Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында нефтле юл битумдары сығарған “Битум” заводының етештереү майҙансығында булды. 1991 йылда асылған предприятие Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге ҙур юл-төҙөлөш ойошмаларын продукция менән тәьмин итә. Белеүебеҙсә, төбәк етәксеһе юл битумдары сифатын яҡшыртыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирә. Уның күрһәтмәһенә ярашлы, 2017 йылдың икенсе яртыһынан төбәктә заманса Superpave (“СПАС”) системаһы ғәмәлгә индерелә башланы. Был инновациялы технология транспорт баҫымын һәм һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәғәйен файҙаланыу үҙенсәлектәренә эйә булған асфальт составын проектлай. Ул юл япмаһын файҙаланыу ваҡытын байтаҡҡа арттырыу мөмкинлеген бирә.
2017 – 2018 йылдарҙа, Superpave системаһына ярашлы, яңы стандарт битумдарын сығарыу өсөн предприятиела техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу эштәре башҡарылды. Инвестиция күләме 500 миллион һум тәшкил итте. Яңыртылған майҙансыҡ ҡеүәте сәғәтенә 40 тонна тәшкил иткән битум һәм модификациялы ҡатырғыс материалдар производстволарын, резервуар паркын, автоҡойоу узелын, келәт биналарын үҙ эсенә ала. Бынан тыш предприятиела Superpave системаһы буйынса ҡатырғыс материалдарға анализ яһау мөмкинлеген биргән заманса лаборатория бар. Рөстәм Хәмитов уның эшмәкәрлеге менән танышты, үткәрелгән һынауҙар ысулы менән ҡыҙыҡһынды. Завод идарасыһы Дмитрий Донцов әйтеүенсә, сеймалдың химик составын, ҡатырғыс материалдарҙың тотороҡлолоғон тикшереү, реаль һауа шарттарында юл япмаһының иҫкереүен имитациялау һынау комплексының үҙенсәлеге булып тора. Әле был – Волга буйы федераль округында “Росавтодор”ҙың аккредитацияланған берҙәм лабораториялар реестрына ингән берҙән-бер Superpave системаһы үҙәге.
Дмитрий Донцов әйтеүенсә, яңы модификациялы битум ҡатырғыс материалдың хеҙмәт итеү ваҡыты 20 йылға етеүе ихтимал. Әйткәндәй, был бик күп факторҙарға – юл конструкцияһына, уға яһалған баҫымға бәйле.
Башҡортостан Башлығы быйыл төбәктә юлдарға күләмле капиталь ремонт яһағанда заманса битумды һәм модификациялы ҡатырғыс материалдарҙы әүҙемерәк файҙаланырға ҡушты. “Битум” заводы ҡеүәте йылына 500 мең тоннаға тиклем продукция етештереү мөмкинлеген бирә. Был республика ихтыяжынан байтаҡҡа күберәк.
Әйткәндәй, Superpave технологияһы Башҡортостанда ҡайһы бер юл участкаларында файҙаланылған да инде. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проекты нигеҙендә ремонт өр-яңы битум файҙаланып башҡарыласаҡ.
Рөстәм ХӘМИТОВ:“Юл сифатының төп проблемаһы – насар битум. Шуға күрә юлдарыбыҙ ҙа шәптән түгел. Юлсылар иһә – насар сифатлы, ә беҙ, власть, яҡшы битум яҡлы. Шуға күрә күҙәтәсәкбеҙ, контролдә тотасаҡбыҙ”.