Һабантуйҙан кәм түгел...30.05.2018
Һабантуйҙан кәм түгел...Редькин ауылына етәрәк аҡ башлы түмәләстәр күҙгә ташлана. Әйтерһең дә, бәләкәй генә тауҙар, йәй уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың өҫтөндә һаман да ҡар ята. Әлбиттә, был ҡар түгел, ә теплицалар. Ауыл янында теплицалар (бөтәһе һигеҙ) ҡалҡытҡан тырыш егет Элхан Гасанов булыр. Бынан бер нисә йыл элек ул “Һабантуй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторған.

– Беҙҙә һауа торошо төрлөсә булып ала, ҡырыҫлығына өйрә­неп бөттөк, – тип һөйләй пред­приятиеның бригадиры Әлфиҙә Мәҡсүтова. – Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡаты һыуыҡтарҙа ла бында етештерелгән аҙыҡты халыҡ ашап кинәнә.
Ысынлап та, йыл әйләнә­һе­нә, хатта ҡыш миҙгелендә лә магазин кәштәләрендә ҡыяр кү­реү – ғәҙәти күренеш. Унһыҙ хә­ҙер бер ниндәй табын әҙер­лән­мәй, тиерлек. “Һабантуй” йәмғиәтенең теплица хужалы­ғында етештерелгән йәшелсәгә урында ла ихтыяж ҙур.
Тауарҙы етештереүҙе таяҡтың бер осо тип ҡараһаҡ, уны һатыу – икенсе мәсьәлә. Был хаҡта ни әйтерҙәр?
Баҡтиһәң, предприятие әҙер продукцияны район үҙәгенең күп кенә магазиндарына, шулай уҡ ауылдарға ла һатыуға сығара. Дүртөйлө ҡалаһы һәм районында, Нефтекама, Ағиҙел һәм Яңауыл ҡалаларында ғүмер итеүселәр ҙә “Һабан­туй”ҙың йәшелсә­һенән ауыҙ итергә өлгөргән.
Әлфиҙә Дарвин ҡыҙы белде­реүенсә, заманға яраҡлаш­тырылған теплицала ҡыярҙың иртә уңыш биргән “геракл” сортын үҫтерәләр. Элиталы ор­лоҡтарҙы Голлан­дияның Мәскәүҙәге вәкиллегенән алалар. Хеҙмәткәрҙәре йыл дауамында тырышып эшләй, сөнки йәш балаға ниндәй тәрбиә кәрәкһә, йәшелсә лә шундай уҡ хәстәрлек талап итә.
Бер майҙансыҡта күҙҙең яуын алып үҫеп ултырған сәскәләргә күҙ төштө. Ҡыярҙан тыш, төрлө сәскә үҫентеләрен дә сығаралар республика баҙарына. Күмәртәләп алыусылар менән килешеү төҙөлгән, шуға ла продукция түтәлдән ҡулланыусыларға тиҙ арала барып етә.
– Бына нисәнсе йыл инде халыҡты сифатлы һәм арзан продукция менән ҡыуанды­рабыҙ. Етеш­тергәнебеҙ баш­ҡалар­ҙыҡынан һис кәм түгел, хатта беҙҙекен нығыраҡ маҡтайҙар һымаҡ, – ти бригадир. – Теплица хеҙмәткәрҙә­ренең эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлау саралары ла ҡаралған.
Йәшелсәне көн аша йыйыу ойошторолған. Улар унар килограмлап ҡатырға йәшниктәргә тултырыла, унан инде заказ биреүселәр килеп тә ала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул көндә предприятие майҙансығы һабантуй шикелле гөрләп тора.
Бында уңғандар гектарынан 40 килограмм продукция ала. Ике тәүлек арауығында өс тонна ҡыяр йыйып алалар, ғөмүмән, йыл башынан 120 тонна продукция тапшырғандар.
Элхан Мөхәббәт оғлы Ҡуян һәм Редькин ауылдарынан бөтәһе 15 кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: һигеҙ мең квадрат метрлыҡ теплица газ менән йылытыла, бөтә нәмә тиерлек автоматлаштырылған, һәр ерҙә заманса ҡорамалдар файҙаланыла, ҡул көсө бик һирәк осраҡта талап ителә. Үҙҙәренә айырым һыу сква­жинаһы ҡаҙығандар, йылы һыу менән тәьмин ителеш тә һәйбәт ойошторолған.
Лилиә Тимерғазина, Ульяна Байгилдина, Филүс Шәйҙуллин, Виталий Карлышев, Айказ Адилян һәм башҡалар эш булғанға һөйөнөп бөтә алмай.
Бөгөн бигерәк тә ауыл халҡы өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡын ваҡытында алыу иң яҡшыһы­лыр. Хеҙмәткәрҙәр дәртлән­дереү саралары тураһында ла телгә алды. Бүтәндәр һымаҡ редькиндар һәм ҡуяндар ҙа ихата иҫәбенә йәшәй. Мал аҫ­рай­ҙар, ә инде ҡош-ҡорт тураһында телгә алыу артыҡ, йәшелсә, еләк-емеш сәсәләр. Файҙаһын күргәндәре өсөн төрлө тар­маҡты бергә алып баралар.


Вернуться назад