводы төҙөләсәк05.06.2018
Бөгөн баҙар шарттары, күнегелгән культураларҙан тыш, бығаса иғтибар ителмәгәндәрен үҫтереүҙе талап итә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа рапс хаҡында йыш ишетелә. Күптән түгел Асҡын районында рапс менән иген культуралары үҫтереү һәм эшкәртеү заводы төҙөү эше республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелде.
Был яуаплы бурысты “Олеокемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ иңенә алған. Йылына 30 мең тоннанан ашыу рапс эшкәртеү һәм 10 мең тонна күләмендә үҫемлек майы етештереү ҡеүәтенә эйә булған завод төҙөү планлаштырыла. Төбәктә бер үк ваҡытта 50 мең тоннаға тиклем уңыш һыйҙырышлы элеватор хасил буласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итә. 148 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектты файҙаланыуға тапшырыу 2020 йылға билдәләнгән.
Әйткәндәй, Башҡортостанда бөгөн 20,5 мең гектарҙа рапс үҫтерелә. Киләсәктә был культура майҙанын 100 мең гектарға тиклем еткереү көтөлә. Бының өсөн мөмкинлек бар. Хатта республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ер, климат шарттары гектарынан 15 центнерға тиклем уңыш алыу мөмкинлеген бирә.
Рапс үҫтереүҙең рентабеллелеге 100 – 150 процентҡа етә. Донъя баҙарында унан яһалған майға ихтыяждың ҙур булыуы был культура орлоғон эшкәртеүгә инвесторҙарҙы йәлеп итә. Бынан тыш, рапс һығынтыһына үҙебеҙҙә лә, сит илдә лә ҡыҙыҡһыныу арта бара.
Планлаштырылған проект заводты талап ителгән эшкәртеү сеймалы менән тәьмин итеү өсөн республикала сәсеү майҙандарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, эшкәртеүҙән һуң барлыҡҡа килгән рапс һығынтыһы ҡош-ҡорт, сусҡа һәм һыйыр малына ҡатнаш аҙыҡ әҙерләү өсөн файҙалы ҡушылма буласаҡ.