Ил буйлап, эш эҙләп15.05.2018
Ил буйлап, эш эҙләпТанышым Мәскәүгә эшкә китте. Уның баш ҡалаға нисек барып еткәне, хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынып, телефондан шылтыраттым.
– Шәп килеп еттем, вагон тулы башҡорттар, һөйләшеп килә торғас, нисек барып еткәнде лә һиҙмәгәнбеҙ. Хатта утыҙ йыл күрмәгән хеҙмәттәшемде осраттым әле. Ул да баш ҡалала эшләп йөрөй икән, – тине ул.



Эйе, илдәге иҡтисади хәл бөгөн күптәрҙе ғаиләһен аҫрарлыҡ эш эҙләп, ил буйлап йөрөргә мәжбүр итә. Юҡ, ил тип кенә әйтеү бик үк дөрөҫлөккә тап килмәҫ. Мин үҙем белгәндән генә әллә күпме таныштарым сит илдә йөрөй. Дуҫымдың ҡыҙы, БДУ-ның сит телдәр факультетын тамамлап, бер нисә йылға тип Америкаға киткәйне, тормошҡа сығып, тороп ҡалды. Икенсе танышым, фатирға аҡса етештерә алмағас, Италияға юлланды. Өсөнсө белешем Испанияла донъя көтә. Һәр береһе белемле, аҡыллы. Кемдер уларҙы тыуған ерен алмаштырыуҙа ғәйепләргә ашыҡмаһын ине. Бер генә бирелгән ғүмерҙә һәр кем үҙенең мөмкинлеген баһаларҙай эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булыуын теләй.
Күршем Саях ағай Баймаҡтан ине. Заманында авиация институтын тамамлағас, Ҡаҙағстанда яҙмышын хәрби һөнәр менән бәйләй. Әммә донъялар үҙгәргәс, тыуған яҡҡа ҡайтырға мәжбүр була. Төплө, алтын ҡуллы был ағай Өфөнән ер алып, ике ҡатлы йорт һалды, әммә йүнле генә эш таба алманы. Хеҙмәт урыны табыла ул, әгәр 10 – 15 меңгә риза булһаң. Ахыры, бына тигән донъяһын һатып, Санкт-Петербургка күсеп китте.
Белгестәр билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа бер урындан икенсе төбәккә күсеп йөрөгәндәр һаны арта бара. Аҙаҡҡы 10 йылда Рәсәйҙә миграция ике тапҡырға үҫкән. Әгәр 2006 йылда 1,9 миллион кеше йәшәгән урынын үҙгәртһә, 2011 йылда өс миллионға еткән. Бөгөн иһә йыл буйына Рәсәйҙә дүрт миллион самаһы кеше күсеп йөрөүе билдәле. Шуның ике миллионы бер төбәктән икенсеһенә йәшәү йәки эш табыу маҡсатынан да юллана. Ғәҙәттә, даими йәшәргә күскән кешеләрҙән айырмалы, ваҡытлыса күскенселәр ике сиктә бәргеләнеп йөрөй. Уларға дәүләт, шулай уҡ урындағы етәкселәр тарафынан да, ошо ерҙең гражданы булараҡ, тейешле иғтибар бүленмәй. Ваҡытлы хеҙмәт мигранттарын төбәктәрҙәге власть әһелдәре, рәсәйҙәр күрмәмешкә һалыша. Былай анһат бит, уларға социаль хеҙмәтлән­дереү өсөн аҡса сарыф итәһе түгел.
Ғаиләләре йәшәгән урында ла уларҙың төбәккә индергән өлөшөн баһаларға ашыҡмайҙар. Ә бит эшләп тапҡан аҡсаның бер сама өлөшөн улар ғаиләләренә ебәрә, тимәк, уларҙың эшмәкәрлеге төбәк һәм муниципаль берәмектәргә финанс хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Рәсәй халҡы эске миграция һөҙөмтәһендә оҙаҡ йылдар илдең көнсығышынан көнбайыш төбәктәренә күсеп йөрөй. Европа өлөшө сиктәрендә Волга буйы, Төньяҡ Кавказ, илдең төньяҡ биләмәләренән күсенә. Улар башлыса бөгөн илдең көнбайыш төбәктәрендәге Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек төрлө етештереү предприятиелары тығыҙ урынлашҡан ҡалаларға юллана. Ошо арҡала үҙәктән алыҫ төбәктәрҙә халыҡ кәмей, был һан хатта йылына ярты миллионға барып етә.
Әлбиттә, тыуған ерен халыҡ тағы ла күберәк ташлап китер ине. Быға ҙур, эшле ҡалаларҙағы фатир хаҡтарының ҡыйбат, ҡуртымға алғанда ла хаҡтың тешләшеүе кәртә булып тора. Эш хаҡы әллә ни юғары булмаған дөйөм һөнәр эйәләренең быға көсө етмәй. Әгәр квалификациялы мигранттар үҙенә торлаҡ, шулай уҡ ипотека ярҙамында булһа ла һатып алыу мөмкинлегенә өлгәшһә, урта һәм түбән белгеслеләр бүлмә йәки койканы арендаға алып йәшәй.
Сит төбәктәргә эш эҙләп юлланыусылар араһында Башҡортостан халҡы ла күп. Үкенескә ҡаршы, бал һан артҡандан-арта. Әле биш йыл элек кенә вахтаға йөрөүселәр һаны 113 мең булһа, бөгөн 200 мең самаһы кешегә етә, был эшкә һәләтле халыҡтың 10 проценты тигән һүҙ. Хеҙмәт миграцияһы буйынса Мәскәү өлкәһе, Адыгей Республикаһынан ҡала Башҡортостан өсөнсө урынды биләй. Әлбиттә, был иҫәпте теүәл генә тип әйтеп тә булмай, ысынбарлыҡта ситкә ағылыусылар тағы ла күберәк, ти белгестәр.
Әлбиттә, миграцияның сәбәптәре төрлө. Мәскәү менән Санкт-Петербургка башлыса белем алырға, карьера, лайыҡлы эш хаҡы өсөн юлланалар. Мәскәү халҡы ете йылда бер миллион кешегә артҡан. 2010 йылда бында 11 миллион 382 мең кеше йәшәһә, 2017 йылда 12 миллион 380 меңгә еткән. 2016 йылда илдең баш ҡалаһына төрлө төбәктәрҙән 212 мең кеше килгән, шуның ни бары 25 меңе – сит илдәрҙән. Петербургтан әүәл халыҡ үҙе китһә, хәҙер бында ла мигранттар туплана башланы, хәл 2010 йылдан күскенселәр иҫәбенә яҡшыра. Әгәр 2010 йылда төньяҡ баш ҡала халҡы дүрт миллион 879 мең кеше булһа, былтыр биш миллион 222 меңгә еткән.
Краснодар крайын һайлағандар бындағы климаттың йомшаҡлығын, курорттар яҡын булыуын өҫтөн күрә. Уның халҡы ете йыл эсендә 76 процентҡа ишәйгән – 2010 йылда ҡалала 744,4 мең кеше теркәлһә, 2017 йылда – бер миллион 318 мең. Ҡала “миллионлы” булып танылыуға мөмкинлек алды, был үҙ нәүбәтендә федераль ҡаҙнанан күберәк субсидия алыу ихтималлығын бирә.
Белгестәр әйтеүенсә, төбәктәргә халыҡтың күпләп килеүе, бер яҡтан, файҙалы, сөнки башлыса ҡулынан эш килерҙәй көслө, һөнәре булғандар күсеп йөрөй, улар бындағы эшсе көсөнә булған ҡытлыҡты тулыландыра. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар. Ҡалаларҙың социаль инфраструктураһы бындай күләмдәге өҫтәмә халыҡ тығыҙлығы өсөн яраҡлаш­тырылмаған. Мәҫәлән, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар...
Ошо сәбәпле күпме ауыл юҡҡа сыҡҡан! 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу 160 мең ауыл, ҡасабаның 17 меңендә кеше даими йәшәмәүен, 33 мең ауылда уртаса – 1,76, тағы 14 меңендә 7,8 мең кеше ғүмер кисереүен күрһәтә. 2010 йылдағы иҫәп алыуҙа тағы ла алты меңләгән ауылдың юҡҡа сығыуы теркәлгән. Был күренеш бигерәк тә Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнә һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәргә хас. Бер нисә йыл эсендә ауылдарҙың 20 проценты бушап ҡалған. Ә Кострома өлкәһендә был нисбәт 34 процентҡа етә. Әлбиттә, бындай күренеш ҙур хәүефкә һала. Илебеҙҙең йөрәгенән тыш, төбәктәрҙә халыҡ күпләп кәмей, ауылдар юҡҡа сыға, уңдырышлы ерҙәр буш ята, уларҙа эшләрҙәй кешеләр юҡ. Йыл һайын ауылдарҙан 100 – 150 меңләп кеше тыуған ерҙәре менән хушлаша. Был иһә үҙ нәүбәтендә ауылдарҙы һәм социаль инфраструктураһын хәлһеҙләндереүгә алып килә. Шуның һөҙөмтәһе булып белем биреү, мәҙәниәт усаҡтары ябыла. Мәҫәлән, 2000 – 2015 йылдарҙа 45 меңләгән ауыл мәктәбенән 26 меңгә тиклем тороп ҡалған. Ә дауахана учреждениелары 5,4 меңдән 1,1 меңгә тиклем ҡыҫҡарған.
Бөгөн беҙ моноҡала тип билдәләгән бәләкәй ҡалаларҙың да яҙмышы еңел түгел. Иҡтисади ҡыйралыш йылдарында уларҙа халыҡтың төп йәшәү, хеҙмәт сығанағы булған предприятиелар, заводтар юҡҡа сыҡты. Мәғлүм булыуынса, бәләкәй ҡалаларҙа 37 миллион самаһы кеше ғүмер итә. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙы ундай төбәктәрҙәге тормошто йәнлән­дереү йәһәтенән махсус программа ҡабул ителеп, уларға төрлө ташламалар ҡаралһа ла, оҙаҡ йылдар йыйылған проблеманы тиҙ арала хәл итеү ауыр.
Башлыса халыҡ ҡайһы төбәктән китә һуң? Төньяҡ Кавказ халҡының электән ил буйлап йөрөүе мәғлүм. Берәүҙәре емеш-еләк менән кәсеп итә, икенселәре эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, өсөнсөләре төҙөлөш менән мәшғүл. Дөрөҫөн әйткәндә, Төньяҡ Кавказ башҡа төбәктәрҙе кешелек капиталы менән тултырыусы ул. Шулай ҙа бында халыҡ кәмемәй, сөнки тыуым юғары ҡала килә. 2016 йылда төбәктән 20,8 мең кеше сит тарафтарға юл алһа ла, тәбиғи артым 78,6 мең тәшкил иткән. Төбәктәге миграция эш хаҡының аҙ булыуына бәйле, әлбиттә. 2015 йылда Рәсәйҙә иң түбән эш хаҡы Төньяҡ Кавказда теркәлгән – 18,8 мең һум, ә Рәсәйҙә уртаса күрһәткес 33,3 мең һум тәшкил иткән. Икенсенән, төбәктә эшһеҙлек күләме лә иң юғары булып ҡала.
Алыҫ Көнсығышты ошо уҡ йылда 17,4 мең, Волга буйын – 14,4, Себерҙе 12, 6 мең кеше ташлап киткән. Былар барыһы ла үҙ нәүбәтендә иҡтисадтың түбән тәгәрәүенә, социаль-иҡтисади инфраструктураның бөткөһөҙ проблемалар менән бәрелеүенә, уның киләсәгенә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Ошо урында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың XXI быуатты Алыҫ Көнсығыш дәүере итеп иғлан итеүен иҫкә төшөрөргә кәрәктер. Бындағы демографик көрсөктөң үтә хәүефле булыуы һәр кемгә мәғлүмдер. Былтыр төбәктәге демографик үҫеш мәсьәләләре буйынса хатта Тикшеренеүҙәр үҙәге булды, хәҙер бер нисә йыл кешелек капиталын үҫте­реү буйынса агентлыҡ эшләй. Ҙур әһәмиәт­кә эйә Көнсығыш иҡтисади форумының да бында үткәрелеүе тиккә түгел.
Яңы программа ҡабул ителде. Уға ярашлы илебеҙҙең һәр кешеһе Камчатканан, Сахалиндан, Хабаровскиҙан йә иһә шул тирәләге башҡа төбәктәрҙән бер гектарға хәтлем ерҙе бушлай алырға хоҡуҡлы. Был маҡсатта Алыҫ Көнсығыштан 600 миллион гектар ер бүленә. Шулай ҙа ошо сараларҙың әлегә маҡтанып һөйләрҙәй һөҙөмтәләре күренмәгән кеүек: халыҡ һаман да ситкә ынтыла, үлем осрағы юғары. Ер бүлеп биреү генә әле һинең тормош шарттарың яҡшырҙы тигән һүҙ түгел. Был маҡсат ғәмәлгә ашырмы?
Алыҫ Көнсығыш биләмәләрен үҫтереү программаһына ярашлы, унда 16 мең яңы эш урындары булдырыу планлаштырылған. Әлбиттә, уның бер өлөшөн башҡа төбәктәрҙән килгән эшселәр иҫәбенә тултырыу ҡаралған. Әммә бөгөндән был төбәккә эшкә ағылырҙай кешеләр табылырмы? Бының менән генә ил халҡын төрлө ергә таратып булырмы? Белгестәр быға ҡарата үҙенең фекерен былай тип белдерә. Рәсәйҙең ике ҙур ҡалаһы Мәскәү, Санкт-Петербург һәм тормош кимәле урындағы нефть һәм газ табышына бәйле булған ике-өс төбәктән тыш иҡтисади үҫеш өсөн аныҡ шарттар булдырмай тороп, мигранттарҙы илдең төрлө төбәгенә йәйелдереп булмаясаҡ. Юғары иҡтисад мәктәбенең Ғилми-тикшеренеү университетының демография институты директоры Анатолий Вишнявский быға ҡарата: “Рәсәй халҡын бер төбәктән икенсеһенә күсереп йөрөтөү менән хәл үҙгәрмәй, беҙ сит илдәрҙән мигранттар барыбер кәрәк буласаҡ, сөнки ил халҡы кәмей”, – тигән фекерҙә. Шулай уҡ ил халҡын үҙебеҙҙең иҫәпкә, тыуым артыу иҫәбенә көтөү ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Башҡа дәүләттәрҙән килгәндәрҙең илдәге енәйәтселекте арттырыу хәүефе лә бар. Шуға ла уларҙы һәм балаларын тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданы итеп үҙгәртеү йәһәтенән эш ойоштороу зарур, тигән фекерҙә ул.


Вернуться назад