Талантһыҙ кеше булмай, тиҙәр. Хоҙай һәр беребеҙҙе һәләтле итеп яралтҡан. Ҡайһы берәүҙәр үҙ асылын бала саҡта уҡ таба, бәғзеләре уңышҡа яҙмыш һалған урау юлдар аша килә.Илһөйәр Дамир ҡыҙы Хәмиҙуллина Талбазы ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, бер төркөм йәштәр менән комсомол төҙөлөшөнә юллама алып, Урта Азия тарафтарына китә. Газ эшкәртеү заводына эшкә урынлашып, Химия-технология техникумына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Йылылыҡ-энергетика станцияһына цех начальнигы итеп тәғәйенләнә. Тырыш, үҙ-үҙенә талапсан ҡыҙ тиҙ арала коллективта абруй яулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманалар үҙгәреп, илдәге сәйәси хәлдәр тотороҡло булмау сәбәпле, ун алты йылдан һуң тыуған яҡтарына кире ҡайта.
— Юғалып ҡалманым, аш-һыуға маһирлығым ярҙамға килде, — тип хәтерләй Илһөйәр Дамир ҡыҙы.
Өфө – Ырымбур юлында ултырған Талбазы аша көнөнә тиҫтәләрсә автобус үтә. Автостанцияның гөрләп эшләп торған сағы. Пассажирҙар сығып ял итә, тамаҡ ялғап ала.
— Бөтә оҫталығымды һалып, бәлештәр бешерҙем. Бәрәңге, кәбеҫтә, ит эслектәре менән бигерәк үтемле була торғайны, — ти ул. — Урындағы халыҡ та, пассажирҙар ҙа аш-һыуымды ихлас ҡабул итте.
Һуңынан автостанцияла ҡайнар аш бешереү ойошторола. Унда ла Илһөйәр Дамир ҡыҙы әҙерләгән ризыҡтар телеңде йоторлоҡ була.
— Бер көндө улым: “Әсәй, һиңә үҙ эшеңде асып, тәмлекәстәреңде бөтә район халҡына тәҡдим итергә кәрәк”, — тип кәңәш бирҙе, — тип һөйләй Илһөйәр.— Етмәһә, уйымды ул ваҡытта район етәксеһе булып эшләгән Марат Баязит улы Ишемғолов күтәреп алды. Был миңә дәрт өҫтәп кенә ҡалманы, ә бөтә борсолоуҙарымды еңергә ярҙам итте.
Шулай итеп, кәрәкле документтарҙы барлап, 2010 йылда район үҙәге бинаһында “Башҡорт кухняһы” исемле кафе аса Хәмиҙуллиндар.
— Күп милләтле Ауырғазы ерендә ни өсөн “Башҡорт кухняһы”? — тип һорайым әңгәмәсемдән.
— Әсәйем – башҡорт, атайым татар милләтенән. Әсәйем Кәшифә лә, Миңлекамал өләсәйем дә аш-һыуға бик оҫта ине. Ҡаҡланған ҡаҙ, бауырһаҡ, ҡоймаҡ бешерергә иң тәүҙә уларҙан өйрәндем. Милләтемдең асылы ризыҡтарыбыҙҙа сағылыш табалыр, тим, — тине Илһөйәр ханым.
Эйе, элек-электән аш-һыуға бик иғтибарлы, талымлы халҡым. Уның аш-һыуын әҙерләү бик ябай эш түгел. Мәҫәлән, бауырһаҡты ғына алайыҡ. Был ризыҡ онға ла, йомортҡаға ла, ҡыҙҙырыу өсөн кәрәкле майға ла бик талапсан. Бешереп бөткәс, артабан һаҡлау ҡағиҙәләрен дә белергә кәрәк.
— Һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп Ҡөрьән аштарына бауырһаҡ бешереп биреүҙе һорай. Үҙем генә белгән рецепт менән әҙерләйем, оҙаҡ ваҡыт иҫкермәй, тәмен юғалтмай, — ти Илһөйәр ханым.
Әлеге көндә был кафе яңы һулыш алған, исеме лә яңыса — “Башҡорт ҡыҙы”. Йыһаздарынан, тәмле еҫтәрҙән йорт йылыһы бөркөлә. Матур түңәрәк өҫтәлдәр, йомшаҡ урындыҡтар, бүлмә гөлдәре күңелде күтәрә, һәр кемдең дә зауығын ҡәнәғәтләндерерлек.
Аш-һыу ассортименты бик бай, бында төрлө милләт халыҡтары — украин, белорус, рус, татар, үзбәк аштары бар. Башҡорт аш-һыуынан ҡоймаҡ, бәлеш, туҡмаслы аш, бауырһаҡ, гөбәҙиә һәм башҡа күп төрлө ризыҡ менән һыйланырға мөмкин. Шуныһы ла мәғлүм булһын: хаҡтары юғары түгел, шуға ла халыҡ күпләп йөрөй.
— Хәҙер ризыҡ боҙолмаһын өсөн төрлө химик матдәләр ҡушыу ҡағиҙәгә инеп китте. Ә бының организмға зыянлы икәнен һәр кем белә. Беҙ быға ҡырҡа ҡаршы. Тик тәбиғи аҙыҡтарҙы ҡулланып ҡына бешерәбеҙ, шуға ла клиенттарыбыҙ күп, — ти Илһөйәр Дамир ҡыҙы. — Һаулыҡҡа зыян килтерә торған аш-һыуҙы тәҡдим итмәйбеҙ.
Кафела бөхтәлек, таҙалыҡ менән бер рәттән яғымлы ҡараш, иғтибар өҫтөнлөк итә. Хеҙмәткәрҙәр араһындағы мөнәсәбәт тә дуҫтарса.
— Элегерәк кадрҙарға талапты юғары ҡуймай инем, ә хәҙер улай эшләп булмай, сөнки заман менән бергә клиенттарҙың ихтыяждары ла үҙгәрә, уларҙың зауығы үҫә. Шуға ла беҙҙең кафела махсус белемлеләр, үҙ эшенә яуаплы ҡарағандар, һөнәрен камиллаштырып торғандар ғына эшләй ала, — ти етәксе. — Һәр хеҙмәткәрҙең эшен ыңғай баһалайым, ләкин ҡайһы ваҡыт урынлы тәнҡит тә кәрәк булып ҡуя.
Илһөйәр Дамир ҡыҙының ире водитель, ҡыҙы администратор булып эшләй. Ғаилә менән бергә булғас, маҡсат та, киләсәккә пландар ҙа бер, уларҙы атҡарып сығыу ҙа еңеләрәк.
Ғөмүмән, бында эшләүселәр — үҙе бер ғаилә. Илһөйәр Дамир ҡыҙы өлкәнерәк тә, тәжрибәлерәк тә булғас, белгәндәрен йәштәргә өйрәтә.
— Кире эмоциялар менән, үҙ-ара ыҙғышып эшләһәң, бер ризыҡ та уңмай. Ҡамыр баҫҡанда уҡ һинең кәйефеңде һиҙә кеүек, һинең менән бергә тын ала. Яҡты уйҙар уйлап, изге теләктәр әйтеп әҙерләгәнгә күрә, аш-һыуыбыҙ уңа, – тип серҙәре менән уртаҡлашты уңған ханым.
Әлеге көндә кафела төрлө милләттән ун дүрт хеҙмәткәр эшләй – ашнаҡсылар, кондитерҙар, һауыт-һаба йыуыусылар, йыйыштырыусылар. Туйҙарға, төрлө юбилей сараларына саҡыралар бындағы аш-һыу оҫталарын.
— Айырыуса йома, шәмбе көндәренә заказдар күп, — ти Илһөйәр Дамир ҡыҙы. — Бәлештәр, бауырһаҡ, торттар бешереп бирәбеҙ. Клиенттарыбыҙ һәр ваҡыт ҡәнәғәт.
Киләсәктә ҙур, иркен, зауыҡлы банкет залы ойоштороу маҡсаты менән яна Хәмиҙуллиндар. Әйткәндәй, был эш тамамланыуға табан бара. Алла бойорһа, “Башҡорт ҡыҙы” туйҙар гөрләтер әле бында!
Ауырғазы районы.