Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарының береһендә ҙур кәзә фермаһы төҙөләсәген белдерҙе ошо көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Бының өсөн Мари Иле Республикаһының “Лукоз” холдингы инвестициялар йүнәлтергә әҙер. Фермала бер нисә мең баш кәзә аҫрау күҙ уңында тотола.Кәзә... Был хайуанды әүәл өнәп бөтмәне халыҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең “Кәзә – хәйерсенең һыйыры”, “Аҡсаң булмаһа, кәзә ал” тип көлөүендә лә ниндәйҙер хаҡлыҡ бар һымаҡ ине. Ысынлап, башлыса һыйыр тоторға, бесән әҙерләргә хәленән килмәгән яңғыҙаҡ әбейҙәрҙең ихатаһында булды был мал. Аҙыҡты күп ашамауы, йәйен тегендә-бында үҙен үҙе туйҙырыуы менән дә отошло ине ул. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа был әйтем үҙенең иҫкерә барыуын күрһәтә. Ауылдарҙа хәҙер йәштәр ҙә кәзәне ишәйтә. Беренсенән, ул тиҙ үрсеүе менән ҡулайлы булһа, икенсенән, тоҡомлоларының һөтө күләме буйынса юҡ-бар һыйырҙыҡынан ҡалышмай тиерлек. Аллергиянан һәм башҡа ауырыуҙарҙан яфаланған кешеләрҙең бары кәзә һөтөн эҙләп алыуы хаҡында билдәле.
Интернет селтәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөндә һәр кем кәзә һөтөнөң файҙаһы хаҡында үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тырыша. Мәҫәлән, Розалия Солтанова исемле ханым былай ти: “Кәзә һөтөнөң әһәмиәтен һанап бөтөрлөк түгел. Ғалимдар уның әсә һөтөн алмаштыра алыуын иҫбатлаған. Бөйөк ғалим-табип Әбүғәлисина балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн уның иң файҙалы эсемлек булыуын асыҡлай. Японияла балалар өсөн эшләнгән ҡатнашмаларға һыйыр һөтө түгел, ә кәзәнекен ҡушалар.
Кәзә һөтө (ҡымыҙы) бейәнекенән ҡуйыраҡ. Ул кальций, фосфор кеүек минераль матдәләр һәм төрлө микроэлементтарға бай. Шуға ла үҫеүҙе, һынған һөйәктәрҙең уңалыуын тиҙләтә. Кәзә һөтөн организм яҡшыраҡ үҙләштерә. Мәҫәлән, йәш баланың ашҡаҙанында һыйыр һөтө ике-өс сәғәт эшкәртелһә, кәзәнеке – ни бары 40 минут. Унда һөт шәкәре (лактоза) әҙерәк, тимәк, аллергия булмай, иммунитет нығына. Элегерәк туберкулез ауырыуын дауалау өсөн йорттары эргәһендә кәзә тотҡандар. Ауыр операция кисергән кешегә лә, йөрәк, тын юлы ауырыуҙарынан да файҙалы. Ҡанды таҙарта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй”.
Ә Ләлә Ғүмәрова иһә: “Ун биш йыллап кәзә тотоп, һөтөн эсеп рәхәтләнәбеҙ, – тип яҙа. – Һыйыр һөтөн сәйгә бөтөнләй тотонмайбыҙ. Күршенең ике бәпесе аллергиянан минең кәзәләрҙең һөтөн эсеп үҫте, ҡымыҙын да ололар рәхәтләнеп файҙалана, ҡаймағы тиҙ генә ҡатып бармай, аҡ ҡына, эремсеге һыйырҙыҡы кеүек ярмаланмай. Былтыр ауылдаш бер апай үпкә ауырыуынан байтаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡҡас, йәй буйы иртәнге һаумал йылы һөт эсеп шәбәйҙе”.
Әйткәндәй, кәзә малын етештереү, айырыуса һөтсөлөгө бөтә донъяла, Европала үҙенең файҙалы тармаҡ булыуын күптән раҫлаған. Унан эшләнгән сыр иң татлы һәм шифалы ризыҡтарҙан һанала. Рәсәйҙә кәзә фермалары һуңғы 15 йылда ғына барлыҡҡа килә башланы һәм улар арта бара. Бөгөн Мари Иле Республикаһында, Татарстанда, Ленинград һәм Смоленск өлкәләрендә ярайһы ҙур һәм заманса комплекстар уңышлы эшләй. 2016 йыл аҙағына Рәсәйҙең барлыҡ төр хужалыҡтарында 2,1 миллион баш кәзә теркәлгән.
Әлбиттә, был юҫыҡта ғалимдар ҙа ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, Ставрополдә һарыҡ һәм кәзә үрсетеү буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты эшләй. Күп йылдар бындағы эшмәкәрлек һарыҡсылыҡ тармағына йүнәлтелһә, бөгөн кәзә үрсетеү йәһәтенән ҙур уңыштары бар, тоҡомсолоҡҡа етди иғтибар бирелә. 2015 йылда илдә “Кәзә малын сәнәғәт кимәлендә үрсетеү ассоциацияһы” барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусылары – “Лукоз” һәм “Лукоз Саба” ҙур кәзә фермалары хужалары Владимир һәм Тарас Кожановтар. Улар Башҡортостанға килеп бындағы эшмәкәрлек менән танышҡан һәм бер нисә мең башҡа ферма төҙөү өсөн аҡса һалырға әҙер. “Лукоз” – Рәсәйҙә кәзә һөтө етештергән иң ҙур агросәнәғәт холдингы.
Әйткәндәй, күптән түгел Мәскәүҙә кәзә һөтө буйынса IV халыҡ-ара конференция үтте. Унда был тармаҡты үҫтереү, һөтөн эшкәртеү һәм шулай уҡ балалар аҙығы етештереү буйынса эшлекле һөйләшеү ойошторолдо.