Киндер майҙаны арта05.06.2018
Рәсәйҙә әүәл киндер баҫыуҙары күп булды, әммә һуңғы йылдарҙа төрлө сәбәптәргә бәйле был культура үгәйһетелеп, тулыһынса тиерлек ауыл хужалығы сәсеүлектәренән алып ташланды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә лә, башҡа илдәрҙә лә уға ихтыяж ҙур.
Тап ошо сәбәптәр, шулай уҡ киндер эшкәртеүҙең заманса яңы технологиялары Рәсәйҙә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөгөн Дәүләт реестрында киндерҙең наркотик булмаған 26 сорты теркәлгән, уларҙы артабан эшкәртеү маҡсаты менән үҫтереү рөхсәт ителә.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беҙҙең илдә киндер баҫыуҙары 4,4 мең гектар тәшкил итәсәк. Был 2010 йылдан дүрт тапҡырға күберәк. Әйткәндәй, эш бының менән генә тамамланырға оҡшамаған. Киндер үҫешен дәртләндереү өсөн дәүләт ярҙамынан тыш бер гектар сәсеүлеккә 10 мең һумға тиклем ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалар һәм инвестиция кредиттары ҡаралған. Шулай уҡ махсус предприятиелар төҙөү, техника һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн киткән сығымдың 50 процентына тиклем кире ҡайтарыу күҙаллана.
Былар ни өсөн эшләнә һуң? Киндер – стратегик культура. Был сеймалдан май, туҡыма, медицина әйберҙәре, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, шулай уҡ дары, оборона сәнәғәте комплексы өсөн ракета яғыулығы етештерелә.