“Мейе”ләр илдән китә15.05.2018
Һуңғы бер нисә йылда юғары белемле кешеләрҙең илдән ситкә юлланыуы ике тапҡырға артҡан. Мәҫәлән, 2013 йылда 20 мең самаһы белгес китһә, 2016 йылда 44 меңдән ашҡан.

“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, теге йәки был сәбәптәргә бәйле тикшереү менән шөғөлләнгән ғалимдар йыл һайын 1,3 процентҡа кәмей. Ә 1990 йылдан уларҙың иҫәбе 2,7 мәртәбәгә ҡыҫҡарған. Илдең ғилми потенциалы башлыса абстракт тикшеренеүселәр һанында түгел, ә ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы составына ингән институттар исемлеге буйынса ҡыҫҡара. 2013 йылдан Рәсәй фундаменталь фәне ике мең ярымдан ашыу ғалимын юғалтҡан. Ҡалған 67 мең араһынан фән докторҙары 13,8 проценттан — 13-кә тиклем, фән кандидаттары 31,7 проценттан 30 процентҡа тиклем кәмегән.
Рәсәй Фәндәр академияһы эксперттары илдән “мейе”ләрҙең ситкә ағылыуының ике сәбәбен билдәләй. Беренсенән, Рәсәй фундаменталь фәненә иғтибар насар, аҡса үтә аҙ бирелә. Беҙҙең ғалимдарға бүленгән финанс АҠШ-тан, Евросоюздан — дүрт, Ҡытайҙан, Тайвандән, Көньяҡ Кореянан өс тапҡырға ҡайтыш. Бында, әлбиттә, эш хаҡы, ҡорамалдар һатып алыу, приборҙар базаһын яңыртыу һәм башҡа сығымдар ҙа иҫәпкә алына. Ҡағыҙҙа ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артҡандай тойолһа ла, ысынбарлыҡта иһә хәл бүтәнсәрәк. Тап шуға ла ғилми институттар үҙҙәренең ғалимдарын ярты, хатта сирек ставкаға күсерергә мәжбүр.
Икенсе сәбәп тә мөһим. Ғилми хеҙмәт өсөн инструменттарҙы йәки кәрәкле материалдарҙы йүнләү, уға заказ биреү генә түгел, ә отчет тапшырыу оло бәләгә әүерелә, әлеге лә баяғы бюрократик кәртәләр эшкә дәртте һүндерә. Был юҫыҡта Рәсәй Фәндәр академияһының “Йәшелсәселек буйынса федераль ғилми үҙәк” директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, ауыл хужалығы фәндәре докторы Сергей Сирота бына нимә ти: “Бөтә донъяла өҫтөнлөк тикшеренеүҙәр барышында барлыҡҡа килгән аныҡ һөҙөмтәгә бирелә. Ә беҙҙә бер ҡосаҡ мәҡәлә яҙырға кәрәк, ә һуңынан уларҙы Көнбайыш Европа журналдарында баҫтырыу мөһим. Был осраҡта идеяның киләсәктәге файҙаһы иҫәпкә алынмай”.
Юғары даирәләрҙә илдәге был хәлде аңлайҙар, йыйылыштарҙа ошо хаҡта сығыш яһайҙар. Әммә әлегә хәлде үҙгәртерҙәй аныҡ эш күренмәй.


Вернуться назад