Төбәк халҡының ныҡлы ҡалҡаны02.05.2018
Төбәк халҡының ныҡлы ҡалҡаныРеспубликабыҙҙа иң төҙөк, матур ҡалаларҙың береһе булған Сибайҙы юҡҡа ғына Урал аръяғының мәккәһе тип атамайҙар. Заманында баҡыр-цинк ятҡылығын асыу маҡсатында төҙөлгән ҡала бөгөн ошо төбәктең сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт үҙәгенә әйләнде.
Тап бында киң билдәле “Ирәндек моңдары” конкурсы үтә; “Урал аръяғы” форумы даими ойошторолоп, иҡтисади үҫеш мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтә; ҡала төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша, заман проекттары уңышлы яҡлана... Ошо һәм башҡа эштәр Сибайҙың ғына түгел, тотош көньяҡ-көнсығыш төбәктең, уның халҡының йәшәйешенә ыңғай йоғонто яһай, яңы үрҙәргә этәргес бирә.
Ҡалаға йәш, дәртле, заманса ҡарашлы Рөстәм АФЗАЛОВ етәкселек итә. Бөгөн ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй сибайҙар? Халыҡтың ихтыяждарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ниҙәр эшләнә? Алда көткән мөһим иҡтисади, мәҙәни сараларға әҙерлек нисек бара? Ҡала хакимиәте башлығы менән ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙек.


– Рөстәм Әхмәткәрим улы, һеҙҙең өсөн Сибай ят ҡала түгел. Бында тыуып үҫкәнһегеҙ, белем алғанһығыҙ, хеҙмәт юлын башла­ғанһығыҙ. Үҙ төйәгегеҙ өсөн яуаплы булыу иңегеҙгә икеләтә бурыс һалалыр?
– Ҡала ғына түгел, тотош көньяҡ-көнсығыш төбәк яҡын һәм ҡәҙерле миңә. Ни өсөн тигәндә, ваҡытында Баймаҡта, Әбйәлилдә, Хәйбуллала хеҙмәт юлын үтергә насип булды. Һуңғы йылдарҙа иһә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым, финанс идаралығына етәкселек иттем. Ғөмүмән, был өлкә, муниципаль хеҙмәт миңә яҡшы таныш. Әлбиттә, район һәм ҡала тормошо бер-береһенән ныҡ айырыла.
Сибай халҡы мине яҡшы ҡабул итте, тәүге көндәрҙән үк уртаҡ тел табып, дөйөм проблемаларҙы барланыҡ, хәҙер уларҙы яйға һалыу йүнәлешендә күмәкләшеп дәррәү эшләйбеҙ. Төбәктең тотороҡло үҫешен хәстәрләү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу төп маҡсат булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, тыуған ереңдең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ иңдәге бурысты тағы ла көсәйтә төшә.

– Сибай – таусылар һәм шахтерҙар ҡалаһы. Шунлыҡтан һүҙҙе урындағы иҡтисад үҫешенә тос өлөш индергән Учалы тау-байыҡтырыу комбина­тының Сибай филиалынан баш­лайыҡ. Уның бөгөнгө хәл-торошо нисек?
– Тотороҡло. Ысынлап та, Сибайҙың тәү сиратта таусылар ҡалаһы булыуын оноторға ярамай. Урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуҙа комбинаттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Сәнәғәт етештереүенең дә иң ҙур күләме уға тура килә. Мәҫәлән, ошо йылдың тәүге кварталында предприятие 320 мең тонна мәғдән сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның запасы йылдан-йыл кәмей, шуға ла яңы ятҡылыҡтар асыу йәһәтенән дә маҡсатлы эш алып барыла. Ҡасандыр хеҙмәт һөҙөмтәһе буйынса илдә икенсе урынды биләгән Сибай карьерына бөгөн экскурсияға ғына барырға мөмкин. Мәғдән хәҙер тәрәнерәк ҡатламдарҙан шахта ысулы менән табыла.

Төбәк халҡының ныҡлы ҡалҡаны– Ҡалала цемент заводы төҙөлә башлаясағы мәғлүм. Берәүҙәр быға ыңғай ҡарашта булһа, икенселәр мәсьәләгә бәйле борсолоу белдерә. Ошо йәһәттән һеҙҙең фекерҙе лә ишетке килә.
– Һәр яңы башланғыс төрлө ҡараш тыуҙыра, был – тәбиғи күренеш. Цемент заводы төҙөүҙең төп маҡсаты – ҡала халҡына яңы эш урындары булдырыу, төбәктең иҡтисади ҡеүәтен арттырыу. Урал төпкөлөндә йәнә бер сәнәғәт предприятиеһы барлыҡҡа килә икән, был насармы ни? Ә борсолоуҙар, белеүемсә, экология мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән шуны әйтергә теләйем: тәбиғәткә хәүеф янаған, талаптарға яуап бирмәгән производство төҙөүгә бер кем дә, һис ниндәй инстанция ла рөхсәт итмәйәсәк. Шуға күрә сибайҙарға хәүефләнергә урын юҡ, киреһенсә, инвесторҙың тап беҙҙең ҡаланы һайлағанына һөйөнөргә кәрәк. Завод булһа, күптәргә, ситкә йөрөмәйенсә, үҙебеҙҙә аҡса эшләү мөмкинлеге асыласағын онотмайыҡ.
Әлеге һөҙөмтәләргә килгәндә, объектты төҙөүгә тотонасаҡ компания билдәләнгән, ҡуртымға биләмә бирелгән, ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә лицензия алынған. Ошо көндәрҙә инвесторҙар менән осрашыу булды. Шуны ла әйтергә кәрәк: завод янында индустриаль парк төҙөләсәк, унда юнысҡынан плитә етештереү ҡарала. Предприятиела – 220, индус­триаль паркта 70 кешегә эш урыны булдырыу планлаштырыла.

– Эш урыны тигәндән, ҡалала был мәсьәлә нисек тора?
– Хәл итәһе проблема байтаҡ. Беҙҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктән 7,5 мең кеше вахта ысулы менән Себерҙә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында эшләһә, шуларҙың 2,5 меңе – Сибайҙан. Хеҙмәткә яраҡлы, һау-сәләмәт күпме халыҡ ҡырҙа аҡса табырға мәжбүр! Күпме һалым, көс-ҡеүәт ситкә, уларҙың ҡаҙнаһын тулы­ландырыуға китә! Һуңғы йылдарҙа ирҙәрҙең генә түгел, хатта бәғзе ҡатын­дарҙың да вахта ысулы менән эшләүе мәғлүм. Проблеманы хәл итеү юлдары­ның иң мөһиме – үҙебеҙҙә яңы предприятиелар асып, хеҙмәт урындары булдырыу, һәм беҙ, әйткәнемсә, төп көстө шуға йүнәлтәбеҙ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡалала уңайлы инвестиция мөхите булдырыу – көнүҙәк талап.

– Мәғлүм булыуынса, тиҙҙән Сибайҙа “Көньяҡ Урал-2018” иҡти­сади форумы үтәсәк. Был сараға әҙерлек нисек бара?
– Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһына ярашлы уҙғарылған был форумды үҙебеҙҙә дүртенсе тапҡыр ҡабул итергә йыйынабыҙ. Сара 9-10 июндә Сибайҙа һәм Баймаҡ районында үтәсәк. Унда республика етәкселегенең, үҙебеҙҙәге, күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт предприятиелары хужаларының, сит илдәрҙәге бизнес структуралары, федераль һәм төбәк власы органдары, үҫеш институттары вәкилдәренең, көньяҡ-көнсығыштағы район хаки­миәттәре башлыҡтарының, күренекле ғалимдарҙың, үҙ эшен асҡан йүн­селдәрҙең һ.б. ҡатнашыуы көтөлә. Форумға әҙерлек башланды, уны юғары кимәлдә, эшлекле шарттарҙа үткәреү өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙыры­ласаҡ. Инвесторҙарҙы ситтән йәлеп итеүгә ҡарағанда, үҙебеҙҙекеләрҙе үҫтереү маҡсаты ла нығынды, ошо йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Был, беҙҙеңсә, анығыраҡ һәм ышаныслыраҡ һөҙөмтә көтөү мөмкинлеген бирәсәк.

Төбәк халҡының ныҡлы ҡалҡаны– Яҡын арала ҡалала инвесторҙар ярҙамында тағы ла ниндәйҙер етештереү предприятиелары асыу планлаштырыламы?
– Был хаҡта иҡтисади форумда анығыраҡ билдәле булыр. Әлегә элекке 4-се мәктәп бинаһында “Колибри” йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыу бара. Бында тегеү цехы булдырыласаҡ. Инвестор тарафынан бина һатып алынды, тиҙҙән реконструкция башланасаҡ. Цех өсөн кәрәкле ҡорамалдар бар, әлегә хеҙмәт баҙары өйрәнелә, йөҙ кешегә эш урыны булдырыу планлаштырыла. Бөгөн ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә сиратта торғандарҙың 75 процентын ҡатын-ҡыҙ тәшкил иткәнен күҙ уңында тотҡанда ғына ла, яңы предприятиеның ни ҡәҙәр мөһим икәне аңлашыла. Тегенселәр Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҡытыла, шунлыҡтан белгестәргә ҡытлыҡ кисерелмәҫ тигән ышаныстабыҙ. Цехты киләһе йыл асыу планлаштырыла.

– Сибай күптән түгел респуб­ликаның моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһына индерелде. Был яңы алым ниҙәр вәғәҙә итә?
– Сибай бөтә критерийҙар буйынса моноҡалаға тап килә. Был статус инвесторҙарға һалым буйынса ташлама яһау, башҡа ярҙам төрҙәре күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Тимәк, эштең йылдамыраҡ барыуы, һөҙөмтәгә тиҙерәк өлгәшеү йәһәтенән хәстәрлек күрелә. Әлбиттә, моноҡаланың үҫеше, уңышы урындағы власть эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйле, сөнки инвесторҙар йәлеп итеү, һәр хәлдә, үҙебеҙҙән тора.

– Республиканың 100 йыллығы уңайынан ниҙәр башҡарыла?
– Эш планы ҡабул ителгән. Уға ярашлы, мәҫәлән, “Сибай ҡалаһының 100 шәхесе” тигән проектҡа старт бирелде. Урында тәүгеләрҙән булып мәғдән тапҡан Исхаҡ Мотаевтан башланған исемлекте башҡа данлыҡлы һөнәр эйәләре – төҙөүселәр, таусылар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре – дауам итә. Әле социаль селтәрҙәрҙә китапҡа индереләсәк шәхестәрҙе билдәләү маҡсатында тауыш биреү бара.
Төҙөлөш объектына килгәндә, ян­ғындан зыян күргән Сибай филармо­нияһы бинаһы реконструкцияланасаҡ.

– Мәғлүм булыуынса, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” програм­маһы ҡаланың социаль инфраструк­тураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Уны халыҡ та ихлас хуплай. Сибайҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән федераль программала ҡатнашыуы ла – ҙур мәртәбә. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу артабан да дауам итәсәкме?
– Һис шикһеҙ. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: сибайҙар ҡаланы төҙөк­ләндереүгә, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ ҡылған эштәрҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына алты проект тәҡдим ителде. Уларҙың дөйөм хаҡы 4 миллион 956 мең һумдан ашыу булды. Шулай уҡ Төйәләҫ ҡасабаһы халҡы ла программанан ситтә ҡалмай, ундағы белем усағы бинаһына өлөшләтә капиталь ремонт яһалды. Сибайҙың өс мәктәбендә төрлө яңыртыу, төҙөклән­дереү эштәре башҡарылды, учреждениелар заманса йыһазландырылды. Быйыл иһә ҡала халҡы 11 проект өсөн тауыш бирҙе, һөҙөмтә тиҙҙән билдәле буласаҡ.
Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса федераль проектта ла сибайҙар әүҙем ҡатнаша. Былтыр уға ярашлы күп ҡатлы алты йорт ихатаһы тәртипкә килтерелде, Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт, шулай уҡ балалар өсөн уйын парктары төҙөкләндерелде, яңы сквер асылды. Һөҙөмтәлә, әлбиттә, йәшәүгә яңы һулыш өҫтәлгәндәй булды. Быйыл иһә ҡала халҡы күп ҡатлы ете йорттоң ихатаһын тәртипкә килтереү һәм Ветерандар аллеяһын, йәнә ике скверҙы төҙөкләндереүгә тауыш биргән.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: әле Рәсәйҙә “Бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” конкурсы иғлан ителде. Сибайҙар унан да ситтә ҡалманы: тиҙ арала әҙерләп, В. Маяковский скверында “Көньяҡ Башҡортос­танда тау сәнәғәте” тигән урын булды­рыуға бәйле үҙенсәлекле проект тәҡдим иттек. Әгәр башланғысыбыҙ хуплау тапһа, сквер тулыһынса реконструкция­ланасаҡ, унда үҙебеҙҙең төбәктә табылған таштарҙың коллекцияһы, йәшмәнән, граниттан яһалған сувенир­ҙар, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр ҡуйыласаҡ, хатта ял итеү урынындағы эскәмйә, өҫтәл, ултырғыстар ҙа, аяҡ аҫтына һалынасаҡ плитәләр ҙә ошо уҡ таштарҙан эшләнәсәк.
Программаның төп шарттарының береһе – төҙөләсәк объект киләсәктә килем килтерергә тейеш. Шулай уҡ ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу мөһим. Әгәр проект конкурста еңһә, был беҙгә ҙур бүләк буласаҡ.
Иң мөһиме – скверҙа халыҡ ял итеп кенә ҡалмаясаҡ, ә тыуған төйәген танып беләсәк, нығыраҡ өйрәнәсәк, ҡалабыҙҙа табылған таштарҙың әһәмиәте, ҡулланылышы, уларҙы файҙаланыу юлдары тураһында бай мәғлүмәт аласаҡ. Конкурстың һөҙөмтәһе киләһе йыл билдәле була.

– Иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһенә – һаулыҡ һаҡлау өлкәһен­дәге проблемаларға килгәндә...
– Үҙәк дауаханала кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Бөгөн унда 15 табипҡа вакансия бар. Был тәңгәлдә күптән түгел 2018 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән “Бюджет өлкәһендәге айырым категория хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” муниципаль программаһын ҡабул иттек. Маҡсат – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт, урындағы үҙидара тармаҡтарына, йәшәү шарттарын хәстәрләп, юғары белемле кадрҙарҙы йәлеп итеү. Быйыл әлеге программаны фәҡәт медицина өлкәһендә тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ, сөнки, әйткәнемсә, дауахана белгестәргә ҙур ҡытлыҡ кисерә. Торлаҡты артабан килешеү нигеҙендә һатып алыу мөмкинлеге булдырыла. Был программа айырыуса яңы эш башлаған йәштәр өсөн отошло. Уларға тәүҙән үк үҙ фатирыңда йәшәү, тимәк, хеҙмәткә дәртләнеп тотоноу мөмкинлеге асыла.
Яңыраҡ Башҡортостан дәүләт медицина университетының быйыл диплом аласаҡ студенттары менән осраштыҡ, үҙебеҙгә кәрәкле белгестәрҙе эшкә саҡырҙыҡ, уларға әлеге программа хаҡында һөйләнек. Һөҙөмтә булыр тигән ышаныстабыҙ.
Шулай уҡ заманса медицина ҡорамалдары һатып алыу буйынса эш алып барабыҙ. Күптән түгел яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу аппараты сафҡа индерелде, хәҙер сирлеләргә операция яһау күпкә уңышлы һәм еңел үтеренә ышаныс ҙур. Ғөмүмән, халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү – заман талабы.
Бөгөн һәр кемдең табипты, дауахананы һайлау мөмкинлеге бар: дәүләт учреждениелары менән бер рәттән шәхси клиникалар ҙа хеҙмәтләндерә. Кешеләр күрше Магнитогорск ҡалаһына, Өфөгә бара. Шунлыҡтан үҙебеҙҙә юғары кимәлдәге медицина ярҙамы алыу өсөн шарттар тыуҙырыу – көн талабы. Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғында барлыҡ башланғыстарыбыҙҙы аңлап ҡабул итәләр, һәр яҡлап ярҙам күрһәтәләр.

– Ғаилә йылында иң изге ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға һәм яҡлауға ҙур иғтибар бүленә, был йәһәттән төрлө саралар даими ойошторола. Ошо тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарыла?
– Беҙҙә элек-электән ғаиләгә ҡарата иғтибар ҙур, сөнки ул – дәүләтебеҙҙең иң ҙур байлығы, айырылғыһыҙ өлөшө. Быйыл, ысынлап та, изге төшөнсәгә ихтирам, уны һаҡлауға, яҡлауға ынтылыш тағы ла артты: яңы программалар ҡабул ителде, төрлө саралар үткәрелә, конкурстар ойошторола.
Йылдың тәүге көндәрендә ҡала­быҙҙағы һигеҙ ғаиләлә туғыҙ сабый донъяға килде. Игеҙәк балалары тыуған Оксана менән Максим Беличенковтарға коляска бүләк иттек. Хакимиәттең был башланғысы күркәм йолаға әүереләсәк.
Исемле йылға арналған төп сараларҙың береһе – “Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе” проекты. Уны Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр район хакимиәттәре, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, “Ремстрой-центр” йәмғиәте, “Атайсал” төбәк гәзите редакцияһы, Урал аръяғының төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.
Проекттың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, балаларын халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып тәрбиәләгән, тырышып донъя көткән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө яҡлап уңыш ҡаҙанған ишле ғаиләләрҙе барлау, улар өлгөһөндә демографик хәлгә ыңғай йоғонто яһау. Үрнәк булырҙай бындай миҫалдар йыл дауамында “Атайсал” гәзитендә сағылдырыла барасаҡ. Һөҙөмтәлә һәр район һәм ҡаланан иң яҡшы тип табылған бишәр ғаиләгә аҡсалата бүләк биреләсәк. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан “Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе” тигән китап сығарыу ҙа планлаштырыла.
Изге ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа, мәғлүм булыуынса, йәмәғәт ойошмаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала атайҙар, ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәләре, “Супер-әсәйҙәр” төркөмө, ағинәйҙәр ҡоро уңышлы эшләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ йүнәлеше, пландары бар. Ғөмүмән, мәктәпкәсә учреждениеларҙан алып өлкәндәр ойошмаларына тиклем ғаилә ҡиммәттәрен киң пропагандалауға йүнәлтелгән маҡсатлы эш алып барыла.

– Быйыл Рәсәйҙә – Ирекмән йылы. Урындағы был хәрәкәткә ҡыҫҡаса туҡталғанда...
– Сибай – йәштәр ҡалаһы, бында уҡыу йорттары күп, шуға бәйле телгә алған был хәрәкәт ныҡ үҫешкән. Әле беҙҙә 520-нән ашыу ирекмән иҫәпләнә, улар 17 ойошмаға берләшкән. Һәр төркөм аныҡ маҡсатҡа ярашлы комплекслы эшмәкәрлек алып бара. Ирекмәнлек хәрәкәте айырыуса Баш­ҡорт дәүләт университетының Сибай институтында, педагогия колледжында, 12-се һәм 6-сы мәктәптәрҙә яҡшы ойошторолған. Уларҙа даими рәүештә төрлө саралар уҙғарыла.
Мәҫәлән, яңыраҡ Сибай институтында төбәк йәштәренең “Ғәҙелша” тип аталған тәүге белем биреү форумы үтте. Унда көньяҡ-көнсығыштағы район-ҡалаларҙан вәкилдәр ҡатнашып, заманса йыһаз­ландырылған майҙансыҡта үҙ проекттарын яҡланы, был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын фекер­ҙәштәре менән бергәләп эҙләне, йәмәғәт һәм дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлектәрен барланы. “Йәштәр – илдең стратегик ресурсы” тигән дискуссияла мин беҙгә алмашҡа килгән быуындың, ирек­мәндәрҙең ни тиклем белемле, әүҙем, дәртле, маҡсатҡа ынтылыусан булыуын күреп һөйөндөм.
Әйткәндәй, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты араһында өс яҡлы килешеү төҙөлдө: Сибай институтында төбәк ирекмәндәрен берләштергән ресурс үҙәге булдырырға уйлайбыҙ. Унда һигеҙ муниципалитеттың һәләтле йәштәренә, ирекмәндәргә мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеләсәк, грант алыу йәһәтенән донъя, Рәсәй, республика, төбәк кимәлендәге конкурстарҙа, мәртәбәле форумдарҙа ҡатнашыуға булышлыҡ ҡылынасаҡ.
Былтыр ноябрҙә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең гранты булдырылды. Ул урындағы урта һәм юғары белем учреждениелары йәштәренең иң яҡшы тип баһаланған төплө ғилми-ғәмәли тикшеренеү эштәре өсөн бирелә. Грант йыл һайын тапшырыласаҡ.

– Республиканың һәр район-ҡалаһында төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанғандарҙы дәртләндереү саралары бар. Сибайҙа бер нисә йыл рәттән яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия тапшырылып килде. Быйыл иһә ҡағиҙәгә үҙгәреш индерелде: конкурс өс йылға бер тапҡыр үткәреләсәк. Бының сәбәбе ниҙә, Рөстәм Әхмәткәрим улы?
– Положение менән ентекле танышҡандан һуң, премияны йыл һайын тапшырып, уның мәртәбәһен төшөр­мәйбеҙме икән, тип уйға ҡалдым. Конкурс шарттарына ярашлы, ҡат­нашыусылар 12 ай эсендә ижад иткән әҫәрҙәрен, эштәрен тәҡдим итә. Премияға лайыҡлы китап бер йылда ғына донъя күреп өлгөрәме? Юҡ, әлбиттә. Ошо һәм башҡа нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоп, премияның бәҫен, мәртәбәһен, абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп, уны өс йылға бер тапҡыр тапшырырға булдыҡ. Күләме бер нисә тапҡырға артты – 50 мең һум. Тимәк, премияға дәғүә итергә теләгәндәр бөгөндән үк эшкә тотона ала.

– Бөйөк Еңеү көнө яҡынлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Уларға ниндәй ярҙам төрҙәре күрһәтелә?
– 73-сө Еңеү яҙын ҡаршылағанда, ысынлап та, илебеҙгә азатлыҡ килтереүселәрҙең тағы ла әҙәйгәнен күреп, күңел болоҡһой. Әле ҡалабыҙҙа 31 һуғыш ветераны һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй. Уларҙың барыһы ла даими иғтибар үҙәгендә. Һуғыш һәм тыл ветерандарын хәлебеҙсә хәстәрләргә, борсоған мәсьәләләрен хәл итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел тағы бер яугирҙең тол ҡатынына – Мәүлетбикә Моратоваға – торлаҡ алыу йәки төҙөү өсөн сертификат тапшырылды. Ул – республикала билдәле уҡытыусы, журналист, яҙыусы Әмир Моратовтың һөйөклө ҡатыны.

– Ҡалалағы төп проблемаларға килгәндә...
– Тәү сиратта – юл мәсьәләһе. Тиҙҙән урамдарға яңы алым буйынса асфальт түшәү эшен башлайбыҙ. Ҡаланы төҙөкләндереү йәһәтенән дә бурыстар бихисап. Элекке “Сибай” ҡунаҡ­ханаһының яҙмышы ныҡ борсой: бина бөгөн хужаһыҙ, шунлыҡтан ташландыҡ хәлгә ҡала бара. Уны ремонтлап, башҡа йүнәлештә файҙаланыу юлдарын эҙләйбеҙ. Ғөмүмән, яратҡан ҡалабыҙҙы тағы ла матурлау, һәр яҡлап үҫтереү, иҡтисадын нығытыу, халыҡҡа лайыҡлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, тырышабыҙ.
– Уңыштар һеҙгә!

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад