Яҙғы ҡояш бар донъяны иркәләй. Бер көнө йылды туйҙырыр мәлдә һәр ауыл эшсәне ҡырҙан ҡайтып инмәй тиерлек. “ Яңауыл” МТС-ы” дәүләт унитар предприятиеһы директоры Салауат Сәхәби улы Ғиндуллинды ла баҫыуҙа тап иттек. Ул хужалыҡтағы сәсеүлектәрҙең торошон ҡараштырып сыҡҡандан һуң люцерна яланына килгәйне.
– Әлегә баҫыуҙар еүеш, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматабыҙ, – тип башланы һүҙен етәксе. “Беларусь” тракторы менән күп йыллыҡ үләнде тырматырға сыҡҡан Илдус Хәнипов менән Линар Шәйхуллинды маҡтап телгә алды ул.
– Егеттәр тырышып эшләй.
– Ужым нисек ҡышлаған һуң?
– Өшөгән урындары бар. Тик зарланып бер ни ҡылып булмай, эшләргә кәрәк.
Яңауыл игенселәре ерҙең уңдырышлылығы менән маҡтана алмай – был яҡтарҙа башлыса һоро, көлһыу төҫтәге тупраҡ.
– Бөтә нәмәне тәбиғәткә япһарыу яҙыҡ булыр ине, – тип һүҙен дауам итте Салауат Сәхәби улы. – Мул уңыш алам тиһәң, икеләтә көс һалырға тура килә. Шуға ла ерҙе тиреҫ, минераль ашлама менән туҡландырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Сәсеү әйләнешен күҙ уңында тотоу, туңға һөрөү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
Хужалыҡта, нигеҙҙә, иген культуралары үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә. Техника, орлоҡтоң әҙерлеге менән ҡыҙыҡһынам.
– Орлоҡ ағыуланған, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек, тракторҙар техник күҙәтеү үтте. – Етәксе йылмайыу һәм ғорурланыу ҡатыш яуапланы. – Тракторсылар Радик Ниғмәтйәнов менән Фәдис Ялалов “тимер ат”тарын күптән әҙерләп ҡуйҙы. Эш хаҡын ваҡытында түләгәс, егеттәрҙең кәйефе шәп.
Республика райондары буйлап йөрөгәндә уңдырышлы ерҙәрҙә сүп үләненең күкрәп үҫеүен йыш күрергә тура килә. Бында ташландыҡ баҫыуҙар юҡ.
Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр, тигән боронғолар. Быны Яңауыл игенселәре яҡшы аңлай. Йөрәк йылыһы, әсе тир тамған ерҙең мул уңыш биреренә шик юҡ.
И. ХАҠОВ.
Яңауыл районы.