Өйрәкте белеп көт15.05.2018
Ҡайһы бер ата өйрәктәр инәһе оя баҫҡан ара­ла уның мәшәҡәттәре менән дә уртаҡлаша. Инәһе оянан китеп бик оҙаҡлаһа, ул йоморт­ҡаларға суҡышын тейҙереп-тейҙереп ала, һыуынмағанмы, йәнәһе. Сиртәсәк бәпкәләрҙең әсәләре күренмәһә, килгәнсе оя өҫтөнә менеп ултыра. Ҡурҡытырға ғына ярамай.
Өйрәктәр тәмле еҫ аңҡыған, шәрбәтерәк аҙыҡ­ты ярата. Бынан тыш, тәүҙә йәшел төҫтәгеһен ашай, һуңынан башҡаларына тотона. Улар кукурузға өҫтөнлөк бирә. Икенсе урында арпа, бойҙай килә. Арышты бик өнәп бармайҙар.
Өйрәк мамығынан еңел юрған һырыу яҡшы. Ҙурлығы 172x212 сантиметр күләмле булғанына яҡынса 1,4 килограмм мамыҡ китһә, 140x212 сантиметрлыға — 1,1, ә балалар­ҙыҡына (110x140) 0,4 килограмм кәрәк.
Үҙенең үҫеш дәүерендә ҡош ярал­ғыһы кальций тоҙон йомортҡа ҡабығынан ала. Шуға ла үрсеү миҙгелендә тауыҡ, өйрәк, башҡа ҡоштарҙы ашатҡанда минераль ҡушымталарҙан өҙмәҫкә кәрәк.
Әгәр ҙә себештең суҡышы йомортҡаның ур­та­һында йәки осло яғында икән, ҡошсоҡ дөрөҫ урынлашмаған була. Уға ярҙам итеү мөмкин түгел. Ә инде үҙаллы сыға алмай аҙапланһа, аҙ ғына ҡабығын әрсеп, ярҙам итергә кәрәк. Ләкин быны себеш тулыһынса әйләнеп сыҡҡансы, йәғни алдан эшләргә ярамай. Был осраҡта ҡан системаһының боҙолоуы бар.
Әгәр ҙә аҙығында йәшел үлән (ҡышын алдан әҙерләнгән үлән, бесән вағы, оно) булмаһа, улар бер-бере­һе­нең мамығын йолҡа, шунлыҡтан ялан­ғасланып ҡалған тән өлөшөн суҡый башлай.
Бәпкәләргә һыу эсереү өсөн һа­уыт өҫтөнә алдан уҡ ағастан яһал­ған рәшәткә йәки металл ситлек ҡап­ларға кәрәк. Ул сағында һыу ҙа бысранмай, ҡошсоҡтар ҙа еүешләнмәй.


Вернуться назад