Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында Яңы Учалы ятҡылығының тәүге мәғдәнен сығарыу буйынса әҙерлек эштәре бара. Әһәмиәтле ваҡиға йәй айҙарында булыр тип көтөлә.Был ятҡылыҡ комбинаттың яңы руда базаһы булып һанала. Уҙған быуаттың 80-се йылдары башында предприятие геологтары Учалы ятҡылығының көньяҡ өлөшөндә баҡыр колчеданы рудаһы запасы барлығын асыҡлай. 1983 йылдың октябрендә тәрән эҙләнеү скважиналарын быраулау уңыш килтерә, ә 40 метрлыҡ төп руда ҡатламы 1986 йылда табыла. Баҡыр, баҡыр-цинк колчеданы рудаларының тотош ҡатламы 700 метр тәрәнлектә асыҡлана.
Ятҡылыҡтарҙы асыҡлауҙан уны үҙләштереүгә тиклем оҙаҡ ваҡыт үтә. Тикшереү эштәре һәм яңы ҡатламдарҙан руда сығарыу өсөн лицензия юллау, рудник төҙөүгә проект эшләү һәм башҡалар.
Яңы Учалы ятҡылығын асыу 2009 йылдан ике ҡыя төшөү юлдары аша башҡарыла. Былтыр 740 метр тәрәнлектә вентиляция һәм транспорт йүнәлештәренең берләшеүе ятҡылыҡ запастарын асыу һәм үҙләштереүҙе башлау өсөн проходкалау, йәғни ҡаҙып үтеү эштәре башларға форсат бирә.
Быйыл 1,1 миллиард һум аҡса яңы ер аҫты руднигын төҙөргә йүнәлтеләсәк, тәүге йөҙ мең тонна руда сығарыласаҡ, ә 2021 йылға күләм 1 миллион 100 мең тоннанан ашыу тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Рудникты төҙөп бөтөү һәм уның проект ҡеүәтен 4,5 миллион тоннаға еткереү 2027 йылға планлаштырылған.
Бөгөн шахта төҙөү идаралығы эшселәре 680 һәм 650 метр тәрәнлектәге горизонттарҙа ҡаҙылма байлыҡ сығарыу урынын ҡаҙа. Ә ер аҫты руднигы шахтерҙары 810 метр түбәндә проходкалау эштәрен башҡара. Параллель рәүештә инженер коммуникацияларын — ҡыҫылған һауа үткәргес торбаларҙы, электр менән тәьмин итеү кабелдәрен һуҙыу, тупраҡ һыуҙарын һурыу, янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙы монтажлау бара. Шулай уҡ рудниктың иң аҫҡы горизонттарын саф һауа менән тәьмин итеү маҡсатында тәүге елләткес тә сафҡа индерелгән.
Төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелгән Яңы Учалы руднигы өсөн комбинатҡа йыл башынан яңы тау техникаһы – үҙбушатҡыс, тейәгес машиналар ҡайтартыла.
Күптән түгел предприятиеның машина паркы Sandvik TH545 тип аталған беренсе шахта үҙбушатҡысы менән тулыланды. Ул 45 тоннаға тиклем йөк ташыу ҡеүәтенә эйә.
— Яңы Учалы руднигының транспорт өсөн ҡыя төшөү юлдары оҙонлоғо өс километрҙан да күберәк араны тәшкил итә. Шуға күрә ҡаҙылманы өҫкә сығарғанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында, тап шундай йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән машиналар ҡулай, — ти Учалы ер аҫты руднигының баш инженеры Юрий Дмитриев.
Ҡеүәтле “тимер ат”ты ПДМ машинистары Матвей Хренов, Азат Шәрипов, Эдуард Замотохин, Марат Бикәнәев “йүгәнләйәсәк”. Тап уларға яңы рудниктан яңы техникала тәүге мең тонна руданы сығарыу бәхете йылмаясаҡ.
— Бындай машинала эшләү ҙур яуаплылыҡ та йөкмәтә, алмашсы коллегаларым — ышаныслы, эштәрендә абруй ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр. Шуға күрә һынатмаҫбыҙ тип уйлайым, ә техникаға килгәндә, кабинала йылы, яҡты, тауышты изоляциялау, тирә-яҡты күҙҙән яҙлыҡтырмау – хәүефһеҙ эш өсөн барыһы ла уйланылған, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты тәжрибәле белгес Матвей Хренов.
Таусылар Яңы Учалы руднигынан тәүге мәғдәнде сығарыу ваҡиғаһын түҙемһеҙлек менән көтә. Шулай булмай ни, был ятҡылыҡты үҙләштереү комбинатты тағы дүрт тиҫтә йылға эш менән тәьмин итәсәк.
Учалы районы.