Ҡумталағы конкурент15.05.2018
Бөгөн Ҡытайҙан туранан-тура тауар яҙҙырып алғандар көндән-көн арта. Арзан булыуы менән әүрәтә ул кешеләрҙе. Йыбанмағандар иһә күмәртәләп алып, уны арттырып һатып, аҡса эшләй.
Белгестәр билдәләүенсә, әле Интернет сауҙаһы эске баҙарға ҡарағанда ла шәберәк үҫешә. Быйыл өс айҙа бары “Рәсәй почтаһы” 95,7 миллион халыҡ-ара посылканы эшкәрткән, был 2017 йылдың ошо осоронан 35 процентҡа күберәк (“Рәсәй почтаһы”на посылка бизнесының өстән ике өлөшө тура килә). “Тәүге кварталдағы күрһәткестәр былтыр Яңы йыл алдынан ноябрь, декабрь айҙарындағы эштең тығыҙлығы менән тап килә. Беҙҙең ҡулдан көн һайын миллиондан ашыу посылка үтә”, — ти “Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең генераль директоры Николай Подгузов.
“Билдәле булыуынса, рәсәйҙәр башлыса Ҡытайҙағы арзан тауарҙарға өҫтөнлөк бирә. Былтыр уның өлөшөнә сит ил посылкаларының 90 проценттан күберәге тура килгән. Ә аҡса берәмегендә ул ни бары 53 процент ҡына тәшкил иткән”, — ти Интернет-сауҙа ассоциацияһы компанияһы етәксеһе Алексей Федоров.
Европанан, киреһенсә, ҡиммәтле тауарҙар, мәҫәлән, парфюмерия посылкалары килә. Һөҙөмтәлә уларҙың һаны Евросоюз өлөшөнә ни бары өс процент тура килһә лә, аҡса берәмегендә ситтән килгән почта сауҙаһының 22 процентын тәшкил итә.
2017 йылда эске Интернет-сауҙа ни бары 13 процентҡа үҫкән (1,04 триллион һумға тиклем). Сағыштырыу өсөн: был күрһәткес 2014 йылда 31 процент булһа, 2016 йылда — 21. Ватан ретейлерҙары НДС, пошлина, үҙҙәренең тауарына сертификат алмаған сит ил интернет-магазиндары менән конкуренцияла отола. Әйткәндәй, һатып алыусыларҙы тауарҙың хәүефһеҙлеге бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай.
Белгестәр әйтеүенсә, пошлинаһыҙ сауҙа Рәсәй эшҡыуарлығын сит ил конкуренттарынан яҡлай алмай. Бөгөн рәсәйҙәр пошлина түләмәйенсә лә айына бер мең евроға посылкаға заказ бирә ала. Тап ошо юҫыҡта хәҙер һөйләшеүҙәр алып барыла. Рәсәй Хөкүмәте быйыл халыҡ-ара посылкаларҙы пошлина түләмәйенсә индереү күләмен 50 тапҡырға кәметергә тәҡдим итте. Закон проекты әле Дәүләт Думаһында ҡарала.