Илебеҙ өсөн химия кәрәк23.05.2018
Илебеҙ өсөн химия кәрәкРеспубликабыҙҙа бик күп төрлө объекттарҙың даими асылыуына күнегеп бөттөк. Мәҫәлән, кисә “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтенең изопропилбензол (кумол) алыу ҡулайламаһын файҙаланыуға тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтте. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы, шулай уҡ байрамға Хөкүмәттән вәкилдәр, бүтән рәсми кешеләр, хатта Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар килгәйне.

Шул иғтибарға лайыҡ: “Роснефть” төркөмөнә ин­гән “Башнефть” нефть компанияһының “Өфө­оргсинтез” бүлендек йәмғиәте һуңғы йылдарҙа эре инвестицион проектты уңышлы тамамланы. Уны яңыртып ҡороу етештереү ҡеүәтен күпкә арттырыуға этәрҙе. Бынан ары хәүефһеҙлек ярайһы кәмейәсәк, экологик яҡтан таҙа тауар етештерелә башлаясаҡ, ул энергия ресурстарын саманан тыш сарыф итмәүгә лә килтерәсәк.
Рөстәм Зәки улы, хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт итеп, былай тине:
Илебеҙ өсөн химия кәрәк– Һеҙҙе иҫ киткес күркәм сарала – билдәле “Өфөоргсинтез” предприятиеһында өр-яңы ҡулай­ла­маны асыуҙа күреүемә бик шатмын. Әле республикабыҙҙа Рәсәй нефть химияһы буйынса аҙналыҡ бара, ул илебеҙҙә киң билдәле һәм абруйлыларҙан һанала. Рәсәй нефть-газ химияһы форумына старт бирелде. Нәҡ шул көндәрҙә яңы технологик регламент, параметр буйынса яңы ҡулайламаны күреү бигерәк тә яҡшы.
Республика етәксеһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, “Башнефть” һәм “Роснефть” инвестицион программаны киң йәйелдергән. Бәлки, хәҙер беҙ шаһит булғандар бигүк ҙурҙарҙан да түгелдер. Уның ҡарауы, инвестиция ике миллиардҡа яҡын тәшкил итә! Уға ябай һан тип ҡарарға ярамай. Ә инде киләсәктә яңынан төҙөү буйынса эштәр алып барыласаҡ, предприятиены реконструкциялау киң ҡолас йәйәсәк.
Илебеҙ өсөн химияның мөһим роль уйнауын, киләсәктә химия сәнәғәтенең йылдам үҫешәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Химия етештереүҙең кәрәклеген телгә алыу артыҡ, һүҙ ҙә юҡ, уға илебеҙҙә ҙур ихтыяж буласаҡ, экспорт тураһында ла шулай әйтергә мөмкин.
Ысынлап та, башҡарылған ошо эштәрҙең барыһы ла – үҙ сиратында инвестициялар йәлеп итеү, инвестицион проекттарҙы тамамлау һәм яңыларына тотоноу Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҙур хәстәрлеге арҡаһында тормошҡа ашырыла. Йәлеп ителгән һәм һалынған һәр төрлө күләмле инвестицияларҙың республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтереүҙә һәм һауыҡтырыуҙа мөһим роль уйнауына, социаль-иҡтисади хәлдең яҡшырыуына килтереүенә тамсы ла шикләнергә кәрәкмәй. Ғөмүмән, республика етәкселеге тарафынан башҡарылған ғәмәлдәрҙең бөтәһе лә халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Имен тормош, уңайлы йәшәү шарттары һәм башҡа ыңғай күрһәткестәр – шуға асыҡ миҫал.
Рәсми өлөштән һуң Рөстәм Хәмитов һәм башҡа ҡунаҡтар “эшләтеү төймәһе”нә баҫты. Унан инде барыһы ла яңы ҡоролма менән яҡындан танышыу маҡсатында бинаның эсенә үтте.
Аҙаҡтан Рөстәм Зәки улы журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.



Вернуться назад