Рәсәй етештереүселәре 2025 йылға тиклем ҡуян ите етештереүҙе ун тапҡырға арттырырға әҙер. Ил хөкүмәтенә һәм Федерация Советына йүнәлтелгән “Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡуян үрсетеүҙе үҫтереү концепцияһы”нда ошо хаҡта аныҡ план белдерелгән. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа сусҡа итен әҙерләү йәһәтенән етди ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Африка тағуны меңәрләгән баш мырҡылдаҡты юҡ итте. Тап ошо бушлыҡты тултырыу йәһәтенән ҡуян үрсетеү табышлы һәм файҙалы булмаҡсы. Йорт ҡуянына тағун ҡурҡыныс түгел, ә уны үрсетеү, тауыҡ менән күркә кеүек үк, килемле. Йәнә тиреһе лә ҡыйбат. Бөгөнгө заман технологияларын уңышлы ҡулланғанда, уға башҡа төрлө төҫ биреп, тағы ла затлыраҡ күн эшләп алырға мөмкин.
Әлбиттә, бер эш тә ауырлыҡһыҙ булмай. Мәҫәлән, был тармаҡты үҫтереү өсөн тоҡомло фонд һәм сығымдар кәрәк. Әлегә иң төп кәмселек – тулыһынса Көнбайыш Европа селекционерҙарына ҡарап торабыҙ. Тоҡомло шешҡолаҡтар һатып алыу өсөн Рәсәй йыл һайын миллиард ярым һумға тиклем аҡса тотона.
Әйткәндәй, был проблеманы хәл итеү өсөн хәҙер ярайһы уҡ күп мөмкинлектәр барлыҡҡа килде. В.А. Афанасьев исемендәге ҡиммәт тиреле йәнлектәр һәм ҡуян үрсетеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Глеб Косовский белдереүенсә, ойошмала бөгөн сит илдәрҙекенән ҡалышмаған, хатта ҡайһы бер күрһәткестәр йәһәтенән күпкә яҡшы тоҡом өлгөләре бар. Әммә дәүләттең кредит, грант ярҙамынан тыш, ҡуянсылыҡ кластерын төҙөү мөмкин түгел. Әлбиттә, был хаҡта, аныҡ сығымдар тураһында концепцияла күрһәтелгән. Хәҙер документтың ҡаралыуы, хупланыуы мөһим. Барыһы ла ыңғай барһа, беҙҙең етештереүселәр 2025 йылға ҡуян ите әҙерләүҙе йылына 108 мең тоннаға еткерергә әҙер. Был иһә йыл һайын 30 миллиард һум табыш һәм ауылдарҙа бер нисә мең эш урыны тигән һүҙ. 50 меңләгән шәхси һәм 3,5 мең бәләкәй фермер хужалығының ныҡлы килем менән тәьмин ителеүе көтөлә. Уға ярашлы эшкәртеү предприятиеларында 2,5 мең яңы эш урыны пәйҙә буласаҡ. Әлбиттә, был 1990 йылғы күрһәткестән алыҫ, ул саҡта Советтар Союзында 455 мең тонна ҡуян ите әҙерләнгән, хәҙерге кимәлдән ун тапҡырға күберәк.
Мәғлүм булыуынса, ҡуян ите түбән калориялы, диетик аҙыҡ булараҡ юғары баһалана, ул аллергия тыуҙырмай. Ә бөгөн ил халҡының сирек өлөшө артыҡ ауырлыҡтан яфалана.
Әйтергә кәрәк, шешҡолаҡтар һаны менән маҡтана алмайбыҙ әлегә. Бөтәбеҙгә барлығы 3,5 миллион баш ҡуян тура килә. Бер ҡараһаң, 1990 йылға тиклем дә ошо уҡ сама булған. Бөгөн илдәге 547 миллион тауыҡ йәки 21,4 миллион сусҡа менән сағыштырып ҡарағанда, уйланырға урын бар. Сауҙа кәштәләрендә ҡуян итен үтә һирәк осратырға мөмкин. Ә бит ошо ризыҡҡа, күптәр ҡаҙ итен яратҡан кеүек, өҫтөнлөк биргән халыҡтар ҙа бар. Тимәк, бөгөн баҙарҙа уға ихтыяж ҙур.
Әйткәндәй, Ленинград өлкәһендә Европала иң ҙур йорт ҡуяны фермаһы төҙөләсәк. Смета проекты 1,2 миллиард һум тәшкил иткән ойошма эш башлаһа, миллионлаған кеше тәмле ит менән тәьмин ителәсәк.
Әммә табыш алыу өсөн тәүҙә шаҡтай сығым тотонорға кәрәклеген дә оноторға ярамай. Өлкәнең Луга районында төҙөләсәк мегаферма кеүек хужалыҡтарҙы дәррәү ойоштороу мөһим. Предприятие файҙаланыуға тапшырылһа, йылына 1,2 мең тонна аҙыҡ бирәсәк. Был Европала иң ҙур ферма буласаҡ һәм илдең барлыҡ көньяҡ-көнбайыш төбәген ҡуян ите менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек тыуасаҡ.