Киң мәғлүмәт саралары иғтибар үҙәгендә09.05.2018
Киң мәғлүмәт саралары иғтибар үҙәгендәБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Ҡытай Халыҡ Республикаһы Аньхой провин­ция­һының Ҡытай Коммунистар партияһы коми­тетының пропаганда буйынса департаменты начальнигы, Ҡытай Аньхой провинцияһы Коммунистар партияһы комитетының даими вәкиле Юй Айхуа менән осрашты.

– Һеҙҙең ише ҡәҙерле дуҫ­тарҙы күреү беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ һәм хөрмәт, – тип сә­ләм­ләне республикабыҙҙың Хөкүмәте исеменән сит ил ҡунаҡтарын Илшат Азамат улы. – Ике яҡтар араһында хеҙ­мәттәшлек йылдан-йыл ны­ғына, бәйләнештәр булдырыла.
Илшат Тажетдинов Баш­ҡорт­остан менән таныш­тыр­ғанда, республикабыҙҙың ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡта­рына бай булыуына баҫым яһаны, беҙҙә агросәнәғәт комплексының үҫешен айырым билдәләне, ҡытайҙар башлаған өҫтөнлөклө өс инвестицион проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Вице-премьерҙың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, 2015 йылда Өфөлә ойошторолған ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитында Ҡытай Халыҡ Рес­публикаһынан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы сараның әһәмиә­тен арттырған, айырыуса 15 ил вәкиле етәксеһе араһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпинде күреү мәртәбә иҫәпләнгән. Киләсәктә иһә халыҡ-ара фестиваль – Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу күҙ уңында тотола, бынан тыш умартасылыҡ буйынса “Апимондия” халыҡ-ара конгресы үтәсәк.
Башҡортостан күп алдынғы илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырған, һүҙ ҙә юҡ, айырым урынды Ҡытай иле биләй. Үҙ сиратында, Башҡортостан менән Аньхой провинцияһы араһына ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалынған.
Ысынлап та, хеҙмәттәшлек нығый. Мәҙәниәт, мәғариф тармағындағы үҙ-ара бәйлә­нештәр шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта киң мәғлүмәт саралары мөһим урынды алып тора. БСТ, Рәсәйҙә беренсе булып төбәк телеканалы була­раҡ, Ҡытай телекомпанияһы менән хеҙмәттәшлек тура­һында килешеү төҙөгән. Был алмаш телетапшырыуҙар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан юлдаш теле­видениеһы Аньхой провин­цияһы телевидение­һының программаларын эфирға сығарһа, Аньхой провинцияһы теле­видениеһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы әҙер­ләгән “Шүлгәнташ” киноһының премьераһы күрһәтелгән, бынан тыш телеаҙналыҡтар ойош­тороласаҡ. Шул ҡыуаныс­лы, телевидение өлгөһөнә баҫма нәшриәттәр ҙә эйәрә.
Сара һуңында “Республика Башкортостан” республика гә­зите менән Аньхой провин­ция­һы гәзите араһында хеҙ­мәт­тәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Вернуться назад