Һөҙөмтәләр күңелде күтәрә28.04.2012
Бөгөнгә Башҡортостанда 324 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре тамамланған. Былтыр аграрийҙар 26 апрелдә генә баҫыуға сыҡҡайны. Әле бойҙай һәм ҡуҙаҡлы культуралар 273 мең гектарҙа сәселгән. Был – планлаштырылған барлыҡ эштәрҙең 22 проценты.
Архангел, Дүртөйлө һәм Күгәрсен райондары хужалыҡтары сәсеү эштәренең яртыһынан күберәген башҡарған да инде.
Бөгөн Башҡортостандың 53 районы баҫыуҙарында эштәр юғары темпта бара. Көн һайын республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.


Вернуться назад