Федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә04.05.2018
Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында Федерацияның 54 субъекты араһында дотациялар бүлеү тураһындағы бойороҡ донъя күрҙе.

Ил Хөкүмәтенең резерв фондынан бүленәсәк 16,3 миллиард һум хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменә өҫтәп район коэффициенттарын, федераль кимәлдә билдәләнгән процент өҫтәмәләрен түләүгә, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеләсәк. Документҡа ярашлы, Башҡортостан ошо маҡсатҡа 647,47 миллион һум аҡса аласаҡ.
Дотациялар бюджет тәьминәте кимәле 1,5-тән артмаған һәм минималь эш хаҡы федераль кимәлдә билдәләнгән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән юғары булмаған төбәктәргә бирелә. Аҡса “Федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк һәм муниципаль финансҡа һөҙөмтәле һәм яуаплы идара итеү өсөн шарттар булдырыу” дәүләт программаһына ярашлы бүленә.


Вернуться назад