Эшле лә, ашлы ла30.05.2018
Эшле лә, ашлы лаКраснокама районына юл төштө. Быға тиклем юлайҡан ғына йөрөгәс, инергә бер нисек тә форсат сыҡмағайны. Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Ринат Хажетдинов үҙенсәлекле яҡ менән таныштырыу теләген белдерҙе. Күп тә үтмәй Яңы Бура ауылына килеп еттек.

– Малдар көр күренә, һәйбәт ҡышланы, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты “Алға” ауыл хужалығы етештереү кооперативының тоҡомсолоҡ заводы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рифҡәт Хәтмуллин. – Барыһын да алдан хәстәрләү яҡшы һөҙөмтә бирә, һәр саҡ шулай итергә тырышабыҙ. Юғиһә яҙ иртә килә тигәндән сығып, ҡайһы берәүҙәр һәлкәүлеккә юл ҡуя һәм ярыҡ кәмәгә ултырып ҡалған саҡтар ҙа була.
Һыйыр малдарын йәйләүгә лагерға ҡыуғандар, һимертергә ҡуйылған­дарының ялан кәртәһен рәтләйҙәр, бүтән шөғөлдәр ҙә етерлек. Йыйып әйткәндә, һәр кем үҙ бурысын теүәл үтәгәс, етешһеҙлектәргә юл ҡуйылмай.
“500 ферма” программаһында ҡатнашыу хеҙмәтте күпкә еңеләйткән, заманса эш алымдарына күскәндәр.
Йәнә бер шатлығын еткерҙе әңгәмәсем. Төн йоҡолары һәм ял иҫәбенә аяҡҡа баҫтырған хужалыҡ минән һуң кемгә ҡалыр, тип һис кенә лә бошонмай Рифҡәт Ҡәүи улы. Алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған егеттәр бар. Тимәк, лайыҡлы алмаш үҫә. Уларға ҡалала аҡсалы эш урыны тәҡдим итһәләр ҙә, яҙмышын ауыл тормошо менән бәйләгәндәр. Дөйөм алғанда, хужалыҡта 150-нән ашыу кеше эшләй.
– Ауыл күҙгә күренеп төҙөкләнә, йәштәрҙең йорт күтәреүе шатландыра, – тип һөйләй эшсәндәр Ләйсән Закарина менән Галина Кизимбаева.


Вернуться назад