Иҡтисади форумдан көс-ҡеүәт алып29.05.2018
Иҡтисади форумдан көс-ҡеүәт алыпРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ХХII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эшен тамамланы. Форум нигеҙендә республиканың “Роснефть”, “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм Стратегик башланғыстар агентлығы менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Иҡтисади форум йомғаҡтары буйынса дөйөм күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән инвестиция ниәттәре буйынса документтар ғәмәлгә инде. Улар иҫәбендә “Башмилк Агро”, “Олеокемикс”, “Фермер ит сәнәғәте компанияһы”, “САВА-Агро-Усень” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, Урал индустриаль төҙөлөш компанияһы менән Өфөлә тимер-бетон әйберҙәр заводы ойоштороу, “Юнистрой” йәмғиәте менән Благовещенда косметика һәм текстиль-ярҙамсы матдәләр ҡойоу һәм етештереү цехын асыу, “ТехноНИКОЛЬ” корпорацияһы менән төҙөлөш ташы карьерын эшкәртеү буйынса килешеүҙәр ҙә бар. Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы SALIZ, Red Fox компаниялары һәм ПОЛИПЛАСТИК төркөмө менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө.
Форум нигеҙендә Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Технологик үҫеш агентлығы, ил Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы, “Алмаз-Антей” концерны, “Русагро” компаниялар төркөмө, Heineken һәм AB InBev Efes һыра компаниялары етәкселеге, шулай уҡ “Внешэкономбанк” рәйесе урынбаҫары, “Бәләкәй ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү” программаһы етәксеһе Ирина Макиева һәм Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән һөйләшеүҙәр булды.
Рөстәм Хәмитов форумдың пленар ултырышында, энергетика панель сессияһында ҡатнашты, “Рәсәй төбәктәре экспорты — яңы сиктәрҙе үтеп” эшлекле форумында сығыш яһаны.
Иҡтисади форумдан көс-ҡеүәт алыпДелегацияның эш программаһы төбәктәрҙең социаль үҫешендәге төп мәсьәләләр, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, субъекттарҙың инвестиция ҡеүәтен арттырыу, дәүләт идараһында өр-яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү, технологик үҫеште тәьмин итеү өсөн фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу буйынса панель дискуссияларын һәм “түңәрәк өҫтәл”дәрҙе үҙ эсенә алды.


Вернуться назад