Етеш йәшәүҙе берәү ҙә тыймай30.05.2018
Етеш йәшәүҙе берәү ҙә тыймай“Раздолье” ауыл хужалығы етештереү кооперативын районда һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмайҙар. Эштә лә уңғандар, байрамда ла уларға етеүсе юҡ. Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Динис Биков билдәләүенсә, ошо ише алдынғы тағы бер нисә хужалыҡты һаҡлау – төп ниәттәре.

Хужалыҡта Раздолье, Кадрик һәм Оло Әмзә ауылдарынан кешеләр эшләй. Хәйер, бындағы халыҡ уларҙы бер генә исем менән – Раздолье тип кенә атай. Өсөһө лә бер-береһенә терәлеп тигәндәй бик яҡын урынлашҡан, йылға ғына айырып ята. Әйткәндәй, эшсәндәрҙең йорттары ла төҙөк, ихаталары ла тәртиптә. Шулай булғас, өлгөрҙәр һәм егәрлеләр тип әйтергә нигеҙ бар.
– Тәртип тупһанан башлана, – тип башланы һүҙен хужалыҡ рәйесе Зәфил Нурлыев. – Шулай булмай ни, хәҙер бит артта һөйрәлеүселәр юҡ беҙҙә, “иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” принцибы менән берәү ҙә йәшәмәй.
Йәмғиәт малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай. Етәкселек йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы маҡсат иткән. Көрсөк еле иҫкәндә лә һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмаған. Әйткәндәй, аҡты Ҡалтасы районындағы “Агромол” йәмғиәтенә тапшыралар. Килем тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, төрлө саҡ булған. Ғөмүмән алғанда, һөттән табыш мул килә.
Киләсәккә пландары тураһында ла һораштыҡ. Зәфил Миңлехан улы билдәләүенсә, бер нисә йүнәлештә эш итеү хужалыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, заман менән бергә атларға этәргес бирә, халыҡҡа эш урындарын арттырыуға йоғонто яһай. Көндәлек һауым, әйтәйек, шартлы рәүештә 50 центнерҙан ашыу икән, был улар өсөн сик түгел. Шул уҡ ваҡытта сәсеүлек майҙанын да киңәйтеүгә йөҙ борғандар. Йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡлашты әңгәмәсем – былтыр мал аҙығы шул тиклем күп әҙерләнгән икән.
Район һабантуйында ҡатнашыуҙан тыш, хужалыҡтың үҙендә лә һабантуй ойошторалар икән. Алдынғылар исемлеген тулыландырған Альберт Әхмәҙишин, Нәфис Нурғәлиев, Рәзиф Ғарипов, Эрик Ильясов һәм бүтәндәр – хужалыҡтың төп көсө.
– Эшсәндәр күберәк аҡса алған һайын, дәрте артып тора, эшләргә теләге көслө була, – ти Зәфил Нурлыев. – Матур йәшәүҙе, етеш ғүмер итеүҙе әлегә берәү ҙә тыймаған. Беҙ ошо позицияны яҡлайбыҙ.


Вернуться назад